Бөтә ошо ҡиммәтле хазиналарыбыҙҙы быуындан-быуынға тапшырыуҙа, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мәктәптәрҙәге тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡа музейҙарҙың әһәмиәте бик тә ҙур.
Тап музейҙарҙа - тарихыбыҙ сағылышы. Тимәк, музейҙар кешене тәрбиәләү, ниндәйҙер кимәлдә кеше күңеленә тәьҫир итеү сараһы ла булып торалар. Бөгөн йәш быуындың аңын яңы замана технологиялары, компьютерҙар томалаған мәлдә, музейҙар аша халҡыбыҙҙың бай тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеп, уҡыусыларҙы рухи яҡтан бай, ижади һәләтле, юғары мәҙәниәтле камил шәхес итеп тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотһаҡ, яңылышмабыҙ.
Мәктәп музейының бер өлөшө - Йәйләүебеҙҙә Инйәр Ағинәйҙәре һәм Манышты ауылының “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы ағзаһы Хөрмәтулла Ғөбәйтулла улы Йомағужин ҡатнашлығында “Музей төнө” акцияһы үтте. Унда I-IV класс уҡыусылары өсөн “Камил торлаҡ. Ярты тормош тирмәлә” исемле сара ойошторҙоҡ.
Йәйләү яланында уҡыусылар ҡорт иләүендәй гөж килде: кемдер септә һуғып ҡараны, кемделер ҡул тирмәне менән ҡыҙыҡһынды, солоҡсолоҡ, малсылыҡ, көнкүреш әйберҙәре, йөн сиратыу, тирмә биҙәлеше - барыһыла оло ҡыҙыҡһыныу уятты, милли эсемлегебеҙ ҡымыҙҙы һәр кем тәмләп ҡараны.
Тәнәфес ваҡыты Ағинәйҙәрҙең моңло йырҙары, бейеүҙәре менән үтте, шулай уҡ оҫта ҡурайсыбыҙ Рафаил Фәхретдиновтың ҡурай көйҙәренә ҡушылған ҡумыҙ сыңы ла үҙенсәлекле булды.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Инйәр төбәгенең Ағинәйҙәре, “Ирҙәр ҡоро”, “Катын-ҡыҙҙар” ойошмалары тарих сағылышына һәм уны йәш быуынға еткереү өсөн бик күп изге эштәр алып баралар. Рәхмәт уларға!
Асия ЙОСОПОВА,
Инйәрҙең 2-се мәктәбе интернаты тәрбиәсеһе.