Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2022, 15:26

Уҡыуҙа ла, сәхнәлә лә һынатмайҙар

Ҡала медицина колледжының “Ижади эҙләнеү” клубы ағзалары жюриға һәм тамашасыларға “Был беҙҙең тыуған ил...” исемле әҙәби-мәҙәни композицияны тәҡдим итте.

Уҡыуҙа ла, сәхнәлә лә һынатмайҙар
Уҡыуҙа ла, сәхнәлә лә һынатмайҙар

Күптән түгел Өфө ҡалаһының Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһының медицина һәм фармацевтика колледждары студенттарының XV “Студенттар осрашыуы - 2022” художество ижады фестивале үтте. Унда йыл һайын республиканың 9 колледжы студенттары “Вокал”, “Хореография” һәм “Үҙенсәлекле жанр” номинациялары буйынса жюриға үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә.
“Студенттар осрашыуы - 2022” Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы һәм Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналды.
Ҡала медицина колледжының “Ижади эҙләнеү” клубы ағзалары жюриға һәм тамашасыларға “Был беҙҙең тыуған ил...” исемле әҙәби-мәҙәни композицияны тәҡдим итте. Программа барышында Тыуған ил тураһында йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр менән сығыш яһанылар, “Йәрминкәләр” инсценировкаһын сәхнәләштерҙеләр.
Һөҙөмтәлә, беҙҙең студенттар командаһы Башҡортостан Республикаһы медицина колледждары араһында почетлы II урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ “Хореография” номинацияһында “Ялҡын” бейеү ансамбле “Белорет урамдары” бейеүе менән I дәрәжә Диплом менән бүләкләнһә, “Үҙенсәлекле жанр” номинацияһында “Һүҙ сәнғәте” әҙәбиәт студияһы II урынды яуланы.
Ҡала медицина колледжының “Ижади эҙләнеү” клубы ағзаларын мәртәбәле еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә уңыштарының күп булыуын теләйбеҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: