Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль 2021, 12:15

Уҡытыусы һәр саҡ үҫеш юлында

Ошо көндәрҙә “Йыл уҡытыусыһы - 2021” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

...Шулай итеп, “Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында III урынға Светлана Анатольевна Белова (Тирлән балалар баҡсаһы), II урынға Светлана Владимировна Куликова (9-сы балалар баҡсаһы) һәм I урынға Елена Николаевна Дубровская (19-сы балалар баҡсаһы) лайыҡ булды. Наталья Викторовна Кравчук (21-се балалар баҡсаһы) менән Мәрйәм Әҡсән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова (Абҙаҡ) номинант исемен яуланылар.
“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында III урын Анна Сергеевна Трошковаға (Мәктәптән тыш эштәр үҙәге), II урын Алексей Владимирович Харькин (Туризм үҙәге) менән Эльвира Рәфәғәт ҡыҙы Хәйруллинаға (Йәш натуралистар
станцияһы), I урын Ольга Викторовна Родионоваға (Мәктәптән тыш эштәр үҙәге) бирелде. Ҡалған ҡатнашыусылар - Ольга Николаевна Байбордина (Мәктәптән тыш эштәр үҙәге), Алевтина Павловна Рассказова һәм Анастасия Сергеевна Панфилова (Туризм үҙәге) төрлө номинацияла билдәләнде.
“Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында уҡытыусылар рәтен яңы ғына тулыландырған йәштәр ҡатнашты. Беренсе урынға Татьяна Григорьевна Козлова (21-се мәктәп) менән Родион Вячеславович Каледин (17-се гимназия) лайыҡ булһа, Илсиә Рәфил ҡыҙы Таһирова (18-се мәктәп), Вероника Рәмил ҡыҙы Бикбаева (16-сы мәктәп), Владимир Алексеевич Яковлев (20-се мәктәп), Эльза Авзал ҡыҙы Шакирова (10-сы мәктәп), Азамат Нуриәхмәт улы Монасипов (Абҙаҡ) һәм Семен Андреевич Ручкин (8-се мәктәп) төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында III урынды Асы мәктәбенән Фәйзүнә Зиннур ҡыҙы Әбдрәшитова, II урынды Шәүрә Исрафил ҡыҙы Ғарипова (Асы) яулаһа, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2021” исеме ҡаланың 13-сө мәктәбе уҡытыусыһы Сания Бәхтиәр ҡыҙы Шәғәлиеваға бирелде. Шаһи Ямалетдинов исемендәге Шығай мәктәбенән Гүзәл Рәис ҡыҙы Йомағужина, Әлмира Мөхәмәт ҡыҙы Мөстәҡимова (Инйәрҙең 2-се мәктәбе), Рита Наил ҡыҙы Ғәйнуллина (лицей-интернат) һәм Физәлиә Илгиз ҡыҙы Әхмәтйәнова (Абҙаҡ мәктәбе) номинацияларҙа билдәләнде. Сулпан Мәүләүи ҡыҙы был номинацияла ҡатнашҡандарҙы һәм “Уңышҡа тәүге аҙым” номинанты Илсиә Рәфил ҡыҙына район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
“Стажлы педагог” номинацияһында бай тәжрибәгә эйә, оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән уҡытыусылар үҙҙәрен һынаны. Илүзә Марс ҡыҙы Зәйнуллина (10- сы мәктәп) менән Эльмира Бәһиман
ҡыҙы Усманова (башҡорт гимназияһы) номинацияларҙа еңеүсе тип табылһа, III урын Елена Юлай ҡыҙы Төхвәтуллинаға (Үҙәнбаш), II урын Галина Алексеевна Самароковскаяға (21-се мәктәп) бирелде. Ә инде “Йыл уҡытыусыһы-2021” исемен лайыҡлы рәүештә лицей-интернаттың химиябиология уҡытыусыһы Марина Владимировна Загребина яуланы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 13-сө һанында.
Читайте нас: