Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Октябрь 2022, 11:23

Яҡташыбыҙ ҡунаҡҡа килде

Ошо көндәрҙә ҡала лицей-интернатына яҡташыбыҙ, шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар бсоюздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире Гүзәл Ситдиҡова ҡунаҡҡа килде.

Яҡташыбыҙ ҡунаҡҡа килде
Яҡташыбыҙ ҡунаҡҡа килде

Был сараға уҡыусылар етди әҙерләнеп, билдәле шәхесте көтөп алды һәм осрашыу йылы мөнәсәбәттә үтте.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы уҡыусыларға туған телде белеүҙең әһәмиәте, уны һаҡлау, яҡлау, ҡәҙерләү беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ булып тороуын, башҡорт теленең киләсәге тураһында аңлатып һөйләне.

Унан һуң I-VI класс уҡыусылары араһында шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләү һәм әҫәрҙәренә ҡарата иллюстрациялар төшөрөү буйынса  конкурс ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан уҡыусыларға яҡташыбыҙ Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптарын бүләк итте.

Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың апрель айында Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы лицей-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын шефлыҡҡа алғайны. Осрашыу һуңында бүлмәгә уҡытыу-тәрбиә эштәрен камиллаштырыуға тәғәйенләп 3D-принтер, күп томлы “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н, ҡушымталары менән “История башкирского народа” томдарын бүләк итте.

“Уҡыусыларҙың шундай тәбиғилек менән тасуири итеп шиғырҙарымды һөйләүҙәренә, әҫәрҙәрҙе лә зауыҡ менән һайлай белеүҙәренә һоҡландым. Ғөмүмән, лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Эльза Ғәфүр ҡыҙы Сөләймәнованың үҙ эшенә бик яуаплы ҡарауы, уҡыусыларында туған телгә һөйөү уятырға тырышыуы маҡтауға лайыҡ. Киләсәктә ошондай йылы, күңелдә матур хис-тойғолар ҡалдырырлыҡ осрашыуҙар күп булыр тип ышанам”, - ти Гүзәл Ситдиҡова.

Уҡыусыларҙың музыкаль күстәнәстәре менән үрелеп барған саранан һәр кем йылы тәьҫораттар алып, ҡыуанып таралышты.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: