Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Октябрь 2021, 11:29

Намыҫлы эш - маҡтаулы

Илебеҙ киләсәге уҡытыусынан башлана. Дәүләтебеҙ ҙә уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк менән ҡарай. Мәғариф өлкәһендә лә ҡаҙаныштар етерлек. Педагогтарҙың хеҙмәтен ваҡытында күреп, билдәләп барыу ҙа уларға артабан тырышып, яңынан-яңы идеялар менән янып-көйөп эшләргә мөмкинлек бирә.

Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғариф идаралығында алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев һәм мәғариф идарылығы начальнигы Сулпан Уйылданова ҡатнашты. Етәкселәр залдағыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе, хеҙмәттәренең мөһимлеген билдәләне.

2021 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүҙә ойоштороусы булараҡ грамоталы һәм аныҡ эш итеүҙәре өсөн мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина, 16-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Бәҙритдинова, 17-се гимназияның информатика уҡытыусыһы Сергей Инкин һәм химия уҡытыусыһы Елена Соловьева, 10-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталья Молчанова,  йәйге каникулдарҙа балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороуҙа актив ҡатнашҡаны өсөн “Бригантина” балалар һауыҡтырыу үҙәге директоры Алексей Гребенкин, 16-сы мәктәп директоры Елисеева, 21-се мәктәп директоры Владимир Кривоус, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге директоры Татьяна Кузнецова, Тирлән мәктәбе директоры Артем Лахмостов, 14-се гимназия директоры Любовь Морозова, Үҙәнбаш мәктәбе директоры Нурия Шаһиморатова муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Быйыл муниципаль район хакимиәте башлығы премияһына ун педагог - 21-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы Луиза Бикбаева, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының рәсем һәм черчение уҡытыусыһы Ленара Ғәзизова, 17-се гимназияның география уҡытыусыһы Гөлнара Ғимранова, 23-сө балалар баҡсаһының физик культура инструкторы Ирина Макарова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алексей Новиков, Абҙаҡ мәктәбенең рәсем һәм технология уҡытыусыһы Рәхилә Рәхимова, ҡала спорт мәктәбе тренеры Наталья Рыжкина, 29-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әнисә Уразаева, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гөлшат Юлчурина лайыҡ булды.

Илгиз Сафый улы ҡулынан 44-се балалар баҡсаһының физик культура инструкторы Динә Әҙелмырҙина, Туҡан мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Ленара Ғилманова, компьютер мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Александр Лопухов, 14-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Любовь Сичкаренко, 27-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зәйтүнә Йәләлетдинова муниципаль район хакимиәте Советының Маҡтау грамотаһын һәм ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант алыуға сертификатты Ленара Ғилманова алды.

Бүләкләү тантанаһының өсөнсө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының наградаларына лайыҡ булыусылар тәбрикләнде. Манышты мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Луиза Ғибәҙуллина, Үҙәнбаш мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Наилә Зарипова - Рәсәй Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына, 14-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Алевтина Василова, 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ҡаһирова, 8-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Гөлсинә Лоҡманова, Сермән балалар баҡсаһы мөдире Сажидә Низаметдинова 21-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Светлана Никитина, “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ғәсимә Орел, 18-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Айгөл Үтәрбаева, Исмаҡай мәктәбе директоры Ғәфифә Хитауллина, Сосновка мәктәбенең география уҡытыусыһы Елена Шайдуллина министрлыҡтың Почет грамоталарына лайыҡ булды.

Бер төркөм алдынғы мәғариф хеҙмәткәрҙәре “Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” күкрәк билдәһе менән наградланды (уларҙы беҙ алдағы һанда яҙҙыҡ).

Бүләкләнеүселәр алдында Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең “Акварель” өлгөлө вокаль ансамбле, “Арлекин” бейеү-эстрада студияһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының “Илһам” бейеү коллективы сығыш яһаны.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: