Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2022, 17:08

Белем кимәлен һынаныҡ

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт берекмәләренең  халыҡ-ара союзы менән берлектә, уҙған шәмбелә, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022” акцияһы үтте.

Белем кимәлен һынаныҡ
Белем кимәлен һынаныҡ

Ул онлайн һәм офлайн форматта уҙғарылды һәм башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, телдә иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн өс вариантҡа бүленде.

Диктантты онлайн яҙғандарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, Бәйләнештә социаль селтәрендә, Телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыны. Уларға үҙ аллы яҙған текст ҡағыҙын фотоға төшөрөп, ойоштороусыларҙың махсус электрон почтаһына йәки Телеграм-ботҡа тикшереү өсөн ебәреү мөмкинлеге 23:59 сәғәткә тиклем бирелде.

Ғәҙәти режимда яҙғандар өсөн район-ҡала мәктәптәрендә, китапханаларҙа майҙансыҡтар эшләне. Уларға килгәндәр араһында милли биҙәүестәр тағып, милли кейемдәребеҙҙе кейеп килгәндәрҙең булыуы сараға байрамса төҫ бирҙе һәм кәйеф күтәренкелеге өҫтәне.

Мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Лариса Хәлфетдинова белдереүенсә, 2015 йылда башланған, халыҡ-ара статус алған матур сарала ҡатнашыусылар һанының беҙҙең районда йылдан-йыл арта барыуы күҙәтелә, майҙансыҡтар һаны күбәйә. Телебеҙҙе һаҡлауға, өйрәтеүгә, юғалтмауға нигеҙләнгән акцияла һәр кемдең енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан ҡатнаша алыу мөмкинлеге булыуы, уны мотлаҡ рәүештә махсус майҙансыҡтарҙа яҙыу талап ителмәүе яҡшы.

- Беҙ был акцияға бер кемде лә көсләп, мәжбүри рәүештә ҡатнаштырмайбыҙ. Теләһәң -ысын исем-шәрифеңде яҙ, теләмәһәң - юҡ. Диктант буйынса ниндәй билдә ҡуйылыуы ла киң мәғлүмәт сараларында күрһәтелмәй. Шуға күрә, башҡорт телен белеү кимәлен һәр кем уңайһыҙланмайынса тикшереп ҡарай ала.

Район-ҡала мәктәптәрендә, гимназияларҙа, лицей-интернатта был көндө телде башланғыс кимәлдә белгән  - 348, телдә иркен аралашҡан - 809, уҡыусы, уҡытыусы, студенттар, ата-әсәләр, яҙыусылар, йәмәғәтселәр һәм башҡалар яҙҙы. 353 -"5"-ле,  448 -"4-"-ле,  336 кеше "3"-лө билдәләренә яҙҙы,  - ти Лариса Хәлфетдин ҡыҙы.

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында башҡорт теленән  халыҡ-ара диктант яҙыуҙа уҡыусылар, уҡытыусылар, медицина колледжы студенттары ҡатнашты (Һүрәттә). Башҡорт телендә иркен аралашҡан 90 кешегә диктантты дүрт кабинетта гимназия уҡытыусылары Сәриә Ҡаһарманова, Гөлназ Байрамғәлина, Линара Ғәзизова һәм Эльмира Усманова уҡыны.

Гимназияның IX класс уҡыусыһы Ильяс Шаһиязданов та йыл һайын диктантты ҙур теләк менән яҙа: "Мин башҡорт гимназияһында I кластан алып уҡыйым һәм үҙ ихтыярым менән был белем усағын һайланым. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты берене тапҡыр VII класта яҙғайным, баһаһы яҡшы булыуы дәрт өҫтәне һәм телебеҙҙе барлыҡ нескәлектәренә ҡәҙәр өйрәнеү, орфографик хаталарҙы булдырмау йәһәтенән тырышлығым артты.  Диктантта осраған ҡатмарлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу-яҙмауым тураһында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән әсәйемдән, йәки уҡытыусыларымдан һорайым. Һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн Интернет аша тикшермәйем, сөнки уларҙа хата булыуы ихтимал", - ти ул. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: