Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль 2023, 14:30

Аҫылташтар балҡыһын өсөн

Башҡортостан Республикаһының "Йәш яҡташтар берлеге" ағзалары “Аҫылташ” белем биреү проекты сиктәрендә республиканың район-ҡалалары буйлап сәфәргә сыҡты. Улар стартты Иҙел башында алып, 21-се мәктәптә ҡаланың VIIIXI класс уҡыусылары менән осрашты.

Аҫылташтар балҡыһын өсөн
Аҫылташтар балҡыһын өсөн

"Йәш яҡташтар берлеге"нең тарихына күҙ һалғанда, ул совет заманы осоронда уҡ барлыҡҡа килһә лә, 2008-2009 йылдарҙа ғына әүҙем йәштәрҙе, райондарҙың студенттарын берләштереп, ассоциация төҙөргә һәм рәсми теркәлергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Бөгөнгө көнгә тиклем берләшмә шаҡтай үҫеш һәм үҙгәрештәр кисерә. Быға тиклем ни бары 5 райондың яҡташтар берлеге ойошторолған булһа, бөгөн уларҙың һаны 23-тө тәшкил итә. Ассоциация Рәсәйҙә барлыҡ муниципалитеттарҙың яҡташтар берлеген бергә туплаған берҙән-бер ойошма булып һанала.

Әүҙем йәштәр йыл һайын республикаға гранттар йәлеп итеүгә өлгәшә. Улар үҙҙәре ойошторған “Аҫылташ Х”, “Ufaforum”, “Урал мираҫы” һәм башҡа тиҫтәгә яҡын форумды халыҡ-ара кимәлгә сығарыу өҫтөндә эшләй. Әле берлек рәйесе булып Өфө дәүләт авиация-техник университетының профсоюз ойошмаһы экс-рәйесе, “Урал мираҫы” республика этно һәм “Аҫылташ” республика мәҙәни белем биреү форумдары директоры, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма менеджеры Айбулат Йәмилев тәғәйенләнгән.

Белем биреү сәфәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты һәм Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранд фонды арҡылы тормошҡа ашырыла.

Осрашыу барышында "Йәш яҡташтар берлеге" ағзалары ойошмалары, уның эшмәкәрлеге һәм Белорет районы яҡташтар берлеге тураһында яҡындан таныштырҙы.

Белем биреү сәфәрҙәренең төп йүнәлештәренең береһе булып, бәләкәй биләмәләрҙәге мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү, Өфөнөң юғары һәм урта уҡыу йорттары менән таныштырыу, тәжрибәләре менән уртаҡлашыу торҙо.

- Был проект 2019 йылда барлыҡҡа килде һәм 2019-2020 йылдарҙа ошондай саралар ойошторҙоҡ. Коронавирус эпидемияһына бәйле сикләүҙәр арҡаһында бер йылға был эште туҡтатып торорға мәжбүр булдыҡ. 2022 йылда Башҡортостан
Республикаһы Башлығы грантын отоуға ирештек һәм проектты Республика райондары буйлап үткәреү мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Белореттан һуң Йылайыр, Күгәрсен, Илеш һәм башҡа райондарға барасаҡбыҙ.

Проект уҙған йылдың декабрендә старт алырға тейеш ине, әммә уҡыусыларҙың йыл аҙағында имтихандарға, контроль эштәргә әҙерләнеүен, ваҡыттарының тығыҙлығын иҫәпкә алып, уны бер аҙ кисектереп торҙоҡ. Беҙ, студенттар ҙа, ҡасандыр мәктәптә уҡыныҡ. Юғары кластарҙа белем алғанда һөнәр һайлау алдында торғанда, ошондай сараларҙың беҙҙең мәктәптә үткәрелеүен теләй инек һәм беҙгә бер ҡасан да бер юлы Өфөнөң төрлө уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашырға, факультеттар тураһында белешергә, борсоған һорауҙарыбыҙҙы бирергә мөмкинлек булманы. Был йәһәттән бөгөнгө залға йыйылған уҡыусылар бәхетле. Беҙ улар менән бер тиң, дуҫтарса аралашабыҙ, һәр уҡыу йорто тураһында яҡындан таныштырабыҙ, үҙ тәжрибәбеҙҙән сығып студент тормошоноң ҡатмарлы һәм ыңғай яҡтарын телгә алабыҙ.

Был проекттың тағы ла бер маҡсаты булып, осрашыуҙарға барған райондарҙың юғары класс уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һәм уҡыу йорттарына инеү миҙгеле башланғас, ниндәйҙер проблемалар килеп тыуғанда уларға хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итеү, - ти берлек рәйесе Айбулат Йәмилев.

Телмәр коммуникациялары буйынса тренер, “Let's SPEAK” сығыштар курсы авторы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты ярҙамсыһы, “Төньяҡ Амурҙары - 2022” фестивален ойоштороусы, 20 төбәк-ара спорт
саралары ойоштороусыһы Ғәйнислам Атанғолов телмәрен “Халыҡ алдында сығыштар” темаһына арнаны.

Ул үҙ-үҙеңде презентациялау, сығыш яһау һәләттәрен үҫтереү, оҫта сығыш яһау өсөн нимәләр талап ителеүе, дебаттар системаһы форматтары һәм ҡағиҙәләре, актерлыҡ һәләттәрен ҡулланыу һәм башҡалар тураһында һөйләне, стрестарҙы, ҡыҫымдарҙы бөтөрөү буйынса практика, артикуляцион гимнастика үткәрҙе, шулай уҡ ҡатнашыусылар командаларға бүленеп ҡыҙыҡлы темаға дебатта, һорау-яуапта үҙҙәрен һынап ҡараны.

Уҡыусыларға медиа - SMM һәм мобиль видеотөшөрөү серҙәре буйынса ла оҫталыҡ дәресен Өфө фән һәм технологиялар университеты студенткаһы, Reeismaker, SMM-ассистент, Guzaldans ансамбле солисткаһы Таңсулпан Сәғитова менән
"Йәш яҡташтар берлеге" видеографы, “Happy story Films”видеопродакшен хеҙмәткәре Илдус Канафин үткәрҙе. Теоретик өлөштән һуң шунда уҡ тәжрибә үткәрелде: социаль селтәрҙә аккаунтты йәки брендты танытыу планын тәҡдим итеү, һуңынан ҡыҫҡа видео төшөрөү һәм монтажлау талап ителде.

Белорет районы яҡташтар берлеге рәйесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенткаһы, йәш эшҡыуар Алина Фәтҡуллина нисек берләшмәгә ағза булып торорға, эшләгән эштәре, саралар менән яҡындан таныштырҙы: “Яҡташтар берлеген 2022 йылдың март айынан алып етәкләйем. Бөгөнгө көндә беҙҙең ойошмала 84 кеше иҫәпләнә. Беҙ спорт,мәҙәни, ижади, белем биреү темаларына арналған саралар үткәрәбеҙ, уларҙа сығыш яһау өсөнспикерҙарҙы йәлеп итәбеҙ.

Шулай уҡ башҡа район йәштәрен саҡырып, фекерҙәребеҙ, тәжрибәләребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, уларҙың үҙҙәренә лә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ.

Беҙҙең эшмәкәрлектең тәүмаҡсатының береһе булып, студенттарҙың дәрестәрҙән һуң буш ваҡыттарын ятаҡта түгел, ә файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла итеп үткәреүенә, насар компанияларға эләкмәүенә булышлыҡ итеү тора. Шулай уҡ студенттарҙы спортҡа ылыҡтырыу, бизнес, йәки башҡа өлкәләр буйынса белемдәрен камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Был залда ултырған уҡыусыларҙы студент булып киткәс тә беҙҙең яҡташтар берлегенә ҡушылырға һәм маҡсатлы, алдынғы йәштәр рәтендә булырға саҡырам”, - тине Алина.

Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” бүлегенең IV курс студенткаһы, РБ-ның "Йәш яҡташтар берлеге"нең белем биреү йүнәлеше буйынса етәксеһе Камила Бикмаева, Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенткаһы һәм хеҙмәткәре, ошо уҡ мәктәптең элекке уҡыусыһы Лиана Сәйфуллина, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының IV курс студенткаһы, филология бүлегенең креатив төркөмө етәксеһе, Әбйәлил районы яҡташтар берлеге рәйесе урынбаҫары Динара Ғәлләмова үҙҙәре белем алған уҡыуйорто менән яҡындан таныштырҙы,уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Башҡортостан Республикаһының "Йәш яҡташтар берлеге" ассоциацияһы ағзалары уҡыусыларға “Аҫылташ” бренды төшөрөлгән блокноттар, ручкалар һәм осрашыуҙа иң актив ҡатнашҡандарға футболкалар бүләк итте. Сара иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: