Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ғинуар 2023, 14:39

Йәшлектә йәшнәгәндәр - бәхеттә йәшәгәндәр!

2005 йылда 25 ғинуарҙы илебеҙ Президенты Владимир Путин Рәсәй студенттары көнө тип иғлан итте.

Йәшлектә йәшнәгәндәр - бәхеттә йәшәгәндәр!
Йәшлектә йәшнәгәндәр - бәхеттә йәшәгәндәр!

Тарихҡа күҙ һалғанда, Рәсәйҙә Мәскәү дәүләт университеты асылған көн борондан студенттар көнө булараҡ билдәләнеп килде һәм ике быуаттан ашыу дауам итеп килгән байрамға 18 йыл элек кенә рәсми төҫ бирелде.

Тәүге студенттар барлыҡҡа килгәндә унда уҡыусыларҙы школяр тип йөрөткәндәр. Һуңынан был һүҙҙе студент (латинсанан студенс - ҡылым, “шөғөлләнеүсе” тигәнде аңлата) тип үҙгәртәләр. Ул башта уҡыу йорттарында уҡығандарҙы ла, эшләгәндәрҙе лә аңлата. Күпмелер ваҡыттан ғалимдар өсөн айырым дәрәжәләр ҡабул ителгәс, студент тип унда белем алғандарҙы ғына атай башлайҙар.

Илебеҙҙә бөгөнгө көндә 6,5 миллион самаһы студент иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла дәртле, алдынғы ҡарашлы, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмай, хыялдарына, маҡсаттарына ҡарай ынтылыусан йәштәр. Тап ошо сифаттарға эйә булған өсөн дә студенттарҙы төрлө социаль, сәйәси акциялар, байрамдар, күләмле саралар үткәргәндә ярҙам итергә, ирекмәндәр ролен үтәргә йәлеп итәләр.

Сит илдә 10 мең тирәһе Рәсәй студенты белем алыуы билдәле. Уларҙың күпселеге унда уҡып та, эшләп тә йөрөргә өлгөрә. Статистика буйынса сит илдән беҙгә килеп уҡыған студенттар һаны - 42 меңдән ашыу.

Төрлө яҡлап һәләтле, тырыш, алдарына ҙур, юғары маҡсат ҡуйып, район-ҡала мәктәптәрен уңышлы тамамлап, бөгөнгө көндә юғары уҡыу йоттарында тырышып уҡыған йәштәребеҙ бихисап булыуы һөйөнөслө. Рәсәй студенттары көнө уңайынан рухлы, әүҙем йәштәребеҙ менән таныштырабыҙ.

Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” бүлегенең IV курс студенткаһы Розанна Тәлғәт ҡыҙы МӨХӘМӘҘИЕВА Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. Туған теленә ҡарата ихтирамды, ғорурлыҡ тойғоһон әсәһе Рәзилә, өләсәһе Анна Абдулхаҡ ҡыҙы иҫ белә башлағандан алып һалған уға. Шуға күрә башҡорт мөхитендә, рухында тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙ 2008 йылда I класҡа Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына уҡырға килә һәм уны тик “5”ле билдәләренә генә тамамлай.

Һәр саҡ уҡыу алдынғыһы булған ҡыҙ башҡорт теле буйынса Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” трилогияһы буйынса эҙләнеү эше (уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова) менән Республика буйынса I урынды яулай. Гимназияла уҡыу осоронда бик күп сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүсе, призер исеменә лайыҡ булып күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына эйә булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы етәкләгән “Иҙел башы” коллективы менән өс йыл рәттән “Башҡортостан ынйылары” конкурсында сығыш яһай, йәнә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.

- Мәктәптә уҡығанда айырыуса башҡорт әҙәбиәте, биология, математика дәрестәре оҡшай ине. Табип булыу хыялы VI-VII кластарҙа уҡығанда барлыҡҡа килде. Сәләмәтлектәре  ҡаҡшаған ололарҙы, ауырыуҙарҙы дауалау, кемдәргәлер аҙ ғына булһа ла йылмайыу бүләк итеү, һыҙланыуҙарын баҫыр сара табыу теләге миндә бик көслө. Балаларҙы яратыуым мине педиатрия бүлеген һайларға этәрҙе.

Уҡыуҙы тамамлап, ҡулыма диплом алғас, мотлаҡ тыуған ҡалама эшкә ҡайтырға йыйынам. Мине бәләкәй пациенттарымдың үҙ итеренә, яҡын күреренә ышанам.

Уҡыу йортонда кем менән генә танышып китһәң дә, тау-урмандар уратып алған Иҙел башынан булыуымды белгәс, Белореттың иҫ китмәле матур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуына һоҡланыуҙарын белдерәләр. Был һүҙҙәр тыуған яғыма ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтерә, көс һәм дәрт бирә.

Дәрестәрҙән тыш университеттағы “Ғилми үҫештәр” түңәрәгенә йөрөйөм, йәнә Башҡортостан дәүләт концерт залындағы өлгөлө “Guzal Dance” бейеү коллективында шөғөлләнәм. Коллектив менән “Байыҡ”та һәм башҡа сараларҙа, конкурстарҙа сығыш яһайбыҙ, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Өфө аэропортында ҡаршы алыуҙа ҡатнашабыҙ һәм башҡалар. Ғөмүмән алғанда, ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, уҡырға ла, эшләргә лә, йәнең теләгән һәр шөғөл менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табырға була. Йәш саҡ - хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, ниндәйҙер яңы һөнәргә эйә булыу өсөн иң ҡулай ваҡыт. Шуға күрә йәштәргә был осорҙоң ҡәҙерен белергә, ваҡыттарын юҡ-бар өсөн сарыф итмәҫкә, тырыш, ярҙамсыл булырға, яңы идеялар менән янып йәшәргә саҡырам. Сөнки иртәгәһе көнгә, нигеҙ бөгөн һалына, - ти Розанна.

Өфө дәүләт нефть-техник университетының “Тау-нефть” факультетында IV курста уҡып йөрөгән Динислам Дим улы ШӘҒӘЛИН уҡыуҙа ла, спортта ла өлгөр.

Учалы районы Ҡобағош ауылында донъяға килгән егеттең бала сағы Уралтау станцияһында үтә. Ул мәктәпкә барған йылда әсәһе менән Белорет ҡалаһына күсәләр һәм I-VI кластарҙа ҡаланың лицей-интернатында, VII-X кластарҙа Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡый. Гимназияла уҡығанда спорттан тыш “Забава” бейеү түңәрәгендә лә (етәксеһе Артур Ибраһимов) ихлас, ҙур теләк менән шөғөлләнә, шахмат менән дә мауыға.

Унынсыны бөткәс туғыҙ класс базаһы менән ҡала педагогия колледжының “Физик культура уҡытыусыһы” бүлегенә уҡырға инә. Унда уҡыу осоронда еңел атлетика буйынса төрлө ярыштарҙа яҡшы күрһәткестәргә ирешә һәм
тренерҙары уға олимпия резервы училищеһына уҡырға күсергә тәҡдим итә. Шулай итеп, Динислам 2017 йылда имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Мәскәү өлкәһенең Щелков ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының олимпия резервы училищеһының “Физик культура һәм спорт” бүлегенең III курсына уҡырға инә.

Училищела уҡығанда Мәскәү өлкәһе командаһы составында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, Үҙәк Федераль округ буйынса еңеү яулай. 2019 йылда Рәсәй Чемпионатында дөйөм зачетта көмөш призер исеменә лайыҡ була. 2021 йылда Сочи ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында III урынды, ошо уҡ йылда Оренбург ҡалаһында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Һанай китһәң, спортсы егеттең ҡаҙаныштарының иҫәбе-һаны юҡ. Өс папҡа Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Дипломдар,10-дан ашыу Кубокка эйә ул.

Училищены тамамлағас та юғары белем алыу теләге менән яна башлай һәм 2019 йылда Өфө дәүләт нефть-техник университетына уңышлы һынау тота.

- Мәктәптә уҡығанда бейеү менән дә әүҙем шөғөлләндем. Әммә мин спортта дөрөҫлөктө күберәк күрҙем һәм ошо юлды һайланым. Сөнки төрлө ярыштарҙа һин беренсе булып килһәң, еңеүсе иҫәпләнәһең, ә бейеү конкурстарында һине жюри баһалай һәм уларҙың һәр ҡайһыһының фекере иҫәпкә алына. Әле алдыма ҡуйған маҡсатым - халыҡ-ара класлы спорт мастеры булыу.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Өфөлә ҡалып һөнәрем буйынса берәй нефть компанияһына эшкә урынлашырға уйлайым. Әленән үк үҙҙәренә эшкә саҡырған предприятиелар бар.

Уҡыуҙан, спорттан тыш буш ваҡытым ҡалғанда онлайн шахмат уйнарға яратам. Был, беренсенән, башты эшләтһә, икенсенән, йүгергәндә тактикаға ла ыңғай йоғонто яһай.

Ҡалаға ҡарағанда ауыл тормошон үҙ итәм, әммә унда эш булмауы йәштәр өсөн кәртә булып тора. Рәхәтләнеп үҙемдең туған телемдә һөйләшеп ауылда йәшәгем, матур, ҙур йорт һалғым килә. Шулай уҡ аттар үрсетеү тураһында хыялым бар.

Йәштәр һәр бер ҡылыҡтарын төптән уйлап эш итһендәр ине. Бер ҡасан да еңел генә юл менән аҡса эшләп булмауын аңлар кәрәк, сөнки төрлө пирамидаларға, кеше алдауҙарға ҡоролған килем табыу сығанаҡтарына юлығып, яҡты киләсәген юҡ иткән йәштәштәребеҙ байтаҡ. Йәш саҡта күберәк белем алырға, яңы шөғөлдәрҙе үҙләштерергә, үҙеңдең тормоштағы тәғәйенләнешеңде, булмышыңды табып, уны артабан үҫтерергә кәрәк. Кеше һәр ваҡыт нимә менән дә булһа шөғөлләнергә тейеш, тап шул саҡта уның башында юҡ-бар уйҙарға урын ҡалмай.

Өләсәйем: “Беҙ ғүмер буйы уҡыйбыҙ”, - тип әйтә торғайны. Был ысынлап та шулай. Мин дә уҡыуҙы тамамлағас, артабан тормош “дәрестәрен” аласаҡмын, - тип һүҙен йомғаҡланы маҡсатлы егет.

Эйе, бәғзе бер студенттарҙың тәүлегенә 24 түгел, ә 48 сәғәттер тип уйлап ҡуяһың һәм өлгөрлөк буйынса уларға көнләшергә генә ҡала. Йәшлектәренең ҡәҙерен белгән, тик уҡыу менән генә мәшғүл булмай, төрлө шөғөлдәрҙе үҙләштергән, ваҡыттарын бушҡа уҙғармаған Розанна менән Динислам ише егет һәм ҡыҙҙарҙың тағы ла күберәк булыуын теләге килә. Киләсәктә уларҙың үҙ аллы тормош һабаҡтарын туплау мәле - студент йылдары яҡты хәтирәләр булып ҡына ҡалыр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: