Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август 2021, 09:45

Мөмкинлектәр, яуаплылыҡ, алға китеш!

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе "Тәрбиә системаһы трансформацияһы: мѳмкинлектәр, яуаплылыҡ, алға китеш" темаһы аҫтында барҙы.

Мөмкинлектәр, яуаплылыҡ, алға китеш!
Мөмкинлектәр, яуаплылыҡ, алға китеш!

Унда Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов, республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Мәғариф һәм фән министрлығының тәрбиәүи эштәр бүлеге начальнигы Татьяна Хурсан, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Сулпан Уйылданова һәм белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең бер тѳркѳмѳ Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы менән ҡаланың 10-сы мәктәбе башланғыс кластар уҡытыусыһы Валентина Ануфриева наградланды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән Үҙәнбаш мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Баянова, Үҙән мәктәбе директоры Ольга Малахова, Туризм үҙәге директоры Олег Ручушкин бүләкләнде.

 Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән Боғанаҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Ғәсим Сѳләймәнов, Ломовка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Федорова, 21-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Хәбирова, Асы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Ғәниева, Олойылға мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зилә Хәлилова, Аҙналы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәзизә Әхмәтшина, ҡаланың 2-се балалар баҡсаһы ѳлкән тәрбиәсеһе Олеся Баранова, Ломовка балалар баҡсаһының ѳлкән тәрбиәсеһе Гѳлшат Ғимранова, 5-се балалар баҡсаһының физик культура инструкторы Мария Михайлова, Үрге Әүжән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ольга Кудряшова бүләкләнде.

"Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы" знагы менән Абҙаҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Фәттәхова, 13-сѳ мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Людмила Симакова, 18-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Ноғманова, 8-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Оксана Горбунова наградланды.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары Берештамаҡ мәктәбенең математика уҡытыусыһы Лариса Ғәниәтоваға, Ҡаһарман мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәфидә Ғәзизоваға, 16-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталья Захароваға, инглиз теле уҡытыусыһы Ольга Пиндюринаға тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары менән 2021 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороуҙа һәм юғары кимәлдә үткәреп ебәреүҙә ярҙам иткән Гѳлдәр Хажина, Рәхилә Рәхимова, Ирина Домнина бүләкләнде. Башҡортостан

Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттарына 2020-2021 уҡыу йылында уҡыусыларҙың Бѳтә рәсәй олимпиадаһының тѳбәк этабын юғары кимәлдә үткәреүҙе ойошторған мәғариф идаралығы методисы Ольга Пахомова, 20-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Андрей Рыжов лайыҡ булды.

2020-2021 уҡыу йылында муниципаль райондың мәғариф үҫешенә ѳлѳш индергән мәғариф учреждениелары етәкселәре: 3-сѳ мәктәп директоры Владимир Дахтин, 20-се мәктәп директоры Владимир Сатаров, 21-се мәктәп директоры Владимир Кривоус, 17-се мәктәп директоры Александр Соколов, 14-се мәктәп директоры Любовь Морозова, 1-се мәктәп директоры Андрей Портнов, Башҡорт гимназияһы директоры Зилә Мингәрәева, Егәҙе мәктәбе директоры Рәил Ғәлиуллин, Йѳйәк мәктәбе директоры Венер Сибәғәтуллин, Йәш натуралистар станцияһы директоры Нәсимә Иҫәнғәлина, 25-се "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы мѳдире Таңсулпан Бүләкбаева, 19-сы балалар баҡсаһы мѳдире Светлана Хѳсәйенова муниципаль райондың Рәхмәт хаты менән билдәләнделәр.

Һүрәттә: (һулдан уңға) Фирүзә ФӘТТӘХОВА, Рәил ҒӘЛИУЛЛИН, Ғәзизә ӘХМӘТШИНА, Нәсимә ИҪӘНҒӘЛИНА, Динара БАЯНОВА, Азалия НОҒМАНОВА, Әлиә ҒӘНИЕВА, Рәхимә РӘХИМОВА, Гѳлшат ҒИМРАНОВА.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: