Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Март 2023, 10:42

Быуындарҙы берләштергән проект

Ошо көндәрҙә Олойылға мәктәбендә “Герой партаһы” ҡуйылды. Ул ил алдындағы бурысын үтәгәндә, 2000 йылда Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһын штурмлағанда батырҙарса һәләк булған Рауил Закиров исеменйөрөтәсәк. 

Быуындарҙы берләштергән проект
Быуындарҙы берләштергән проект

Балаларҙа Ватан тарихына хөрмәт уятыу, илебеҙҙең үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә байҡау яһау, Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ихтирам уятыу маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Герой партаһы” патриотик проекты илдең бөтә мәктәптәрендә лә үтә. Балалар илебеҙ тарихын дәреслектәрҙән уҡып ҡына түгел, ә ауыл-ҡалала тыуып үҫкән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ аша ла белергә тейеш. Проект ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү мөмкинлеге лә тыуҙыра. Район  һәм ҡалала батырҙар иҫтәлегенә ҡуйылған 22 парта иҫәпләнә.

Бөгөнгө Ватансылыҡ акцияһы ла нәҡ Рауил Закировҡа арналды. 1998 йылда Рауил Закиров Волгоград өлкәһенең Калач-на-Дону ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәрҙең махсус тәғәйенләнештәге бригадаһында хеҙмәт итә. Ярты йылдан һуң, Төньяҡ Кавказға ебәрелә һәм пехотаның хәрби машинаһында уҡсы-наводчик була. Боевиктарҙы эҙәрлекләү рейдтарында ҡатнаша һәм сираттағы операцияла һәләк була. Ҡаһарман Батырлыҡ ордены менән (үлгәндән һуң) наградлана. Рауил Закиров мәктәп тормошонда ла актив ҡатнаша, бәләкәйҙән техника менән мауыға, ярҙамсыл эшсән булып үҫә. Класташтары тарафынан ҡуйылған исемле парта Рауил тамамлаған Олойылға мәктәбендә урын алды.

Мөһим ваҡиға айҡанлы сараға мәртәбәле ҡунаҡтар - Ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Ишле хакимиәте башлығы Фәнис Даньянов, яугирҙың туғандары, класташтары килде. Тантананы мәктәп уҡыусылары башҡарған Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары асты.

Ҡунаҡтар сығыш яһап, батырҙың атаһы Шамил Ғәбит улы, туғандары һәм класташтары уның тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашҡандан һуң, “Герой парта”һы тантаналы асылды. Сараның иң юғары нөктәһе - парта артында ултырасаҡ уҡыусы фамилияһын иғлан итеү. Тәүгеләрҙән булып герой партаһы артында ултырыу хоҡуғы батырҙың туғаны, Олойылға мәктәбенең V класс уҡыусыһы Илшат Закировҡа бирелде. Уҡыусы үҙ нәүбәтендә тағы ла тырышып уҡырға, иленең тоғро улы булырға ант бирҙе. Уҡыусыларға илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында батырлыҡ дәрестәре, герой тураһында төрлө хәтер һәм ҡәҙер саралары үтә. Уҡыусылар үҙҙәре белем алған мәктәптә ҡасандыр батыр уҡыуы тураһында белеп, уның партаһын күреп ғорурлыҡ кисерәсәк. Уларҙа батыр яҡташтарына ҡарата хөрмәт һәм ихтирам хисе тыуасаҡ.

Осрашыуҙың икенсе өлөшө - “Тиңдәрсә аралашыу”. Яңы федераль проект билдәле кешеләр менән осрашыу аша уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы, ҡайҙа йәшәүҙәренә һәм социаль статусына ҡарамаҫтан, төрлө яҡлап үҫеш өсөн заманса Рәсәйҙең мөмкинлектәре менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Олойылғала билдәле спортсы менән үткән осрашыуға ла райондың Шығай, Туҡан, Инйәр, Сермән, Тирлән, Тимер юл, Мәхмүт, Абҙаҡ, Ҡаһарман, Исмаҡай һәм Ломовка мәктәптәренән уҡыусылар килде. “Тиңдәрсә аралашыу” проекты уҡыусыларға саңғысы һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спор тфедерацияһының беренсе вице-президенты, Башҡортостан Республикаһының V-VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев ордендары кавалеры, йәмәғәт эшмәкәре Ирек Зарипов менән осрашып, аралашты. Уҡыусылар спортсы, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Ирек Айрат улына ғына түгел, ҡасандыр Эске эштәр министрлығы органдарында  хеҙмәт иткән, Башҡортостан Республикаһының элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, бөгөн республикалағыиң ҙур Белорет районына етәкселекиткән, республикала спорт, туризм,йәштәр сәйәсәте үҫешенә өлөш индергән Андрей Иванютаға ла һорауҙарын бирҙе. Ҡунаҡтар һорауҙарға тулы яуап биреп кенә ҡалманы, балаларға ҡуйылған маҡсаттарына ирешеү,еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн тырышып уҡырға, илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булырға өндәне. Уҡыусылар Ирек Зариповтың олимпиада миҙалдарын да ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараны.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: