Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 14:38

Һоҡланғыс кешеләр - яныбыҙҙа

Уҡытыусы хеҙмәте хаҡлы рәүештә иң изге, ижади, абруйлы һәм бер үк ваҡытта ауыр эштәрҙең береһе тип һанала.

Һоҡланғыс кешеләр - яныбыҙҙа
Һоҡланғыс кешеләр - яныбыҙҙа

Балалар өсөн уҡытыусы мәктәп белемен генә бирмәй, ә тормош хикмәттәрән дә өйрәтергә тейешле шәхес булып тора. Яҡшы остаз һәр бала менән уртаҡ тел таба белә, үҙ фәненә ылыҡтыра ала. Уҡытыусы булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки балаларҙы ғына түгел, ә, иң элек, үҙеңде өйрәтергә кәрәк, сөнки уҡытыу икеләтә уҡыу тигәнде аңлата. Юҡҡа ғына Николай Гоголь: “Башҡаларҙы тәрбиәләү өсөн, беҙ тәү сиратта үҙебеҙҙе тәрбиәләргә тейешбеҙ”, - тимәгән. Балаларға һөйөү, янып торған энергияға эйә булыу, сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, яратҡан эшенә тоғролоҡ, юмор тойғоһо, бай фантазия, эшһөйәрлек, оптимизм кеүек сифаттарға уҡытыусы булырға ҡарар иткән кеше эйә булырға тейеш. Мәҡәләм геройы Дамир НОҒОМАНОВ та был һөнәрҙе күңеле ҡушыуы буйынса һайлаған һәм бер ҙә яңылышмаған.

Дамир Вәлләм улы Белорет педагогия колледжын тамамлап, хеҙмәт эшмәкәрлеген мәктәптә эшләүгә бағышлай. Армия хеҙмәтенән һуң 1991 йылда Олойылға мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт педагогия университетының “Тарих” факультетын тамамлаған педагог бөгөнгө көндә ошо уҡ мәктәптә физкультуранан һәм тарих фәненән уҡыта.

Физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа Дамир Вәлләм улы әллә нисә быуын уҡыусыларында спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусылары менән күп тапҡыр район кимәлендәге төрлө спорт ярыштарында (еңел атлетика, саңғы) лайыҡлы рәүештә призлы урындарҙы яулайҙар. Ул үҙ дәресенә ҙур ихтирам һәм ҙур һөйөү менән ҡарай.

Волейбол уйынын ауылдың олоһо ла, кесеһе лә уйнарға ярата, ә ҡышын спорт залына уҡыусылар ҙа, ауыл йәштәре лә килә. Йәйен асыҡ майҙанда футбол уйыны гөрләп тора.

Коллегалары, ауылдаштары, уҡыусылары араһында ҙур абруй ҡаҙанған уҡытыусы ауыл биләмәһендә үткәрелгән барлыҡ спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ республика кимәлендә үткәрелгән форумдарҙан (мәҫәлән “Ирҙәр ҡоро”) ситтә ҡалмай.

Өлгөлө ғаилә башлығы хәләле Әлмира Ғабдулла ҡыҙы менән 5 балаға - 4 улға һәм 1 ҡыҙға ғүмер биргән. Өлкән улдары Себер тарафтарында, ҡыҙҙары Сочиҙа эшләй. Ике улдары әле мәктәптә уҡып йөрөй, улар ҙа аталары кеүек спорт менән мауыға.

Тормош иптәше Әлмира Ғабдулла ҡыҙы ла күп йылдар дауамында ауыл старостаһы булды, хәҙер ауыл биләмәһе советы депутаты булып тора. Ул да ауылда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, мәҙәни саралар ойоштороусы һәм идея биреүсе булып тора.

Дамир Вәлләм улының хужалығы ҙур - мал да тоталар, баҡса ла ултырталар. Ул йәнә тыныс һунар итеүҙе, бәшмәк һәм еләк-емеш йыйырға ярата. Ғөмүмән алғанда, уның төп эшенән буш ваҡытында күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты юҡ, өйҙә лә барыһына өлгөрә, ғаиләгә һәм йәмғиәт мәнфәғәтенә лә иғтибарын бүлә.

Бар яҡтан өлгөр уҡытыусы башта депутат, һуңынан Ишле ауыл биләмәһе советы рәйесе итеп һайланды.

Мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн муниципаль район хакимиәтенең һәм Советының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Ваҡыт етмәү - педагогик мөхиттә бик мөһим проблема. Был фактты шик аҫтына алыу ауыр. Әммә Дамир Вәлләм улы кеүек уҡытыусылар, барыһына ла өлгөрә. Сөнки ул ваҡытын дөрөҫ ойоштора, уның һәр минутын файҙалы, изге ғәмәл ҡылыуға бүлә, эшләргә лә, ғаиләһе менән ял итергә лә ваҡыт таба.

Рәмзиә ӘПҠӘДИРОВА.
Фото ғаилә архивынан.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: