Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2021, 12:00

“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә

“Үҫеш нөктәһе” яңы уҡыу йылында Асы, Үҙән, Шығай, Сосновка һәм Үткәл ауылы мәктәптәрендә лә асылды.

“Үҫеш нөктәһе”нән  яңы үрҙәргә
“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә

1 сентябрҙә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған “Үҫеш нөктәһе” яңы уҡыу йылында Асы, Үҙән, Шығай, Сосновка һәм Үткәл ауылы мәктәптәрендә лә асылды. Улар тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештә эшләйәсәк. 2019 йылдан алып районда ошондай 15 үҙәк барлыҡҡа килде.

Методик тәҡдимдәргә ярашлы, “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең бурысы итеп бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерҙәрендә урынлашҡан мәктәптәрҙә төп дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусыларға белем биреү кимәлен күтәреү, балаларға һанлы, тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар йүнәлештәр буйынса дәрестән тыш өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырыу, шулай уҡ “Физика”, “Химия”, “Биология” фәндәре буйынса уҡыу материалын практикала үҙләштереү алынған. Үҙәктәр дөйөм белем биреү ойошмаларына уҡыусыларҙы ылыҡтырыу, төп дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү программаларын заманса ҡорамалдар ҡулланып үҙләштерергә ярҙам итә.

“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре үҙҙәре эшләгән мәктәптәрҙең визит картаһына әйләнә бара. Яңы ҡорамалдар, фирмалы логотиптар, яҡшы ремонт эшләнгән бүлмәләр уҡыусыларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә, педагогтарҙы ла ылыҡтыра. Үҙәктә белем биргән уҡытыусыларҙың барыһы ла квалификацияларын күтәргән, иң заманса тенденцияларға өҫтөнлөк бирһендәр өсөн уларҙы онлайн йәки офлайн форматта даими рәүештә уҡытып торалар.

Үткәл ауылы мәктәбе бинаһында урынлашҡан “Үҫеш нөктәһе”ндә V-IX кластарҙа уҡыған 64 бала уҡытыусылары Рәмзилә Рауил ҡыҙы Хәлилова (химия) һәм Лилиә Ҡадир ҡыҙы Халиканова (физика) менән шөғөлләнәсәк. Бөгөнгө көндә химия,
биология, физика буйынса лаборатор эштәр, робототехника өсөн ҡорамалдар һәм материалдар килгән, кабинеттарҙа тейешле талаптарға ярашлы ремонт эштәре үткәрелгән, йыһазландырылған.

Үткәл мәктәбендә үткән Белем байрамына уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр йылдағыса ашҡынып килде. Мәктәпкә I класҡа - 11, Рысыҡай ауылы филиалына 10 бала килгән.

Сараны алып барыусы Нурсилә Йомағужина тантаналы митингты асыҡ тип иғлан иткәс, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны яңғыраны. Илебеҙ киләсәге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ата-бабаларыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң мәктәп директоры Ринат Йылҡыбаев һүҙ алды.

- Әлеге ике ҡатлы мәктәп 1998 йылда элекке президентыбыҙ Мортаҙа Рәхимов инициативаһы менән һалынды. Яңы уҡыу йылында Үткәл мәктәбендә һәм Рысыҡай ауылы филиалында 124 бала иҫәпләнә. Йылдан-йыл уҡыусылар һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Мәктәпкә Хөсәйен һәм Рысыҡай ауылдарынан V, IX класс уҡыусылары мәктәптең ике автобусында йөрөп уҡыйҙар. Коллективтағы 17 педагогтың барыһы ла юғары белемле, 15-20 йыллап эшләгән тәжрибәле педагогтар күп.

Быйыл мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” асылды, физика, химия, биология фәндәре буйынса кабинеттар барлыҡҡа килде. Уларҙы төҙөкләндереү эштәрендә ярҙамлашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Хәҙер робототехника менән уҡыусылар үҙебеҙҙең мәктәптә шөғөлләнә, был өлкәләге белемдәрен камиллаштырыуҙы дауам итә ала. Беҙгә алға ҡуйылған аныҡ бурыстарҙы үтәргә, яңы ысулдарҙы ҡулланып өлгәш кимәлен күтәрергә, барыбыҙға ла тырышып эшләргә генә
ҡала, - тине Ринат Әшрәф улы.

Уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡунаҡтар - Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов, мәғариф идаралығының балалар баҡсаһы буйынса методисы Лилиә Шаһимырҙанова, Үткәл ауылынан сыҡҡан профессор, иҡтисад фәндәре кандидаты Шәмсинур Шакирова, мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе Рүзидә Ғәйфуллина, ата-әсәләр исеменән Зилә Шәғәлина, Нурсилә Йомағужина ҡотланы. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт тарафынан бирелгән портфелдәр тапшырылды, Фәтих Һаҙый улы беренселәрҙе бүләктәре менән ҡыуандырҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: