Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Октябрь 2023, 15:56

Данлы шәхестәргә бай ауыл

Үҙәнбаш мәктәбендә яңы музей асылды.

Данлы шәхестәргә бай ауыл
Данлы шәхестәргә бай ауыл

Тамырҙарын юллаған, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Бик мәғәнәле һәм хаҡ һүҙҙәр. Районыбыҙ ауылдарының һәр береһенең бай тарихы, данлы үткәне, йәшәйештәге хәҙерге тормошо бар. Күп ауыл-ҡасабалар үҙҙәренең йөҙәр йыллыҡ тарихы, күренекле кешеләре, өлгөлө ғаиләләре менән ғорурлана ала, сөнки ауылдар тарихын унда йәшәгән һәм эшләгән уңған кешеләре яҙа. 6 октябрҙә Үҙәнбаш ауылы мәктәбендә бай тарихлы музей асылды. Музей асыу тантанаһына йыйылған ҡунаҡтарҙы Үҙәнбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Нурия Шаһиморатова тәбрикләп үтте һәм һүҙҙе уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Оксана Карнаеваға тапшырҙы. Оксана Урал ҡыҙы быйыл ошо күркәм бинаның төҙөлөүенә ун йыл тулыуы тураһында әйтеп үтте һәм мәктәп буйынса экскурсия үткәрҙе. Артабан барыһын да музей урынлашҡан кабинетҡа саҡырҙылар. Тантаналы рәүештә дәррәү алҡыштар аҫтында Нурия Мәүлижан ҡыҙы һәм Шығай хакимиәте башлығы Исмәғил Хәлфә улы ҡыҙыл таҫманы киҫте. Музейҙа Үҙәнбаш ауылы тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, урман хужалығы эшселәре тураһында мәғлүмәттәр менән стендтар һәм альбомдар урын алған, мәктәп тарихы, уҡытыусыларға арналған документтар, фотоһүрәттәр айырыуса ҙур урынды биләй.
Эйе, Үҙәнбаш ауылы үрнәк алырҙай, ғорурланып һөйләрлек данлы кешеләргә бай. Үҙәнбаш мәктәбен төҙөүгә ҙур тырышлыҡ һалған, ошо мәктәптең элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Заһир Муллағәлләмов кеүек легендар кешеләр йәшәгән был төбәктә бай тарихлы музей асылыуы бик ҡыуаныслы ваҡиға.
Ауылдың оло быуын кешеләре, уҡытыусылар, уҡыусылар тарафынан йыйылған ҡомартҡылар ошонда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре, көнкүреше тураһында һөйләй.
Үҙәнбаш мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Лариса Тарасюк мәктәптә музей асыу теләге менән күптәнән хыяллана. Тиҫтә йылдар эсендә күп кенә тарихи мәғлүмәттәр, экспонаттар йыйыла. Уға был эштә уның элекке уҡыусылары Вадим Асфандеев, Олеся Зарипова, Алексей Тарасюк, Александра Саватнеева ярҙам итә. Мәктәптә музей асылыуын ишеткән үҙәнбаштар барыһы ла өйҙәрендә һаҡланған ҡомартҡыларҙы, тарихи документтарҙы, фотоларҙы мәктәпкә килтерә. Шулай итеп, матур, заманса йыһазландырылған музей барлыҡҡа килә. Мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарҙы музейға тупланған тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләне, күренекле шәхестәрҙең тормошона байҡау яһаны, тарихи ҡомартҡыларҙы күрһәтте. Үҙәнбаш ауылы иҫ киткес бай тарихлы, республикаға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән, уңған, булдыҡлы, хеҙмәт һөйгән кешеләр йәшәгән төбәк ул. Нурия Мәүлижан ҡыҙы музейҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән, был идеяны хуплағандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте, ауыл халҡы менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә, үҫеп килгән йәш быуынды рухи һәм мәҙәни яҡтан, илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләүҙә музейҙың роле баһалап бөткөһөҙ булыр, тигән ышаныс белдерҙе.

Сатура Минһажитдинова.
Автор фотолары.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: