Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 16:13

Уҡытыусы - күк йыһандан йондоҙ эҙләп биреүсе

Уҡытыусылар көнө алдынан, ҡаланың Мәҙәниәт һарайында Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Булмыш” премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Уҡытыусы - күк йыһандан йондоҙ эҙләп биреүсе
Уҡытыусы - күк йыһандан йондоҙ эҙләп биреүсе

Фиҙаҡәрлеге арҡылы хеҙмәтендә хөрмәт ҡаҙанған, йәш быуынға белем-тәрбиә биреүгә бар көсөн, тырышлығын һалған оло йөрәкле, талантлы педагогтарҙы   район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ольга Берко, район мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Кирилл Егупов, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Наталия Колчина, “Урал” һәм “Белорецкий рабочий” гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Сатура Минһажитдинова, Людмила Денисова, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары Виктор Чубик, Белорет телевидениеһы корреспонденты Сәхибә Ғәбитова һәм башҡалар тәбрикләне. Иң-иңдәр иһә Рәсәй, республика кимәлендәге юғары наградалар, Почет грамоталары һәм, әлбиттә, “Булмыш” премияһы менән баһаланды.

Башҡортостан Республикаһының юғары наградаларына түбәндәге педагогтар лайыҡ булды:

- Олег Ручушкин, ҡаланың Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге директоры - “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”;

- Баныу Астанова, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”;

-Елена Хомякова, 20-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы - “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”.

 

"Рәсәй Федерацияһы белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” исеме менән тәбрикләнеүселәр:

- Ғаян Аҙнабаев, Сермән урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры;

- Владимир Дахтин, В.К. Сурин исемендәге 3-сө мәктәп директоры;  

- Луиза Бикбаева, 21-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы;

- Наталья Мишанова, 8-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы;

- Светлана Повираева, Тирлән мәктәбенең музыка уҡытыусыһы;

- Любовь Посыпайко, 1-се мәктәптең математика уҡытыусыһы;

- Гөлнур Һөнәрғолова, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы;

- Наталья Карпова, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

- Марина Локоцкова, 14-се гимназияның тәрбиә буйынса кәңәшсеһе;

- Лидия Рыжкина, 19-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланыусылар:

- Гөлнур Абыҙбаева, 13-сө мәктәптең география уҡытыусыһы;

- Гөлнур Исҡакова, Берештамаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;

- Дмитрий Пермяков, 20-се мәктәптең география уҡытыусыһы;

- Иван Разин, 17-се гимназияның тарих уҡытыусыһы;

- Рәзинә Рәхимова, Асы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;

- Мәйсәрә Рахманғолова, ҡала лицей-интернатының математика уҡытыусыһы;

- Нәсимә Солтанбәкова, Йөйәк мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;

- Венера Яҡупова, Абҙаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;

- Айгөл Әхмәҙина, Йәш натуралистар станцияһы методисы;

- Рита Бикбулатова, 11-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

- Светлана Косарева, ҡатнаш төрҙәге 9-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

- Любовь Мелентьева, Үҙән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

- Елена Шахрай, Инйәрҙең 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүселәр:

- Лилиә Шаһимырҙанова, район мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы.

 

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән тәбрикләнеүселәр:

- Ксения Петрова, район мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методик бүлеге начальнигы;

- өҫтәмә белем биреү учреждениеларында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан педагогтар һәм етәкселәр: Римма Әхмәҙуллина, Борис Оглоблин, Владимир Крылов, Татьяна Калиничева, Нәсимә Иҫәнғәлина, Надежда Горбатова, Валентина Волкова.

 Мәғариф йүнәлешендә “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” төбәк конкурсының һайлап алыу этабында ҡатнашҡан, дөйөм хеҙмәт стажы 130 йылды тәшкил иткән Веретеновтар династияһы ла Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.  

 

Район хакимиәте башлығы премияһы лауреаттары:

- Ирина Аверьянова, 17-се гимназияның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, инглиз теле уҡытыусыһы;

-Любовь Баукина, 14-се гимназияның биология уҡытыусыһы;

- Елена Хомякова, 20-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы;

- Сынтимер Лоҡманов, ҡала лицей-интернатының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы;

- Гүзәл Иҫәнбаева, 1-се мәктәптең биология уҡытыусыһы;

- Наталья Попова, Баланы үҫтереү үҙәге - “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһы мөдире;

- Лилиә Горбунова, 19-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе;

- Ольга Киселева, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

- Евгения Адакина, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге педагогы;

- Эльза Сөләймәнова, ҡала лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Советтар Союзы Геройы, педагог Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия лауреаты.

 

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Булмыш” премияһының “Аҡыллылыҡ һәм профессионаллек” номинацияһы еңеүселәре:

- Андрей Портнов, 1-се мәктәп директоры;

- Лариса Казармщикова, 27-се балалар баҡсаһы мөдире.

 

Бер икмәк менән генә түгел” номинацияһы еңеүселәре:

- Лилиә Соколова, Үҙән мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;

- Алексей Масленников - 17-се гимназияның технология уҡытыусыһы.

 

 “Педагогик һөнәр оҫтаһы” номинацияһы еңеүселәре:

 - Алексей Шарабуряк, 16-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы - 2023” муниципаль конкурсы еңеүсеһе;

- Гөлсибәр Шакирова, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы - 2023” муниципаль конкурсы еңеүсеһе.

 

“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы еңеүселәре:

  - Лариса Куликова, Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге педагогы (14-се гимназия), “Йыл уҡытыусыһы - 2023” муниципаль конкурсы еңеүсеһе;

- Лариса Ғәлина, 29-сы балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе, “Йыл уҡытыусыһы - 2023” муниципаль конкурсы еңеүсеһе.

 

“Быуындар бәйләнеше” номинацияһында “Булмыш” премияһы лауреаты:

   - Нәсимә Иҫәнғәлина, Йәш натуралистар станцияһының элекке етәксеһе.

 

“Күҙгә күренмәҫ фронт хеҙмәткәрҙәре” номинацияһы еңеүселәре:

- Ирина Королева, Тирлән мәктәбенең шәфҡәт туташы;

- Зөбәрә Хәбибуллина, 14-се балалар баҡсаһының кесе тәрбиәсеһе;

- Ирек Ғәлиастанов, Ишле мәктәбенең автобус водителе.

“БеЛучики” муниципаль проект лабораторияһында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән йәш педагогтар - 19-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе  Резеда Баймөхәмәтова, Боғанаҡ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анастасия Токарева Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы Грамотаһына һәм аҡсалата   сертификатҡа лайыҡ булды.

  Мәғариф өлкәһендә ал-ял белмәй фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран-уҡытыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы: уларҙы алмашҡа килгән йәш педагогтар тәбрик ҡылды.

 Ҡала Мәҙәниәт һарайы, белем усаҡтары ижади коллективтарының дәртле сығыштарына үрелеп барған тантаналы сара яҡшы кәйеф, күтәренкелек менән тамамланды.    

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: