Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Август 2022, 11:39

Белем - ҡиммәтле, ә уға өлгәшеү тағы ла ҡиммәтлерәк

Август - мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсәләр  өсөн мәшәҡәтле, сығымлы осор. Яңы уҡыу йылына  матур ҙа, сифатлы ла, шул уҡ ваҡытта хаҡы ла артыҡ “тешләшмәгән” әйберҙәрҙе табыр өсөн уларға магазиндар, баҙар буйлап әллә күпме йөрөргә тура килә.

Белем - ҡиммәтле, ә уға өлгәшеү тағы ла ҡиммәтлерәк
Белем - ҡиммәтле, ә уға өлгәшеү тағы ла ҡиммәтлерәк

Нисек кенә экономияларға тырышһаң да, бер баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 10 мең һумдан ашыу аҡса китә. Беренсе класҡа барғандарға был сумма тағы ла юғарыраҡ -  ҡыҙҙарға уртаса - 16, малайҙарға 14 мең һум китә, ти ата-әсәләр. 

Балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләгәндә артыҡ аҡса түкмәҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, ниндәйҙер ваҡиға алдынан (Яңы йыл байрамы, 8 март һ.б.) был көндә актуаль булған әйберҙәргә хаҡтар арта. Шунлыҡтан, яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙе йәй уртаһында башлау хәйерле. Кейемдәрҙе мотлаҡ балаға кейҙереп, йәйге осорҙа уның үҫәсәген иҫәпкә алып, әҙерәк мулырағын һайларға була, ә канцелярия тауарҙарын алдан алыуҙың бер ниндәй зыяны юҡ.

Әйберҙәр алғанда башҡа ата-әсәләр менән бергә йөрөү ҙә хәйерле. Тауарҙарҙы күмәртәләп алған осраҡта, күп кенә магазиндар ташлама яһай.

Алдан уҡ мәктәпкә тейешле әйберҙәрҙең исемлеген ҡағыҙға теркәгеҙ, сөнки меңәрләгән предметтарҙы күреп, күҙегеҙ сыбарланасаҡ һәм бөтөнләй кәрәкмәгән нәмәне һатып алыуығыҙ бар.

Танылған мультфильм, әкиәт персонаждары төшөрөлгән дәфтәр, пенал, биштәрҙәр   ҡиммәтерәк тора. Уларҙы һатып алыр алдынан балаларҙың эмоциялары бер предметтан икенсеһененә тиҙ күсеүен онотмағыҙ. Бөгөн ул йәнһүрәтте яратып ҡараһа, иртәгәһенә оҡшатмауы мөмкин. Бынан тыш, сағыу һүрәттәр баланың иғтибарын уҡыу процесынан  ситкә йүнәлтә.

Әгәр бала тәү тапҡыр мәктәпкә бармай икән, моғайын уҙған уҡыу йылынан яҡшы торошта ҡалған күп кенә канцелярия әйберҙәре барҙыр. Яртылаш бөткән ручкаларҙы, тамамланмаған дәфтәрҙәрҙе ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙы өйгә эш эшләгәндә ҡуллана, ҡаралама урынына файҙаланырға була.

Хаҡтар ни хаҡ?

Шулай итеп, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү барышы, баҙар хаҡтары менән танышыу маҡсатында ҡаланың “Аструм” баҙарына юлландыҡ.

Ҡыҙҙарға блузкалар 800-ҙән 1300-гәсә, күлдәктәр 1000 һумдан алып, алъяпҡыстар - 400-600, итәктәр - 500-800 һум, аҡ колготкиҙар 100 һумдан башлана.

Малайҙар салбары 500-1100 һум, күлдәк - 500 һумдан алып, жилет - 600, костюм-салбар - 2500-ҙән алып тора.

Аяк кейемдәренә килгәндә, кроссовкиҙар - 600, малайҙар өсөн туфли - 700, ҡыҙҙарҙыҡы - 800 һумдан башланһа, спорт костюмдары 1300-2500, водолазкалар - 400-600 һум тирәһе. Аяҡ кейемдәре менән һатыу иткән көньяҡ халҡы күмәртәләп алғандарға ташлама яһарға әҙер.

Биштәрҙәр 900 һумдан башлана, сифатлыраҡтары, ортопедик стенкаһы булғандары 2500 тирәһе.

Пеналдың иң осһоҙо 110 һум булһа, көндәлекте 60 һумдан башлап табырға була. 12 битле дәфтәр (шаҡмаҡ һәм буй) - 9, 17 битлеһе - 9, 12 төҫлө буяу ҡәләме - 55, төҫлө ҡағыҙ һәм ҡатырға - 30, пластилиндың 10 төҫлөһө - 70, краска (6 төҫ) 50 һумдан алып.

Өс бала әсәһе Гөлсинә М. быйыл кесе ҡыҙын беренсе класҡа йыйнай. Өҫ кейемдәренең күпселеген “Детский мир” магазинында “Ике тауар алһаң - өсөнсөһө бушлай” акцияһы барышында алған.  “Ғәҙәттә балаларҙы августың һуңғы көндәрендә Магнитогорск ҡалаһына алып барып , ошондай акция барған ерҙә кейендерәм. Юл хаҡын ҡушҡан осраҡта ла, сығым күпкә кәмерәк була. Ҡыҙыма әле биштәр алаһы бар. Китаптарҙың күплеген, баланың умыртҡа һөйәгенә күп көс төшәсәген иҫәпкә алып, уның сифатлырағын, ортопедик тороштағын аласаҡмын. Кацелярия тауарҙарына 1 класс балаһына 1000, ҡалған 2 уҡыусыға 1700 һум аҡса китте. Әле алаһы әйберҙәр күп кенә. Ҡайҙа ниндәй акция, ташламалар бара - ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Кейемдәрҙең тәү сиратта сифатына, уҡыу йылы аҙағынаса етерлек булыуына иғтибар итәм. Бынан тыш балаларҙың зауығын да иҫәпкә алаһы бар. Өс баланы  яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн 35-40 мең һумдан да кәмерәк аҡса китмәйәсәк”, - ти ул.

Альбина Ғ.: “Ғаиләбеҙҙә ике уҡыусы - улыбыҙ XI, ҡыҙыбыҙ VI класҡа бара. Уларҙы яңы уҡыу йылына кейендереү, канцелярия тауарҙарына ғаилә бюджетынан 25-30 мең һум аҡса китер тип самалайым. Ҡыҙыма әле аяҡ кейеме, бантик кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәр алаһы ҡалды. Кейемдәрҙе ҡала баҙарынан һәм төрлө кибеттәрҙән алдыҡ. Улыбыҙ иһә барлыҡ әйберҙәргә Интернет аша заказ биреп, үҙенә оҡшағанын, йәне теләгәнен үҙе һайланы. Тауарҙар ошо көндәрҙә килеп етәсәк.

Канцелярияны башҡа ата-әсәләр кеүек алдан алып һалып ҡуймайым. Балалар хәҙер үҙ аллы булғанлыҡтан, уларҙы үҙҙәре һатып алалар. Бының шуныһы яҡшы - беренсенән улар ниндәй һүрәт төшөрөлгән пенал, йәки ниндәй төҫтәге көндәлек оҡшағанлығын, яңы уҡыу йылында нимәләр кәрәк буласағын минән яҡшыраҡ белә, икенсенән мине был мәшәҡәттән арындыралар”. 

Яңы уҡыу йылы башланыуға ике аҙнанан саҡ ҡына ашыу ғына ваҡыт ҡалды. Ата-әсәләргә хаҡы ла, сифаты ла ҡәнәғәтләндерерҙәй өҫ-баш  кейемдәрен, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тиҙерәк һатып алып бөтөп, еңел тын алырға яҙһын.

 

Һүрәттә: Һатыусы ҡыҙ - Физалия.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: