Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май 2023, 16:02

Яратып башҡарған эш

Мәктәп яңылыҡтары ТВ телеканалы тапшырыуын асып, эшләп ҡарарға тигән уй күптән бар ине.

Яратып башҡарған эш
Яратып башҡарған эш

Мәктәп тормошона яңылыҡ индереү маҡсаты ла булғандыр, бәлки күңел төбөндәге бала саҡ хыялы өҫтөнлөк иткәндер.

Ниәтемде уҡыусылар шундуҡ күтәреп алды һәм бер команда булып эш башланыҡ.

Яңынан-яңы формат индереп,  видеотапшырыуҙар әҙерләп, Интернет селтәрендәге мәктәп төркөмөнә теркәй барҙыҡ. Тапшырыуҙар тураһында йылы һүҙҙәр ишетеп, көс-ҡеүәтебеҙ, дәртебеҙ артты. Быйылғы уҡыу йылындағы йомғаҡлау тапшырыуын Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланыҡ. Сөнки бала күңеленә уҡыу, ҡеүәт, ышаныс, туғанлыҡ, ырыҫ, уңыш, сабырлыҡ, ынтылыш кеүек оло төшөнсәләрҙе тҽхник саралар аңлата алмай. Тормошто алға этәргән, донъяға матурлыҡ өҫтәгән, бәләкәй генә сабыйҙарҙы Шәхес итеп үҫтергән, тәрбиәләгән, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын “бурандарынан”, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаған һәм оло тормошҡа юл күрһәткән бөйөк кеше ул Уҡытыусы.

Мәктәп телевидениеһын быйылғы сығарылыш класс уҡыусыһы Азазель Фәйзуллина һәм Рамаҙан Түләбаев оҫта итеп алып барҙы. Рафаэль Фәхретдиновтың моңло ҡурай көйҙәре, Юлиә Ниғәмәтованың дәртле йыры, Азазель Фәйзуллинаның хисле шиғыры, юғары класс егеттәренең уҡытыусылар менән талғын вальс көйөнә бейеүе кисәне биҙәне, дәрт өҫтәне. Тапшырыу барышында  смс-хаттар алымы ла уңышлы булды.

Сара һуңынан һырғанаҡ һәм кейәү үләне сәйе эсерергә, ҡурай таждарына үрелгән теләкле бауырһаҡ тәмләтергә, матур сәскәләр һәм үҙенсәлекле бүләк-асылма алып ҡыуандырырға ине, тигән уйымды хыялға ашырырға ашнаҡсыбыҙ Гөлемеш Янбаева, бағыусыбыҙ Миннихан Ғәйнетдинов тормошҡа ашырырға ярҙам итте.

Мәктәп яңылыҡтары ТВ телеканалының командаһына - Азазель Фәйзуллинаға, Рамазан Түләбаевҡа, Гүзәлиә Фәйзуллинаға рәхмәтлемен. Уларға тик уңыштар ғына насип булһын. Улар менән яратып башҡарған эштән күңелемә рәхәтлек алам.

Асия ЙОСОПОВА,

Инйәрҙең 2-се мәктәбе интернаты тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас: