Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2021, 10:28

Манышты мәктәбе тарихын барлай

Быйыл Манышты мәктәбе үҙенең 55 йыллыҡ мәртәбәле юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Илле биш йыл элек нигеҙ һалынған белем усағы йылдар дауамында төрлө үҙгәрештәр, яңырыуҙар кисергән, һынылыштар аша үткән, әллә күпме уҡыусыға тормош башланғысы, белем һәм тәрбиә биргән.

МӘКТӘП ТАРИХЫНА КҮҘ ҺАЛЫП…
Халыҡ мәғариф комиссариатының 1920 йылдағы статистик отчетында Манышты ауылында 1915 йылда мәктәп асылыуы тураһында мәғлүмәт бирелгән. Уның башта ике йыллыҡ мәсет эргәһендә, унан һуң өс йыллыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе булараҡ эшләүе, 1919-1920 уҡыу йылында 31 уҡыусыға Фәриҙә Дашкина исемле уҡытыусы белем биреүе тураһында яҙылған.
Утыҙынсы йылдарҙағы индустриализация осоронда колхоздар барлыҡҡа килә, яңы юғары, урта белем биреү йорттары, ауылдарҙа башланғыс мәктәптәр асыла. Шул иҫәптән 1930 йылда Манышты ауылында ла башланғыс мәктәп эшләй башлай. Беренсе уҡытыусы булып Шығай ауылынан Әбделвәлей Ғәлиулла улы Ғәлиуллин эшләй. 1933 йылда ул, райондың алдынғы уҡытыусыһы булараҡ, Мәскәүҙә уҡытыусылар конференцияһында ҡатнаша, һуңынан Рысыҡай, Хөсәйен ауылдарында уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, хаҡлы ялға киткәнсе, Шығай ауылында балаларға белем бирә.
1935-1937 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып Мөхәмәтгәрәй Сәлимов эшләй. Был осорҙа уҡыусылар менән үҙе яҙған пьесалар, концерттар менән ауылдарҙа сығыш яһауҙар дәррәү уҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1937 йылда Мөхәмәтгәрәй Сәлим улы, “халыҡ дошманы” мөһөрө тағылып ҡулға алына һәм мәктәпкә Аҙнағол ауылынан Аҙнабай Юнысов эшкә килә.
1941 йылда Миәкә районы Илсеғол ауылынан Ғимадислам Хөбөлислам улы Ғәбсәләмов уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Ул май айында әрмегә алына һәм 1946 йылға тиклем немец фашистарына, япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 40 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған педагог Маныштыла, унан һуң Сәфәрғол ауылында эшләп хаҡлы ялға китә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм унан һуң Имаметдин Ямалетдинов, Вазифа Шаһиева, Гөлбоҫтан Язданова, Салауат Хәҙиәтов, Мөбәрәк Йомағужин, Минзифа һәм Ишдәүләт Йомағоловтар, Саима Бүләкова, Зинзиә Мөстәхитдинова, Мәрйәм һәм Гөлбикә Сәмситдиновалар, Смаковалар һәм башҡалар уҡытыусы була.
1964 йылда Сәфәрғолдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте Маныштыға күсереү маҡсатында Нурулла Миһрановты директор итеп ҡуялар. Ул мәғариф идаралығы начальнигы Исламғәле Ҡотлоғәләм улы Шәрипов менән яңы мәктәп төҙөү кәрәклеге тураһында һөйләшә һәм был турала Мәғариф министрлығына хат яҙа. “Был эште урында хәл итегеҙ” тигән яуап килгәс, Ишдәүләт Сәхәүләт улы Йомағолов менән яңы мәктәп урынын билдәләйҙәр. Диләнкә алғас, эштәрҙе алып барыу өсөн бригадир итеп Нәҙерғәле Байрамғәле улы Байрамғәлинды тәғәйенләйҙәр. “Эш ҡыҙыу ғына башланып китте. Әммә бүленгән ағас етмәй ҡалғас, йәнә һорап барҙым. Икенсе диләнкәне бик йыраҡтан бирҙеләр һәм ағасты сығарыу өсөн өҫтәлмә юлдар һалырға ла тура килде. Машиналар ҙа, эшселәр ҙә бер туҡтауһыҙ эшләне. Шоферҙар Нотфулла Сәмситдинов, Абдрахман Байрамғәлин, Мәсәғүт Хызыров, Зөлҡәрнәй Ҡолсобаев, Зиннур Хәсәнов ағасты эштән һуң да ташынылар. Тракторсылар Сабир Дәүләтов, Фуат Йомағолов, Риф Мәғәфүров, Марат Миһранов ағастарҙы сығарып биреп торҙо. Ул саҡта ауыл халҡының берҙәмлеге һәм тырышлығы хайран ҡалдырҙы”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Нурулла Мөхөтдин улы.
Шулай итеп, мәктәп яңы бинаға күсә һәм уға тулы булмаған урта мәктәп статусы бирелә. Иҫке мәктәп уҡытыусыларға йәшәү өсөн уның ҡаршыһына күсереп ултыртыла. Иҫке бинала 1972-1983 йылдарҙа беренсе ауыл китапханаһы эшләй. Һуңынан, 90-сы йылдарға тиклем, был йортта сельпо магазины урынлаша.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәптең беренсе директоры - Нурулла Миһранов, уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Юныс Ҡотлоғәлләм улы Шәрипов була. 1990 йылдарҙа директор булып эшләгән Ишмырҙа Сәйетов мәктәпте капиталь ремонтлауға ҙур өлөш индерә - уның нигеҙе нығытыла, ҡыйығы алыштырыла, электр менән йылытыу системаһы һәм башҡа эштәр атҡарыла. Мәктәптә тәүгеләрҙән булып Сәғиҙә Арҫланова, Ғәлибә һәм Закир Сәмситдиновтар, Гөлбикә Сәмситдинова,
Мөнирә һәм Нурулла Миһрановтар, Кинйәбикә Вәлшина (Хәсәнова), Рәсимә Аҫылғужина, Рәхимә Таһирова, Моратша Мәғәфүров, Ишмырҙа Сәйетов, Юныс һәм Салауат Шәриповтар балаларға белем бирә.
1966 йылдан башлап тулы булмаған мәктәп директорҙары булып Нурулла Мөхөтдин улы Миһранов, Юныс Ҡотлоғәлләм улы Шәрипов, Вил Мәүлит улы Ғүмәров, Басир Мирсаяп улы Йомағужин, Ғәлибә Заһит ҡыҙы Сәмситдинова, Ишмырҙа Таип улы Сәйетов, Закир Ғәбдрәшит улы Сәмситдинов, Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина, Мансур Ғәзиз улы Байрамғәлин эшләһә, бөгөнгө көндә директор вазифаһын Илшат Ринат улы Моратшин атҡара.
2005 йылда яҡташыбыҙ Рафаэль Байдәүләтов ярҙамы менән ауылда 108 урынға иҫәпләнгән, барлыҡ заман талаптарына яуап биргән, ике ҡатлы, ҙур һәм иркен мәктәп төҙөлә.
- Мәктәп төҙөүҙәрен һорап ул ваҡыттағы муниципаль район хакимиәте башлығы Евгений Карепановҡа, республика етәкселегенә, “Йәшлек” гәзитенә хат яҙҙыҡ. Инициативаны минең менән бергә Рәшиҙә Байрамғәлина, Зилә Сәмситдинова күтәреп сыҡты. 2004 йылда, Рафаэль Ибраһим улы терәүҙәрҙә торған мәктәп бинаһын килеп ҡарағас, яңыһын төҙөүгә рөхсәт бирелде һәм бер йылдан буяу еҫтәре аңҡып торған матур белем усағына аяҡ баҫтыҡ, - ти Манышты мәктәбендә хәҙер инде 41 йыл балаларға белем биргән, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Римма Ғимадислам ҡыҙы Таһирова.
Бөгөнгө көндә балаларға Рәйлә Сафа ҡыҙы Мөлөкова, Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова, Гөлназ Закир ҡыҙы Сафуанова - башланғыс кластар, Мансур Ғәзиз улы Байрамғәлин - химия һәм биология, Рәшиҙә Мәсәғүт ҡыҙы Байрамғәлина һәм Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы Фәйзуллина - башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Римма Ғимадислам ҡыҙы Таһирова - математика, Шәкир Ғөбәйтулла улы Таһиров - рәсем һәм черчение, Дилбәр Хажиәхмәт ҡыҙы Абдрахманова - инглиз теле, Индира амил ҡыҙы Ғүмәрова - география, Илшат Ринат улы Моратшин математика һәм информатика фәндәренән белем бирә. Мәктәп китапханаһында Гөлфиә Назар ҡыҙы Шәйхитдинова эшләй.
Нурулла Мөхөтдин улы Миһранов, Рима Мансур ҡыҙы Мөхәмәтова, Закир Ғәбдрәшит улы Сәмситдинов, Рәмзиә Йомабай ҡыҙы Шаһивәлиева, Бибинур Абзал ҡыҙы Ҡолсобаева, Зилә Ғимадислам ҡыҙы Сәмситдинова, Ишмырҙа Таип ҡыҙы Сәйетов хаҡлы ялдағы уҡытыусылар булһа ла, мәктәп тормошо менән ҡыҙыҡһынып, хәбәрҙар булып торалар.
Бөгөнгө көндә мәктәптә 52 бала белем ала. I-IV кластарҙан Инсаф Хәсәнов, Эльмир һәм Эльвир Асҡаровтар, Абдуллах Сәитов, Рәзилә Солтанова, Мирас Насиров, Арыҫлан Абдрахманов, Наҙгөл Зөбәирова, V-IX кластарҙан Гөлнур Байрамғәлина, Элина Сафуанова, Сәүиә Зарипова, Ирхан Миһранов, Байрас Байрамғәлин, Сә-риә Зарипова, Зарина Зөбәирова, Нәркәс Абдрахманова уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә, район-ҡала, республика конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай.
ТАРИХҠА БАЙ МӘКТӘП МУЗЕЙЫ
90-сы йылдарҙа Нурулла Мөхөтдин улы Миһранов менән уҡытыусы Мөнирә Ғарифйән ҡыҙы Миһранова инициативаһы буйынса мәктәп музейы булдырырға ҡарар ителә. Мәктәп уҡыусыларын йәлеп итеп, тирә-яҡ ауылдарҙан, күрше райондан музей өсөн экспонаттар йыйырға тотоналар. Мәктәптә музей өсөн бүлмә булмау сәбәпле, башта экспонаттарҙы үҙҙәренең өйҙәрендә һаҡлайҙар. Бер аҙҙан илдә үҙгәртеп ҡороу, баҙар иҡтисады башланып китә һәм партия, комсомол, пионер ойошмалары юҡҡа сыға. Директор булып эшләгән Ишмырҙа Таип улы Сәйетов бушап ҡалған пионерҙар бүлмәһендә мәктәп музейын урынлаштырырға тәҡдим итә. Бәләкәй генә бүлмәлә Нурулла Мөхөтдин улы үҙ ҡулдары менән экспонаттар өсөн кәштәләр, быяланан витриналар эшләп, музей экспонаттарын урынлаштыралар. Ҡомартҡы һауыт-һабалар, көнкүреш әйберҙәре, боронғо йорт йыһаздары, тәңкәләр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре һәм
башка әйберҙәр Манышты һәм күрше ауылдарҙан, Ғафури, Архангел райондарынан йыйыла. Райондың башҡа мәктәп музейҙарынан экспонаттар алмашҡа алына Нурулла Миһранов экспонаттар йыйыу менән бергә музейҙы рәсмиләштереү өсөн дә тырыша һәм 1997 йылдың 28 мартында Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәктәп музейҙары рәйесе И.В. Лифанованың ҡултамғаһы менән 8007- се һанлы “Мәктәп музейы” тигән таныҡлыҡ алыуға ирешәләр. 2003 йылдың 1 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Крайҙы өйрәнеү һәм туризмды үҫтереү үҙәге тарафынан “Тарихи мәктәп музейы” таныҡлығы бирелә.
Нурулла Мөхөтдин улы хаҡлы ялға киткәс, музей өсөн яуаплы итеп тарих уҡытыусыһы Закир Сәмситдинов ҡуйыла. 2005 йылда, яңы мәктәп төҙөлгәс, музей өсөн айырым бүлмә бирелә. Закир Ғәбдрәшит улы унда “Башҡорт өйө” мөйөшөн дә булдыра, әммә ул хаҡлы ялға киткәс, музей эше бер аҙға туҡтап ҡала...
2018 йылда, директор булып Илшат Моратшин килгәс, музей эше ҡайтанан тергеҙелә. Уның етәксеһе итеп Шәкир Таһиров тәғәйенләнә. Рәсем уҡытыусыһы уны тәртипкә килтереү менән бер рәттән биҙәү эштәрен дә алып бара, аҡса, миҙалдар өсөн стеллаж ҡуя, ҡомартҡыларҙың именлеген һәм теүәллеген тәьмин итә.
Бөгөнгө көндә музейҙа 270-ләп экспонат һаҡлана. Тайҙың тубыҡ тиреһе бәйләнгән ҡалтағай-һунарсы саңғыһы, кер көйәнтәһе, күмер тейәгес көрәк, таҡта ярыу бысҡыһы, ағас һеркәүес, ҡапҡан, йөн иләгес, ағас күнәктәр һәм башҡа бик күп боронғо әйберҙәр һаҡлана бында. Уларҙың һәр ҡайһыһы ата-бабаларыбыҙҙың ни тиклем оҫта ҡуллы, уйлап табыуға һәләтле булыуҙары тураһында һөйләй.
Бына шулай, мәктәп - һәр кемдең бала саҡ һәм үҫмер йылдарының хәтирәләрен һаҡлаған, тиҫтә йылдар үткән һайын үҙенә тағы ла нығыраҡ саҡырып торған изге йорт ул. Маныштылағы белем усағы ла үҙ иңенән осорған “ҡошсоҡтарын” һәр ваҡыт ҡолас йәйеп ҡаршы алһын!
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 31-се һанында.
Читайте нас: