Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Декабрь 2023, 09:56

Бер уйлы, бер фекерле булдыҡ

Район-ҡаланан бер төркөм уҡытыусылар командаһы Ейәнсура районы Абҙан ауылына “Остаз” республика конкурсының төбәк этабында ҡатнаштыҡ.

Бер уйлы, бер фекерле булдыҡ
Бер уйлы, бер фекерле булдыҡ

Конкурс "Уҡытыусы һәм остаз", "Атайсалға изге ғәмәлдәр" йылына бағышланды. “Иҙел башы” командаһында уҡытыусылар Әлфиә Вәлиева (ҡаланың 8-се мәктәбе), Юлиә Ғәликәева (мәктәптән тыш эштәр үҙәге, балалар баҡсаһы), Гөлнара
Зыкрина (20-се мәктәп), Зилә Мингәрәева (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры), Гөлкәй Хәлилова (18-се мәктәп), Илүзә Хәлилова (лицей-интернат),  Гөлсибәр Шакирова (21-се мәктәп), Нурсилә Йомағужина (Үткәл мәктәбе) ҡатнашты. Дәррәү генә сценарий әҙерләү, бер иш кейемдәр булдырыу, эштән һуң репетицияларға йөрөүҙә коллегаларым ҙур тырышлыҡ һалды.

Конкурс өс турҙан торҙо. Беренсеһе - “Атайсалға хеҙмәт итәм” тип аталды. Унда район-ҡала мәктәптәренең мәғариф өлкәһендәге эштәре презентацияланды.

Икенсе “Этно-квиз” турында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, яңыса уҡытыу стандарттарына бәйле 10 һорауға яуап биреү шарт ине.

Өсөнсө тур - оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү. Беҙҙең команданан Гөлсибәр Шакирова махсус программала интерактив күнегеүҙәр үткәрҙе. Уға Гөлкәй Хәлилова ярҙам итте.

Әлбиттә, конкурс сәмле, ҡыҙыу барҙы. Командаларҙың сығыштары үҙенсәлекле булды. Беҙҙең команда  “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.

Алыҫ араларҙы яҡын итеп барып ҡайтыуыбыҙ, уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуыбыҙ һөнәребеҙгә ҡарата сәм, дәрт уятты. Бергәләшеп эшләү оҡшаны, бер уйлы, бер фекерле булдыҡ. Коллегаларыма артабан да ижади үрҙәр, эштәрендә уңыштар теләйем.

Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА, Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: