Конкурсанттарҙы һәм уҡытыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин сәләмләп: “Был залға балаларҙы ихлас яратҡан, остаз, уҡытыусы, тәрбиәсе һөнәрен үҙ булмышы итеп алған, уға тоғро булған педагогтар йыйылған. Рәсәй Президенты иғлан иткән Уҡытыусы һәм остаз йылында был йүнәлештә бик күп иэштәр эшләү планлаштырылған. Беҙ, уҡытыусылар балаларға лайыҡлы белем бирә алһын өсөн, барлыҡ уңайлыҡтарҙы, шарттарҙы булдырырға һәм был һөнәр эйәләренә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тейешбеҙ. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының статистикаһына күҙ һалғанда, 2021 йылда - 32, 2022 йылда - 24 һәм быйыл 29 педагог ҡатнаша. Район-ҡалала йәмғеһе 1 660 педагог тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, ҡатнашыусылар һаны бик әҙ. Киләһе йылдарҙа конкурста ҡатнашырға теләк белдергәндәр күберәк булһын”, - тине һәм барыһына ла уңыштар теләне.
Артабан сәхнә түренә алҡыштар менән конкурсанттар саҡырылды. Шулай итеп, быйыл “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында иң йәш, дәртле, мәғариф өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаған йәш уҡытыусылар - ҡаланың 3-сө мәктәбе
уҡытыусыһы Елена Волкова, 20-се мәктәп уҡытыусыһы Григорий Назаров, Тирлән мәктәбенән Анастасия Полуэктова, Тимер юл мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Сәхәүитдинова, 13-сө мәктәптән Елизавета Тимохина, 21- се мәктәп педагогы Денис Циплинов һәм 18-се мәктәптән Наталья Шайбальцова ҡатнаша.
Кескәй балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән, тәртипкә өйрәткән белгестәр “Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында үҙҙәренең оҫталыҡтарын, белемдәрен һынай. Бына улар: Регина Ғәйсәрова (15-се балалар баҡсаһы), Лариса Ғәлина (29-сы балалар баҡсаһы), Ксения Зарубина (2-се балалар баҡсаһы), Алла Карпушова (1-се балалар баҡсаһы), Татьяна Лингард (27-се балалар баҡсаһы), Ләйсән Мирғәлина (Сермән балалар баҡсаһы).
“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында өҫтәмә белем биреү педагогтары - Йәш натуралистар станцияһынан Айгөл Әхмәҙина, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән Людмила Заворуева, ҡаланың Туризм үҙәгенән Людмила Давыдкина һәм Лариса Куликова ҡатнаша.
Балаларҙа тыуған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, телебеҙ яҙмышына ихтирам менән ҡараған, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм уҡытыусылар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында үҙ белемдәрен, таланттарын һынай: Шығай мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Әбүталипова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина, Белорет лицей-интернаты уҡытыусыһы Эльза Сөләймәнова, Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәзилә Солтанова, Манышты мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Фәйзуллина, 21-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова.
Конкурстың иң төп номинацияһы - “Йыл уҡытыусыһы - 2023” исемен яулау өсөн Гөлназ Әхмәҙина (Абҙаҡ мәктәбе), Фәрзәнә Баймөхәмәтова (3-сө мәктәп), Дарья Мосалева (17-се гимназия), Ирина Разнадежина (21- се мәктәп), Лариса Ручкина (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы) һәм Алексей Шарабуряк (16-сы мәктәп) көс һынаша.
Педагогтарҙы конкурстың “Интернет-ресурс” заданиеһы һәм номинациялар буйынса баһалаясаҡ жюри ағзалары менән таныштырғандан һуң, традиция буйынса һүҙ уҙған йылда еңеү яулаған уҡытыусыларға: ҡаланың 16-сы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Людмила Суховаға, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Евгения Адакинаға, ҡаланың 5-се балалар баҡсаһы логопеды Алена Сучковаға бирелде. Улар үҙ сиратында коллегаларына алда торған һынауҙарҙа һәм еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.
Мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова коллегаларын “Йыл уҡытыусыһы - 2023” конкурсының старт алыуы менән ҡотлап, быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылында ул тағы ла сағыуыраҡ уҙыуын, конкурсанттарҙың башҡа йылдар менән сағыштырғанда тағы ла дәртлерәк булыуын һәм алда торған оҫталыҡ, асыҡ дәрестәрҙә, пресс-конференцияларҙа, методик берләшмәләрҙә уңыштар теләне.
Конкурсты асыу тантанаһын 14-се гимназияның “Самоцветы” халыҡ бейеү ансамбленең һәм “Виктория”бал бейеүҙәре студияһының сығыштары биҙәне.