Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ноябрь 2021, 10:30

Йәш быуын Урал батыр рухында тәрбиәләнә

Инйәрҙең 2-се мәктәбендә V класс уҡыусыларын “Урал батыр мәктәбе” сафына алыу йыйыны үтте.

Йәш быуын Урал батыр рухында тәрбиәләнә
Йәш быуын Урал батыр рухында тәрбиәләнә

Республика көнөнә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл тулыу айҡанлы, Башҡорт тарихы йылы уңайынан, Инйәрҙең 2-се мәктәбендә V класс уҡыусыларын “Урал батыр мәктәбе” сафына алыу йыйыны үтте.
Республикала эшләп килгән “Урал

батыр мәктәбе” проектына мәктәп былтырғы уҡыу йылында ҡушылғайны. Проект сиктәрендә мәктәп кимәлендә “Һомай һылыу” һәм Инйәр төбәге кимәлендә “Урал батыр вариҫтары” бәйгеләре уҙғарылды.

Быйылғы уҡыу йылында V-VIII класс уҡыусылары ҡатнашлығында йыйын үткәреп, бишенселәр “Урал батыр мәктәбе”нә ҡабул ителде. Һәр класс бер ырыу булып, үҙенең ырыуы, ағасы, тамғаһы, ҡошо һәм ораны менән таныштырҙы. Мәҫәлән,
V класс - Үҫәргән, VI “а” - Тамъян, VI “б” - Юрматы, VII “а” - Түңгәүер, VII “б” - Бөрйән, VIII - Ҡатай ырыуы исемендә йөрөй.

VII кластар, Ҡатай ырыуы булараҡ, бишенселәрҙе - үҫәргәндәрҙе мәктәпкә ҡабул итте. Йыйын республикабыҙға арналған, уның тәбиғәтен, кешеләрен данлаған шиғырҙарҙы ятлап ишеттереү, “Башҡортостан” йырын гимн итеп башҡарыу менән дауам итте. “Урал батыр” эпосынан алынған өҙөктәрҙе әйҙәүсе кластар аманат итеп әйтте:

“Яуызға юлдаш булмағыҙ,

Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.

Кешегә ил ҡороғоҙ,

Данлы батыр булығыҙ.

Олоно оло итегеҙ, -

Кәңәш һорап йөрөгөҙ.

Кесене кесе итегеҙ, -

Кәңәш биреп йөрөгөҙ” кеүек теләктәр яңғыраны.

V класс ҡыҙҙарының түштәренә ыҡсым ғына башҡорт милли селтәрҙәре, ә малайҙарға милли биҙәкле галстуктар тағылғас, йыйын Урал батырҙың халҡына еткергән изге өндәмәләре, васыят итеп әйткән һүҙҙәре менән тамамланды.

Был саранан тыш, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары “Олоно оло итегеҙ - кәңәш һорап йөрөгөҙ”, “Кесене кесе итегеҙ - кәңәш биреп йөрөгөҙ”, “Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын” (экологик), “Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар” исемле акцияларҙа ҡатнаша.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: