Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2021, 09:15

Яңы китап сыҡты

Ҡорама... Төҫө генә түгел, күләме менән дә төрлө-төрлө ваҡ киҫәктәрҙән йыйылып, эш барышында хәл ителеп, биҙәктәргә биҙәктәр ялғанып, төҫтәр баҙыҡланып, өр-яңы бер бөтөн әйбер барлыҡҡа килә. Ябай булмаған, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс сәнғәтсән өлгөгә күҙҙәр иркәләнә, күңел һөйөнә. Яҙыусы Фәриха Вәлиуллина үҙенең хикәйәләр, пьесалар һәм тормош күренештәрен ижад иткәндә китабын тиккә генә "Ҡорама" тип нарыҡламағандыр.

Автор, йәнлек һиҙгерлегендәй, замандаштарының психологияһын тәрән тоя, көнкүреш-йәшәйештәрен күңел көҙгөһө аша күреү һәләтенә эйә. Геройҙары менән бергә ҡыуана, бергә хәсрәтләнә. Әҙәм балаһының ниндәй ваҡыт арауығында, заман бәрелештәрендә ҡалып та күңел бөтөнлөгөнә ынтылыу һәләте барлығын уҡыусы күңеленә һалырға тырыша. Гүйә, урыҡ-һурыҡ, унда-бында бырағытылған кеше яҙмыштарын яйлап, берәмтекләп йыя ла бер бөтөн итеп ҡорап ҡуя. Ә бит уйлап ҡараниһәң, беҙҙең ғәмәли тормошобоҙ ҡорамалағы ҡапма-ҡаршылыҡлы төҫтәрҙән яралған кеүек. Болотло көндәрҙән арынып, йәһәтерәк йәйғорло һыҙатҡа ынтылабыҙ. Әҙибәнең геройҙары ла тормошта ғәжәп ябай, әммә үҙҙәре йәшәгән донъяны гөлдәй йәмләп йәшәргә маҡсат ҡуйғандар иҫәбендә.
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Фәриха Нәҙербай ҡыҙының "Ҡорама" китабы төрлө төҫтәргә мансылған яҙмышлы кешеләрҙең тормошон матур итеп һүрәтләгән бик уҡымлы китап. Авторға ижади үрҙәр теләп, артабан да үҙ ҡырында йәшәгән замандаштарының күңел донъяһын байҡаған матур ижад өлгөләрен көтөп ҡалабыҙ.

Сәғирә Шәрәфетдинова.

Читайте нас: