Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2022, 15:26

Бала күңеленең белгесе

Урта мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр эйәһе булырға тигән һорау тыуманы. Сөнки балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу хыялы 9 йәшемдә уҡ барлыҡҡа килгәйне.

Бала күңеленең белгесе
Бала күңеленең белгесе

Мәктәпкәсә йәштә - бала шәхес булып формалаша, уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең киләсәктәге яҙмышы уның балалар баҡсаһындағы тәрбиәсеһенең белеменә, иғтибарына, түҙемлегенә, баланың эске донъяһын аңлай
һәм тоя белеүенә бәйле. Туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөтөп, мең ғазаптар кисереп яҡты донъяларға тыуҙырған, тыуғандан алып бер көн дә үҙенән айырылмаған бәләкәсен балалар баҡсаһына бирер алдынан әсә кеше уғата хафалана. Сөнки бала менән беренсе айырылышыу - ҙур стресс. Ул минһеҙ ни эшләр, башҡа балалар араһында үҙен нисек тойор, тәрбиәсеһе яҡшы булырмы, тигән ише уйҙар сүкей улар мейеһен. Ҡаланың
31-се “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Розалия ҒӘЙФУЛЛИНА ҡулына балаһын тапшырған ата-әсәләргә был йәһәттән борсолаһы юҡ. Был өлкәлә өс тиҫтә хеҙмәт стажына эйә булған ханымдың яғымлылығы, һөйкөмлөлөгө йөҙөнә яғылған. Хәйер, уның эшенә яуаплы ҡарауын, балаларҙы яратыуын, һәр баланы әсәләрсә хәстәрләүен белгәндәр бәләкәстәрен тап уның төркөмөнә бирергә тырыша.

- Сығышым менән Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан. Урта мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр эйәһе булырға тигән һорау тыуманы. Сөнки балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу хыялы 9 йәшемдә уҡ барлыҡҡа килгәйне. Зоя апайымдың улы тыуғас, патронаж шәфҡәт туташы өйгә килә торғайны. Ул саҡта мин балалар педиатры булам тип хыялланғайным. Миңә 14 йәш булғанда апайым ҡыҙ алып ҡайтты. Шунан башланды ла инде минең “тәрбиәсе” ролем. Ҡусты-һеңлемде ҡарау, уларҙы ниндәйҙер яңы һөнәргә өйрәтеү шул тиклем оҡшай торғайны. Бер мәл, апайымдар Киев, Мәскәү ҡалаһына эштәре буйынса бер аҙнаға юлланған саҡта балаларын миңә тулы ышаныс менән ҡалдырҙылар. Ҡайтҡас: “Һеңлем! Мин бәпестәремде танымайым. Һин уларҙы был арала әллә күпме һөнәргә, тәртипкә өйрәтеп өлгөргәнһең. Һиңә мотлаҡ тәрбиәсе булырға кәрәк. Өфөлә уҡығанда Белорет педагогия колледжын бик маҡтай торғайнылар һәм унда көслө, иң яҡшы белгестәр әҙерләнеүе тураһында йыш һөйләнеләр”, - тип миңә Белоретҡа уҡырға инергә тәҡдим итте. Үҙе лә педагогик белемгә эйә булғанғалыр, булмышымдың балалар менән эшләүгә тәғәйенләнгәнен һиҙгәндер.

Уның һүҙҙәренән һуң оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Таулы-урманлы төбәк кенә тип белгән был ҡаланы картанан ҡарағас, уйға баттым. Бигерәк йыраҡ! Ял, байрамдар һайын ҡайтып йөрөү тәтемәйәсәк, тик каникулға ғына... Нисек кенә булмаһын, яҡшы белем алыу теләге көслөрәк булып сыҡты һәм мин Белорет педагогия колледжының тәрбиәселәр әҙерләү бүлеге студенткаһы булып киттем. Бер ниндәй ҙә туғаным да,
таныштарым да булмаған ҡалала тәүге осорҙа тыуған яҡтарҙы, атай-әсәйемде һағынып йыш илай инем. Уҡыуымды ташлап ҡайтып китеү теләге лә булды.

Шулай итеп, 1987 йылда ике генә “4”-ле менән уҡыуымды тамамланым. Ул саҡта йәш белгестәргә эшкә йүнәлтмә бирә торғайнылар. Мине ҡаланың 27-се балалар баҡсаһына ебәрҙеләр. Бер аҙҙан Белорет егете Риф Мөхәмәт улына тормошҡа сыҡтым. Ул Магнитогорск металлургия институтына уҡырға инеүе сәбәпле, күрше ҡалаға күсергә мәжбүр булдыҡ. Мин шунда уҡ балалар баҡсаһына һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым, бер аҙҙан мөхәббәт емеше - ҡыҙыбыҙ яҡты донъяға ауаз һалды.

Иптәшем ҡулына диплом алғас, оло йәштәге ҡайным менән ҡәйнәмдең үтенестәре буйынса йәнә Белоретҡа ҡайттыҡ. Мине ҡуш ҡуллап 27-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп алдылар. Икенсегә атай-әсәй булып, бәхетле генә ғүмер кисереп ятҡанда тормошобоҙҙоң аҫты-өҫкә әйләнде... Тормош иптәшем Свердловск өлкәһендә аварияла һәләк булды... Дүрт йәшлек улымды, һигеҙ йәшлек ҡыҙымды ҡосоп, утыҙға ла етмәйенсә яңғыҙ ҡалдым. Өҫтөмә ябырылған ҡайғынан баш күтәрер әмәл табырға теләп, баҡса мөдиренә тәрбиәсе эшенән бушатыуын һорап индем.

Компьютер курсын үтеүем тураһында белгәс, хәлемде аңлап, ҡаланың 31- се балалар баҡсаһына документтар менән эш итеүсе итеп күсерҙе. Методик кабинетта ике йыл тирәһе эшләгәс, яратҡан һөнәрем үҙенә кире тартты. Бәләкәстәрҙең байрамдар ваҡытында йырлаған йырҙарын, шат тауыштарын ишетеп, уларҙы шул тиклем һағына инем.

Тәрбиәсе булып балаларҙы яратмаған кеше эшләй алмай. Эшемде шул тиклем яратам, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас балалар баҡсаһына “йөрөмәйенсә” нисек йәшәремде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Хәҙер инде тәүге тәрбиәләнеүселәремә 33 йәш тирәһе. Элекке сығарылыштарым үҙҙәре атай-әсәй булып бөтһәләр ҙә, мәктәптә, уҡыу йорттарында уҡыһалар ҙа онотмайҙар, йыл да яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, гөлләмәләр бүләк итеп торалар.

Минең өсөн эшемдә иң ауыры - ул мәктәп йәшенә еткән балалар менән хушлашыу. Был йылдар эсендә бер ғаиләгә әүерелеп, уларға ылығып бөтәһең. Сығарылыш кисәләрендә һәр ваҡыт күҙ йәштәре аша айырылышабыҙ.

Тәрбиәләнеүселәремде изге йөрәкле, ғәҙел, тырыш, түҙемле булып үҫтерергә тырышам. Яҡшы холоҡ - бөтә ғүмергә бүләк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Тап балалар баҡсаһында баланың характерына нигеҙ һалына. Улар һинең яратыуыңды тоя һәм алдашыуыңды һиҙә белә. Шунлыҡтан һәр көн эшкә йылмайып, яҡшы кәйефтә килергә, улар менән туҡтауһыҙ аралашырға, ярай белергә, бер ҡасан да тауыш күтәрмәҫкә кәрәк.

Хеҙмәт юлымда һәр саҡ мине аңлаған, ауыр саҡта ярҙам итергә әҙер торған етәкселәр, коллегалар осраны. 31-се балалар баҡсаһының элекке мөдире Тамара Сергеевна Мухинаға, мөдиребеҙ Наталья Владимировна Поповаға, баҡсабыҙҙың методистары - Оксана Васильевна Домнина менән Валентина Владимировна Березинаға, “Буратино” төркөмөндә минең менән 15 йыл бергә эшләгән кесе тәрбиәсе Рәшиҙә Мөҙәрис ҡыҙы Суфияноваға ҙур рәхмәтлемен!

Аллаға шөкөр, эшем менән дә, ғаиләм менән дә бәхетлемен. Ҡыҙым Олеся ҡаланың мәғариф идаралығында - бухгалтер, улым Руслан - шәхси эшҡыуар. Икеһе лә ғаиләле. Ике ейәнсәргә һәм бер ейәнгә өләсәй булыуҙан йыуаныс алып, буш ваҡытымды уларға бүлергә тырышам”, - ти Розалия Ғәли ҡыҙы.

Тәрбиәсе - кемдәрҙер өсөн баланы ата-әсәһе эштә саҡта ҡарап тороусы ғына кеүек, ә ысынында ул Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләй, бәләкәстәрҙең аҡылын камиллаштыра, тәртипкә өйрәтә, шәхес итеп формалаштыра. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып, бала күңеленең белгесе булып ҡала.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: