Предуниверсарий - уҡыусыларға фәндәрҙән тыш, юғары уҡыу йортоноң профилдәре буйынса дисциплиналарҙы өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Дәрестәрҙән тыш гимназистар үҙҙәренең шәхси проекттары менән эшләү өсөн ӨДНТУ факультеттары
һәм институттары менән хеҙмәттәшлек итә ала, был егет һәм ҡыҙҙарға ВУЗ-ға уҡырға ингәнсе үк һайлаған һөнәренә өйрәнә башлау мөмкинлеген бирә.
Уҙған йылда 17-се гимназия предуниверсарий селтәрен үҫтереү буйынса субсидия биреү конкурсының һайлап алыу турын үтте һәм был йүнәлештә актив эш башланы. Гимназия директоры Илүзә Шәғәлина әйтеүенсә, университет менән бәйләнеш уҡыусыларға IT-технологиялар өлкәһендәге инженер һөнәрҙәрен һайлауға йүнәлеш бирәсәк. Бының өсөн гимназияла барлыҡ мөмкинлектәр бар: юғары кластар технологик, тәбиғи-ғилми профилле. Уларҙа физика, химия, математика, информатика дәрестәре тәрән өйрәнелә. Тиҙҙән гимназия базаһында инженер-технологиялар лабораторияһы рәсми рәүештә асыла. Унда уҡыусылар дәрестәрҙән тыш ғилми проекттар өҫтөндә эшләйәсәк.
Өфө дәүләт нефть техник университетының профориентация һәм таланттарҙы йәлеп итеү үҙәге директоры Евгений Шамонин презентация аша уҡыу йорто менән яҡындан таныштырғандан һуң, уҡыусылар һәм студенттар дүрт төркөмгә бүленеп оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Уларға нефть эшкәртеү һәм экология нигеҙҙәре, механизмдарҙың нисек эшләүе, VR ҡушымталары әҙерләү, технологияларҙы сәйәхәттә ҡулланыу һәм башҡалар тураһында һөйләнеләр.
- Гимназияла инженер-технологиялар лабораторияһы асылыуы мөһим ваҡиға. Сөнки уҡыусылар менән уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары килеп шөғөлләнә, дәрестәр үткәрә, һөнәр һайлау буйынса йүнәлеш бирәсәк. Профориентация эшмәкәрлегенең төп бурысы булып, мәктәп уҡыусыһына уның һәләттәренә, теләктәренә тап килгән, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һәм уның финанс именлеге менән тәьмин ителгән һөнәрҙе һайлауға булышлыҡ итеү тора. Беҙҙең уҡыу йорто иҡтисад, реклама һәм GR өлкәләрендә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү үҙәктәренең береһе булып һанала. Университетты тамамлағандар яғыулыҡ-энергетика, финанс һәм банк өлкәләрендә, дәүләт учреждениеларында эшләй ала, - ти Евгений Александрович.