Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 11:21

Изге эштәр уның иңендә

Педагогик уҡыу йорттарын тамамлаған күп кенә йәштәр һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашырға ашыҡмай, уларҙың ҡайһы берҙәре тәүге хеҙмәт аҙымдарын яһай башлау менән ауырлыҡтарға түҙә алмай һөнәрҙәренән китә.

Изге эштәр уның иңендә
Изге эштәр уның иңендә

Мәктәп мәшәҡәттәренә күнегеп, балаларҙың меңәрләгән һорауҙарына яуап бирергә әҙер булған, булмышының белем биреүгә тәғәйенләнгәнен аңлаған һәм һөнәрен яратҡан уҡытыусылар арабыҙҙа күп кенә. Шундайҙарҙың береһе - Белорет педагогия колледжы преподавателе Данил СӨЛӘЙМӘНОВ менән Уҡытыусылар көнө алдынан әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Уҡытыусылар араһында ирегеттәр һирәк күренеш. Ғәҙәттә көслө заттың күпселеге техник йүнәлеште һайлай...
► Эйе. Мин дә Ишле мәктәбен тамамлағас, автомеханикка уҡырға барырға хыялланғайным. Ғүмер буйы мәктәптә балаларға физика фәненән белем биргән әсәйем - Зәкирә Әҡсән ҡыҙы башта педагогия колледжына барып ҡарарға тәҡдим итте һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә уңышлы һынау тоттом. 2007 йылда колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға индем. Уҡыу менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейында фәнни хеҙмәткәр булып эшләп алдым. Магистратурала уҡығанда ил алдындағы хәрби бурысымды үтәргә саҡырыу алдым һәм бер йыл Хабаровскийҙа разведка подразделениеһында хеҙмәт иттем.
Уҡыуҙы тамамлағас, 2013 йылда Ломовка мәктәбенә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм ОБЖ уҡытыусыһы булып эшкә урынлаштым; класс етәксеһе булып, бишенселәрҙе оло тормош юлына сыҡҡансы “етәкләнем”. 2021 йылдан ҡаланың педагогия колледжына эшкә күстем һәм уҡытыу менән бер рәттән информатика, физик культура һәм туризм буйынса бүлек мөдире вазифаһын атҡарам.

► Мәктәп уҡыусылары менәнме, әллә студенттар менән эшләү
оҡшаймы?
► Студенттар менән эшләү ҡыҙығыраҡ, егет-ҡыҙҙар менән уртаҡ тел табыу миңә еңелерәк бирелә. Улар һәр саҡ яңы идеялар уйлап сығара, яңы пландар ҡора. Был һөнәргә уҡырға маҡсат менән, аңлы рәүештә килгәндәр һәм улар һинең һәр идеяңд  “элеп” алып, шунда уҡ уны тормошҡ  ашырыу юлын эҙләй башлайҙар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар. Яңыраҡ III курс студенттары менән Айғыр тауына барыу, улар өсөн дә, минең өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Аралашып, сәйәхәттән көс-ғәйрәт туплап ҡайттыҡ. Киләсәккә пландар күп, әммә улар тураһында алдан ҡысҡырып һөйләргә яратмайым.

► Эштән тыш, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, шөғөлдәрегеҙ бар?
► 2015 йылда бер төркөм егеттәр менән “Дозор” запастағы яугир-разведчиктарҙың урындағы йәмәғәт ойошмаһын булдырҙыҡ. Әле мин уның рәйесе һәм ойоштороусыһы булып торам. Үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙе, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙы, спортҡа ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. ДОСААФ-тың Белореттағы өлгөлө автомәктәбендә “Йәш разведчик” түңәрәген алып барабыҙ. Балаларға һәм үҫмерҙәргә хәрби йүнәлештә белем биреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Егет-ҡыҙҙар менән аҙнаһына өс көн шөғөлләнәбеҙ: запастағы хәрби ветерандар, күренекле шәхестәр, рәссамдар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, автоматты һүтеп-йыйыу, миналарҙы нисек зарарһыҙландырыу, тәүге ярҙам күрһәтеү, парашют менән ырғыу һәм башҡалар тураһында дәрестәр үткәрәбеҙ. Сөнки мәктәптәрҙәге ОБЖ дәрестәрендә генә быларҙың барыһына ла өйрәнеп бөтөү мөмкин түгел. Занятиеларҙы ҡалдырмай йөрөгәндәр 9 Май байрамындағы парадта ҡатнашты һәм муниципаль район хакимиәтенән уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Түңәрәктә 8 йәштән 16 йәшкәсә 30- ға яҡын бала йөрөй. Әле яңы миҙгелгә уҡыусыларҙы ҡабул итеү бара. Әйткәндәй, түңәрәкте үткәреү өсөн бүлмә биреүҙәрен һорап хакимиәткә хат яҙғас, ДОСААФ-тың элекке директоры Рәшид Таһиров ҡуш ҡуллап риза булды. Форсаттан файҙаланып уға рәхмәтемде белдерәм.

► Илһөйәрлек рухы бәләкәйҙән, ғаиләлә тәрбиәләнә. Улдарығыҙға ла был мөҡәддәс бурысты бөгөндән тапшыра башлағанһығыҙҙыр?
►Тормош иптәшем - Ноҡат һылыуы Нурия Кинйәбай ҡыҙы менән 8 йәшлек Нияз һәм 5 йәшлек Рамаҙан исемле улдар тәрбиәләйбеҙ. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең шәжәрәләре, яуюлдары менән таныштырырға, Тыуған илебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙға,телебеҙгә, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргәһәм уларҙы Ватаныбыҙҙың лайыҡлыграждандары итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ.

► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Данил Наил улы. Киләсәктә ауыр һәм яуаплы булған эшегеҙҙә уңыштар һәм алдығыҙға ҡуйған барлыҡ маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: