Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2021, 10:15

Юнармия сафын тулыландырҙылар

Ҡала лицей-интернатында “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенә уҡыусыларҙы ҡабул итеү тантанаһы үтте.

Тантаналы марш менән бер төркөм егетҡыҙҙар линейкаға теҙелгәс, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һәм ДОСААФ автомәктәбенең флагтары сығарылды. Лицей-интернат директоры Гөлнара Зәйнетдинова саҡырылған ҡунаҡтар менән таныштырып, изге теләктәрен еткергәндән һуң, алып барыусылар: “Егет-ҡыҙҙарыбыҙ уҡыуҙағы һәм спорттағы ҡаҙаныштары өсөн юнармия сафын тулыландырырға лайыҡлы. Беҙҙең юнармия отряды “Батырлыҡ өсөн”
миҙалы, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены кавалеры Хәмзә Таһиров исемен йөрөтәсәк, - тип хәбәр итте һәм һүҙ Хәмзә Таһировтың улы, ДОСААФ автомәктәбе һәм юнармия штабы начальнигы Рәшид Хәмзә улына бирелде. Ул атаһының тормош юлы менән таныштырҙы, Александр Матросов менән бергә Ырымбурҙа пулеметсылар училищеһында уҡып, бергә фронтҡа китеүҙәрен телгә алды, юнармия отрядына уның исеме бирелеүе уның өсөн шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс ваҡиға булыуын әйтеп үтте.
Унан һуң егет-ҡыҙҙар ата-әсәләре, остаздары һәм дуҫтары алдында Ватанға һәмйәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәй патриоты һәм лайыҡлы гражданы булырға тантаналы ант бирҙе.
Муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең төп белгесе Радик Хафизов, ДОСААФ автомәктәбенең уҡыу-производство буйынса начальник урынбаҫары Илфат Байтурин, “Доблесть” хәрби патриотик клубы етәксеһе Илнур Әхмәтшин, “Ҡанатлы гвардия” һауадесант ғәскәрҙәренең запастағы хәрбиҙәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Бетин, ветерандарҙың Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Игорь Смердов юнармиясыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Сара юнармиясыларҙың хәрби гимны менән тамамланды.
Читайте нас: