Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Июнь 2021, 11:30

Юбилейға әҙерлек әүҙем бара

Аҙналы мәктәбе уҡыусылары йәйге каникул ваҡытында, һәр йылдағыса, тәғәйенләнгән мәктәп яны эштәре менән була.

V, VI һәм VII класс уҡыусылары етәкселәре Азат Сафуанов менән берлектә мәктәп алдындағы майҙансыҡта сәскәләр ултырта, түтәлдәр ҡаҙыу, йәшелсә сәсеү кеүек эштәр менән булыша.
- Ҡыҙҙар гөл-сәскә менән тирәяҡты биҙәү эштәре менән мәшғүл, беҙ түтәлдәргә тиреҫ ташыйбыҙ, ерҙе ашламалар менән тулыландырабыҙ. Йәйге каникул мәлендә үҙебеҙ уҡыған белем йортон матурлау, тәртипкә килтереү эштәре менән булыу барыбыҙға ла бик оҡшай, - ти мәктәптең уҡыусылар советы рәйесе Рәмис Лоҡманов.
Уҡыусылар был эштәр менән һигеҙ көн дауамында булыша. Уның араһында ял итеп тә алалар, ашапэсеү ҙә ойошторолған - Бөгөнгө көндә мәктәптә 30 бала иҫәпләнә. Уларҙың һаны кәмеүенә юл ҡуймау йәһәтенән барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Тиҙҙән заман талаптарына тап килешле стадионыбыҙ булыр тип көтөлә. Район етәкселеге был йәһәттән ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Уҙған йылда аш-һыу бүлмәһенә капиталь ремонт эшләнде, йылы бәҙрәф булдырылды. Мәктәп биләмәһендә урынлашҡан бинала музыка бүлмәһе, спорт залын урынлаштырыуға ирешә алдыҡ. Балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән киләһе уҡыу йылынан ҡаланан махсус тренер яллап спорт секцияһы асырға ниәт итәбеҙ. Бүлмәләрҙә ремонт эшләү, тейешле йыһаздар менән тулыландырыу мәсьәләһе тора. Компьютер класын бүлеп оҫтахана ла эшләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер унда балалар ихласлап ағастан төрлө биҙәктәр эшләй, ижади эштәр менән шөғөлләнә ала. Хеҙмәткәребеҙ Марат Ситдиҡов төҙөкләндереү эштәрендә үтә лә ярҙам итә, ҡулы оҫта.
Әйткәндәй, август айында мәктәптең 110 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Был оло байрамға ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ойоштороу комитеты менән берлектә етди әҙерләнәбеҙ. Буяу эштәре, иҫкергән ҡойма, япмаларҙы яңыртыуҙы үҙ көсөбөҙ менән атҡарабыҙ. Уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре бар яҡлап та ихлас тырыша, - ти мәктәп директоры Әлфиә Шәкирйән ҡыҙы Сафуанова.
Читайте нас: