Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь 2021, 11:53

Телде һаҡлауға өлөш

Өфөлә Башҡорт теле көндәре сиктәрендә башҡорт теле буйынса яңы “Афарин” дәреслегенең презентацияһы үтте.

Телде һаҡлауға өлөш
Телде һаҡлауға өлөш

Унда II-IV кластар өсөн “Төбәкте өйрәнеү. Башҡортостан” (Авторҙары: М.С. Дәүләтшина, Ф.Т. Күзбәков), Башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн “Афарин” (Авторҙары: Б.З. Астанова, С.М. Уйылданова), “Аҡ тирәк, күк тирәк шиғырҙар йыйынтығы (Авторы: Ә.С. Ғаязов), өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе формалаштырыу буйынса эш дәфтәре һәм дидактик альбом (Авторҙары: Э.Г. Ҡасимова, Г.Р. Таҡыева), “Башҡорт һәм рус телдәренең сағыштырма грамматикаһы” (авторы: Э.Ф. Рәхимова), урта һөнәри белем биреү өсөн “Башҡорт теле” (авторҙары: В.И. Хажин, З.А. Рәхмәтуллина) дәреслектәре менән таныштырылды.

Авторҙар яҡын арала республика мәктәптәренә ебәреләсәк яңы әсбаптар тураһында һөйләне, шулай уҡ уҡытыусы-практиктар, атаәсәләр, йәмәғәтселәр үҙҙәренең фекерҙәрен белдерҙе, Башҡортостан Республикаһының Милли мәғариф һәм фән министрлығы идаралығы начальнигы Азат Батыршин сығыш яһап, яңы китап авторҙарына рәхмәт әйтте.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға һөҙөмтәле система булдырылды. Йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙә Башҡортостанда йәшәгән халыҡ вәкилдәренең мәҙәниәтенә, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ихтирам тыуҙырыуҙың әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, белем биреү ойошмаларының уҡыу-методик базаһын нығытыу һәм үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр алып барыла, этно-мәҙәни, төбәк үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған дәреслектәр, уҡыу пособиелары төҙөлә.

Уҡыу баҫмаларының сифатын күтәреү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы эргәһендә уҡыу-методик совет эшләй. Унда республика мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу-методик пособиелар өсөн тәҡдимдәр ҡарала.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: