Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы алып барыла. Мәктәп уҡыусыларының башланғысына нигеҙләнгән проекттарға конкурс һайлауы иғлан ителгән. Конкурстың операторы - “Башҡортостан Республикаһының фәнни-белем биреү үҙәге идарасы компанияһы”. Ғаризалар 16 майға тиклем ҡабул ителә һәм унда республикалағы һәр мәктәп ҡатнаша ала. Ләкин бер белем усағынан тик бер генә проект тәҡдим ителергә тейеш.
Мәктәп (лицей, гимназия) уҡыусыларының тәҡдимдәре тикшеренеү, спорт, ижади саралар уҙғарыуға, мәктәптә ял зонаһын булдырыуға, музыка һәм телевизион студиялар, кинозалдар йыһазландырыуға, спорт майҙансыҡтарын,
мәктәптең эске дизайнын яңыртыуға, төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Уҙған йылда проектты финанслау 70 млн һумға тиклем арттырылды һәм быйыл 60 түгел, ә 140 проект (уларҙың һәр ҡайһыһына 500 мең һум тәғәйенләнгән) ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Уҡыусылар инициативаһына таянып эшләнелгән был проектта ҡала лицей-интернаты ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ошо көндәрҙә VIII-X класс уҡыусылары үҙҙәренең тәҡдимдәренә нигеҙләнеп лицей-интернаттың
биләмәһен, инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән 5 проект менән сығыш яһаны.
Дарья Әхмәҙина менән Зарина Мөхәмәткилдинаның командаһы уҡыусыларға робототехника менән шөғөлләнеү зонаһын булдырыу проекты менән сығыш яһаһа, Ксения Баклан менән Илнара Ниғәмәтуллинаның командаһы
китапхана үҙәген булдырыу кәрәк, тигән тәҡдимде индерҙе. Спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы егеттәр - Арсен Рыбаков һәм Озер Самирхан командаһы лицей-интернат ихатаһында спорт майҙансығын булдырыу идеяһын тәҡдим
итте. Аллат Шәмсетдинова менән Айһылыу Зәйтүнованың командаһы психологик көсөргәнештән арыныу зонаһын, VIII “а” класы уҡыусылары - Рузалина Сәлимова, Нәркизә Кашапова, Рәлинә Сабирова, Аделия Зәйнетдинова,
Илнур Фәхретдинов “Шоңҡар” медиа-үҙәген булдырыуҙы кәрәк тип иҫәпләне.
Уҡыусыларға идеялары менән сығыш яһар һәм проекттарын яҡлар алдынан үҙҙәре хыял иткән һәм киләсәктә ғәмәлгә ашырыуҙы кәрәк тип билдәләгән үҙәктәрҙе, майҙансыҡтарҙы булдырыу өсөн кәрәкле суммаларҙы дөрөҫ иҫәпләргә өйрәнергә, интерьерҙа ниндәй төҫтәр буласағын, мебель һәм башҡа кәрәкле техника, китаптар өсөн күпме һум аҡса сарыф ителерен һанарға өйрәнергә тура килгән.
Улар үҙҙәренең проекттарын яҡлап бөткәс, ҡайһыныһына
өҫтөнлөк биреүҙәре буйынса уҡыусылар, уҡытыусылар араһында тауыш биреү ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, иң яҡшы проект тип, спорт майҙансығы табылды.
Еңеүселәрҙең эше инициативалы бюджетлау конкурсында ҡатнашырға ебәрелә.
Аллат ШӘМСЕТДИНОВА: “Беҙҙең команда “Психологик көсөргәнештән арыныу” зонаһы проекты өҫтөндә эшләне. Был темаға туҡталыуыбыҙҙың сәбәбе булып, уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла дәрестәрҙән һуң ял итергә, күңел тыныслығы урынлаштырырға бүлмә юҡлығы торҙо. Уның стеналары тынысландыра торған төҫтәргә буялырға, йомшаҡ, уңайлы урындыҡ-креслолар ҡуйылырға һәм әлбиттә, талғын музыка яңғырап торорға, өҫтәлдә һауа дымландырғыс урынлаштырыр кәрәк тип таптыҡ. Проектыбыҙҙың маҡсаты - уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау”.
Арсен РЫБАКОВ: “Проектыбыҙ лицей-интернат биләмәһендә спорт майҙансығын булдырыуға бағышлана. Үҙем бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгән һәм сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы егет булараҡ, был майҙансыҡты үҫеп килгән быуын өсөн иң кәрәклеһе тип уйлайым. Мин унда хоккей һәм футбол коробкаһы ҡуйырға, йүгереү ҡоролмалары, ял итеү өсөн эскәмйәләр урынлаштырырға, майҙансыҡта балалар кис көнө лә рәхәтләнеп шөғөлләнә алһын өсөн тейешле кимәлдә яҡтыртҡыстар ҡуйырға теләйем. Иң мөһиме - унда уҡыусыларға йыл әйләнәһенә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булһын.