Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Декабрь 2021, 14:48

Һөнәри юғарылыҡҡа ынтылыусылар

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” исемле II Республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Һөнәри юғарылыҡҡа ынтылыусылар
Һөнәри юғарылыҡҡа ынтылыусылар

Икенсе йыл рәттән ойошторолған конкурсҡа республиканың район-ҡалаларынан 70-тән ашыу эш ҡабул ителгән һәм шуларҙың иң яҡшылары тип табылғандары махсус йыйынтыҡта донъя күргән. Еңеүсе уҡытыусылар үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә 200-ҙән ашыу уҡытыусы белемдәрен камиллаштырҙы, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат  Кәримов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Фәнзилә Ғәзизова, Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе Рифат Әйүпов ҡатнашты.

Конкурсанттар “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған телдә уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә”, “Мәктәптә туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методик һәм педагогик тәжрибә”, “Һөнәри белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методик һәм педагогик тәжрибә”, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеүҙә иң яҡшы методик һәм педагогик тәжрибә”, “Туған телдәрҙә үткәрелгән дәрестән тыш саралар буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә”, “Туған телде уҡытыуҙа һанлы белем биреү ресурстарын ҡулланыу буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә” номинацияларында билдәләнде.

“Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” конкурсында беҙҙең Белорет районы һәм ҡалаһынан да уҡытыусылар ҡатнашты.  Ҡаланың 21-се мәктәбенән Гөлсибәр  Шакирова менән Шығай мәктәбенән Гөлсөм Йылҡыбаева призерҙар тип билдәләнде һәм Өфө ҡалаһына тантаналы бүләкләү сараһына саҡырылды. Уларҙың эштәре иң яҡшылар рәтенә индерелеп, методик йыйынтыҡта баҫылып сыҡты. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Эштәрендә артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: