Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2020, 14:47

Хәрәкәт киң ҡолас ала

Ҡаланың педагогия колледжы базаһында Белорет районында «Хәүефһеҙлек мәктәбе» хәрәкәтен үҫтереү буйынса күләмле стратегик сессия үткәйне. Яңыраҡ ошо йүнәлеш буйынса «түңәрәк өҫтәл» ҡаланың 21-се мәктәбендә лә үткәрелде.

Был юлы Иҙел башы педагогтары менән, атап әйткәндә, 21-се мәктәп уҡытыусылары, “Тирмәкәй” башҡорт һәм 1-се балалар баҡсалары коллективы, ҡала мәғариф идаралығы һәм Туризм үҙәге вәкилдәре менән осрашыуға иҡтисад фәндәре кандидаты, “Хәүефһеҙлек мәктәбе” йәмәғәт советының Мәскәү бүлексәһе ағзаһы Ирина Нестеренко-Костенко килде. “Хәүефһеҙлек мәктәбе” ҡаланың ҙур мәктәптәренең береһендә үтеүе лә осраҡлы түгел. Бында балаларҙың үҫеше өсөн төрлө йүнәлештәрҙәге шарттар булдырылған. Мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова һәм мәктәп директоры Владимир Кривоус оҙатыуында учреждение менән танышып сыҡҡандан һуң Мәскәү ҡунағы ла ошондай һығымта яһаны.
“Күп йылдар мәғариф системаһында хеҙмәт итәм, мәктәпкәсә белем биреүҙән алып юғары мәктәпкә тиклем бөтә баҫҡыстарҙы үттем. Бөгөнгө көндә мине ҡыҙыҡһындырған өлкә - ул үҫеп килгән быуындың хәүефһеҙ йәшәйеш культураһын үҫтереү. Районығыҙҙың “Хәүефһеҙлек мәктәбе” республика хәрәкәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Шулай ҙа был йүнәлеште киңәйтергә кәрәк. Уңышлы һыналған һәм тормошҡа ашырылған “Социум. Мәҙәниәт. Хәүефһеҙлек” программаһы сиктәрендә эшләргә кәңәш итер инем, - тине Ирина Владимировна әңгәмә барышында. - Был программа буйынса эшләй башлау менән һәр бала талантына, үҙенсәлегенә яуап алырына, үҙенә оҡшаған шөғөл табырына ышанабыҙ. Бөтә ил йәлеп ителгән күнекмәләрҙе һәм бәләкәйҙәрҙән алып шәхес булып үҫешкән егет һәм ҡыҙҙарҙа компетентлы ҡараш үҫтереү мөһим. Был турала хакимиәт һәм мәғариф идаралығы етәкселеге менән һөйләштек. Педагогтарҙы ишетке, эш тәжрибәм менән уртаҡлашҡы, башланғыс класс уҡыусыларын да индереп, эшмәкәрлектең яңы формаһын тапҡы килә”.
“Түңәрәк өҫтәл” эше барышында Мәскәү ҡунағына белем усаҡтарының эшмәкәрлеге тураһында ла әйтеп кителде. Мәҫәлән, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында балалар, ата-әсәләр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы нормаларын тапшырыу эше яйға һалынған. Башҡорт балалар баҡсаһы базаһында башҡа мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре лә ГТО нормаларын тапшыра. Шулай уҡ Туризм үҙәге базаһында хәүефһеҙ йәшәйеш нигеҙҙәре дәресендә алған белемдәрен һынау майҙансығын булдырырға ҡарар ителде. Урындағы бүлексә ҡала балалары өсөн генә түгел, район балалары өсөн дә эшләйәсәк.
Кәңәшмәлә белореттарҙың “Сәләмәт быуын - көслө төбәк”, “Хәүефһеҙлек әлифбаһы” проекттарында, тикшеренеү эштәре конкурстарында, профилле лагерҙар ойоштороу, маҡсатлы класс сәғәттәре үткәреү кеүек сараларҙа ҡатнашыуҙары тураһында ла фекер алышылды. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар артабанғы эш планын билдәләне.
Читайте нас: