Унда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, “Аҡ тирмә” үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, “Урал батыр мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашырыусы Белорет, Мәләүез, Миәкә, Йылайыр, Ейәнсура райондары һәм Салауат, Күмертау, Өфө ҡалалары уҡытыусылары, башҡорт балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде. Мәртәбәле сарала мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Саматова, ошо уҡ мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе Асия Йосопова ҡатнашты.
Семинар барышында асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре уҙғарылды, “Урал батыр” эпосында бирелгән тормош фәлсәфәһе, тәрбиәүи ҡанундар төрлө сараларҙа ғына түгел, дәрестәрҙә лә киң ҡулланылыуы күрһәтелде, Мәрйәм Бураҡаеваның “Урал батыр” эпосы буйынса тәҡдим иткән иң мөһим ун йүнәлештең икенсеһенә - ғаилә темаһына нигеҙләнеп үтте. Мәрйәм Мирсәйет ҡыҙы аудиояҙмаһында эпосты ҡат-ҡат уҡып, унда кинәйә менән бирелгән аҡылды, рухи ҡиммәттәрҙе тәрән аңлап, балаларға дөрөҫ аңлатыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә “Урал батыр мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашырыуҙа күрһәткән әүҙемлектәре, йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә ирешкән уңыштары өсөн Әлиә Марс ҡыҙы менән Асия Рим ҡыҙы “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәгенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Уларға артабан да ҡанатланып, ухланып эшләргә яҙыуын теләйбеҙ!