Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Май 2023, 14:06

Ҡазанды ла күрҙек беҙ

Ҡаланың 1-се мәктәбенең VIII “в” класы уҡыусылары Ҡазан ҡалаһында өс көнлөк сәйәхәттә булып ҡайтты.

Ҡазанды ла күрҙек беҙ
Ҡазанды ла күрҙек беҙ

 Туристик сәйәхәткә барыу, ҡала менән танышыу, уның матур һәм иҫтәлекле урындарын күреү идеяһын класс етәкселәре Гөлсинә Мурзина тәҡдим иткән. Был теләкте уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хуплап ҡабул иткәс, 15 уҡыусы етәкселәре менән Белорет-Өфө поезы менән баш ҡалаға юллана. Унда уларҙы өс көнлөк туристик сәйәхәтте ойоштороусыларҙың автобусы ҡаршы ала.

Уҡыусылар беренсе көндө Рәсәйҙең иң боронғо һәм иң ҙур ҡалаларының береһе булған Ҡазандың бик күп тарихи һәм архитектура, танылған заманса биналары менән танышһалар, икенсе көндө Татарстандың Йәшел Үҙән районындағы Зөйә йылғаһы Иҙелгә ҡушылған урында урынлашҡан, 1957 йылда Куйбышев һыуһаҡлағысы менән тулғас, утрауҙа ҡалған Свияжск ҡалаһына юлланалар.

Свияжскиҙа уларға 120 баҫмалы баҫҡыстан өҫкә күтәрелеп, Зөйә йылғаһы һәм тирә-яҡтың матурлығына һоҡланыу мөмкинлеге була, утрау-ҡаланың Успение Богородицы монастырының ЮНЕСКО-ның мираҫ hәйкәлдәре исемлегенә индерелгән комплексы, монастырь училищеһы биналары, Изге Герман һәм Никола сиркәүҙәре, Успение соборы, Свияжск ҡалаһының төрлө тарихи музейҙары һәм экспозициялары менән танышалар. Был көн йәнә уҡыусыларға беренсе тапҡыр Ҡазан метроһында йөрөү менән дә иҫтәлекле була. Һуңынан “ЗАГС Чаша”, Ҡазан кремле, “Ҡол-Шәриф” мәсете менән танышалар.

- Уҡыусылар сәйәхәттән бик ҡәнәғәт булып, дәртләнеп, шатланып ҡайттылар. Улар араһында бөгөнгө көндә атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер уҡыусы бар. Уҡыусыма юл сығымын ҡапларға ярҙам итеүҙәрен һорап “Белорет
башҡорттары” ойошмаһы ағзаһы, әүҙем йәмәғәтсе Айгөл Вәлиеваға мөрәжәғәт иткәс, ул шундуҡ эшҡыуарҙарға хәбәр итте һәм “Система 01” йәмғиәте директоры Илнур Сәфиуллин 11 мең һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ҙур рәхмәт
уға!

Бындай кимәлдәге сәйәхәттәрҙе ойоштороу өсөн батырлыҡ һәм тәүәккәллек талап ителә. Сөнки ата-әсәләр һәм мәктәп етәкселеге алдында ҙур яуаплылыҡ алаһың. Киләсәктә уҡыусыларым менән бараһы сәйәхәттәр күп булһын һәм ата-әсәләргә ышаныстары өсөн рәхмәтемде белдерәм, - тиГөлсинә Юлай ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: