Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2022, 16:49

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам иттеләр

“Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгендә “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы сиктәрендә бер төркөм балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырылды.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам иттеләр
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам иттеләр

Республикабыҙҙа 12-се тапҡыр рәттән ойошторолған был сара 1 июлдә старт алды һәм сентябрь урталарына тиклем дауам итәсәк. Акцияның маҡсаты булып,  ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү тора.

Республика акцияһын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора, координаторы - “Ғаилә” республика ресурс үҙәге.

Быйылғы йылда район-ҡаланың эшҡыуарҙары, ойошма, предприятиелары һәм был шәфҡәтлелек акцияһына битараф булмаған ябай кешеләр ярҙамында 506 мең һумлыҡ уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылған. Был көндө “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгендә иҫәптә торған 57 ғаиләләге балалар был ярҙамды алды. Уларға биштәрҙәрҙе һәм канцелярия тауарҙарын “Башинформсвязь” йәмғиәте вәкиле Алексей Бабощенко тапшырып, тырышып уҡыуҙарын теләне.

Быйылғы йылда илдә барған хәл-ваҡиғалар сәбәпле, йыйылған ярҙам Луганск, Донецк халыҡ республикалары балаларына ла биреләсәк. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: