Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Февраль 2023, 14:28

Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов исемен йөрөткән Шығай дөйөм урта белем биреү мәктәбендә тантаналы рәүештә Уҡытыусы һәм Остаз йылын асыу сараһы үтте.

Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек
Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек

Белеүебеҙсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм Остаз йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.  Был йүнәлештәге башҡарыласаҡ эштәр ил Президентының май Указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф милли проекты” ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Шулай уҡ был ҡарар уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттә, ул башҡарған эштең әһәмиәтен билдәләү һәм баһалау ҙа булып тора.

“Рәсәй Президентының 2023 йылды “Уҡытыусы һәм Остаз йылы” исеме аҫтында уҙғарырға тигән ҡарары уҡытыусыларзың юғары статусын таныу һәм уларҙың башҡарған эшенең мөһимлеге хаҡында һөйләй. Президент ҡуйған байтаҡ йөкләмәләр уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, уҡытыусыға социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, - тип һыҙыҡ оҫтөнә алды Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова.

- Шулай уҡ был атамалы йылдың бурысы - ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, уҡытыусыларыбыҙға тейешле хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәрҙең педагогикаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мәктәпкә эшкә киләсәк ижади, һәләтле, әүҙем абитуриенттарҙы педагогик вуздарға йәлеп итеү”, - тип белдерҙе Т. Голикова.

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов исемен йөрөткән Шығай дөйөм урта белем биреү мәктәбендә тантаналы рәүештә Уҡытыусы һәм Остаз йылын асыу сараһы үтте.

Сарала уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар һәм, әлбиттә, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә булған ветеран уҡытыусылар ҡатнашты. Мәктәптең бөгөнгөһө, коллектив алдында торған бурыстары менән мәктәп директоры Лилиә Зиннәт ҡыҙы Шиһапова таныштырҙы:

- Бөгөнгө көндә педагогик коллективта 17 уҡытыусы иҫәпләнә. Үҙ эшенә етди ҡараған, һәр баланың күңеленә йөрәк йылыһын биргән педагогтар булған коллективта етәкселек итәм. Һәр балаға етерлек иғтибар бүленә. Уҡытыусыларҙың барыһы ла тиерлек юғары категориялы. Уҡыу йылына ҡуйған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Башҡарған хеҙмәтебеҙ - уҡыусыларыбыҙ. Сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына йыл да уҡырға инеүселәр байтаҡ. Шулай уҡ педагогик һөнәр һайлаусылар ҙа юҡ түгел. Яҙгөл Зарипова, Наҙгөл Бадалова - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Алтынай Мостафина Магнит ҡалаһында педагогикаға бәйле һөнәр ала. Урта махсус уҡыу йорттарында ла уҡытыусы, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һөнәрен үҙләштергән егет-ҡыҙҙарыбыҙ бар.

Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилә Әхтәм ҡыҙы Сәйфуллина сығышында уҡытыусы һөнәренең өҫтөнлөгө тураһында әйтеп китте: “Мәктәпте тамамлағанда, ниндәй һөнәр һайларға, тигән һорау минең алда торманы. Атай-әсәйемдең мөкиббән китеп, үҙ эштәрен шул тиклем яратып башҡарғанын күреп үҫкәнгә, ошо һөнәрҙән дә изге һөнәр юҡтыр, тип уйланым. Һәм яңылышманым. Эшемде шул тиклем яратам. Шөкөр, бәхетлемен - беҙҙә аҡыллы, тәртипле балалар уҡый. Әсәйемдең “Наставник” тигән танытмаһы бар ине. Үҙенең эшләү дәүерендә ул йәш уҡытыусыларға остаз булараҡ методик ярҙам күрһәткән”.

- Шығай мәктәбе һәр саҡ алдыңғылар рәтендә булды. Төрлө предмет олимпиадалары булһынмы, спорт ярышымы - беҙҙең мәктәп уҡыусылары һәр яҡлап мәктәп данын күтәреп, юғары һөҙөмтәләргә иреште. Күп тапҡыр туристик спорт ярышында район намыҫын яҡлап республика, хатта Рәсәй кимәлендә лә ҡатнашты. Мәктәбебеҙҙе тамамлаусылар араһында фән докторҙары булыуы ла коллективтың мәртәбәһен күтәрә. Ғәлимә Хәсәнова,
Зифа Хәсәнова, Розалия Сәйфуллина - беҙҙең ғорурлығыбыҙ, - тине мәктәп коллективы эшен баһалап Нәҙерғәле Аҙнағол улы Аҫылғужин.

Рифа Зәйет ҡыҙы Йәғәфәрова бала тәрбиәләүҙә мөһим күренеш: атай-әсәй, уҡытыусы берлеге мөһим роль уйнай, тип билдәләп китте.

- Беҙ эшләгән осорҙа балаһының уҡыуы, тәртибе менән һәр ата-әсә ҡыҙыҡһынып, йыш ҡына дәрестәргә килә торған инеләр. Эйе, уҡытыусы ла тәрбиәүи эш менән була, ләкин төп тәрбиәне бала ғаиләлә ала. Минеңсә, уҡытыусыларға йышыраҡ ата-әсәләр менән аралашырға кәрәк. Бала киләсәктә уңышлы булһын тиһәгеҙ, ғаилә аша эш итер кәрәктер, - тип тамамланы сығышын ветеран-уҡытыусы.

Йәш уҡытыусылар исеменән Гөлсинә Ғөзәйер ҡыҙы Сәхәүетдинова сығыш яһап, иң башта үҙен уҡытҡан Шығай мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәтен белдерҙе: “Мин уҡытыусыларымдан уңдым. Ниндәй генә предметты уҡытһалар ҙа, уларҙың аҡыллы һүҙе, биргән кәңәштәре миңә һәр саҡ терәк булды. Барыһына ла именлектә йәшәргә яҙһын. Минең өсөн һәр уҡытыусым остаз булып тора”, - тине ул ихтирамын белдереп.

Тәрбиәүи темаға, уҡыу-уҡытыу һорауҙарына ҡағылған йәнле һөйләшеү балалар һәм уҡытыусылар тарафынан әҙерләнгән матур, бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды, һуңынан Уҡытыусы һәм Остаз йылын үткәреү планы ҡаралды.

Эйе, был йыл атамала ғына ҡалмаҫҡа тейеш. Беҙ балаларға педагог һөнәренең ни тиклем изге, яуаплы, абруйлы икәнлеген еткерергә тейешбеҙ.

Тормош бер урында тормай. Ниндәйҙер һөнәр юғала, йә булмаһа, замана талаптарына буйһонған яңы һөнәр барлыҡҡа килә. Тик уҡытыусы һөнәре - мәңгелек, сөнки уҡытыусы илен үҫтергәндәй, байытҡандай, кәрәк саҡта йәнен аямай яҡлағандай граждандарҙы тәрбиәләй.


Маһира СӨНӘҒӘТОВА,
Шығай ауылы.

Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек
Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек
Автор:
Читайте нас: