Фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Йомағужина ҡатнашыусы командаларҙы сәләмләп, лицей-интернат тәрбиәләнеүселәре инициатив бюджетлау ярҙамында үҙ белем усағының мөһим мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашып, учреждениены үҫтереү өсөн бюджет средстволарын ҡайҙа йүнәлтергә кәрәклеген билдәләй тине.
Бындай проекттар балаларға командала эшләргә өйрәнергә, тикшеренеүҙәр үткәреү, әңгәмәләр ҡороу, үҙ идеяларын тәҡдим итеү, финанс грамоталылығын күтәреү һәм бюджет процестарын аңлау, ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн социаль яуаплылыҡ тойоу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, был бер нисә сығанаҡтан финанслау ярҙамында мәғариф ойошмаларына ярҙам итеүҙең тағы бер сараһы.
Республикабыҙҙың өс йөҙҙән ашыу мәктәбе (улар араһында Белорет мәктәптәре лә бар) инициативалы бюджетлау ярҙамында уҡытыу шарттарын яҡшыртты. Ләйсән Рәшит ҡыҙы әйтеүенсә, былтыр лицей-интернат коллективы конкурста ҡатнашып, урам спорт майҙансығын йыһазландырыу буйынса проект уның еңеүсеһе булған. Әҙерлек процедуралары һәм тренажерҙар һатып алынған, яҙын монтажлау эштәре башлана, уларҙы Урал спорт инвентары заводы белгестәре үткәрә.
Был юлы өлкән класс уҡыусылары дөйөм ятаҡта заманса һәм иркен душ кабиналары, уңайлы ашхана, психологик ял итеү зонаһы, тренажер залы һәм медиаүҙәкте йыһазландырыу буйынса биш проект тәҡдим итте. Әйткәндәй, психологик ял итеү зонаһын йыһазландырыу проекты былтыр икенсе урынды алған ине. Аллат Шәмсетдинова командаһы уҡыусылар өсөн бындай урындың кәрәклеге тураһында мәсьәләне яңынан күтәрә, сөнки уларҙың күпселеге ятаҡта йәшәп, төрлө эшмәкәрлек менән мәшғүл. Ә ял итергә лицей-интернаттың уҡыусылары ла, хеҙмәткәрҙәре ләбында килеп, көсөргәнешлектәнсыға ала. Балалар ни өсөн тап ошообъекттар лицейҙа булырға тейешлеген, уларҙың уҡыу процесын һәм учреждениела йәшәүҙе яҡшыртыуға нисек ярҙам итәсәген аңлатырға тырышты.
VIII “Б” класы уҡыусыһы ЫнйыМансурова, душ кабиналары проектын яҡлап, лицей ятағындағыларҙың иҫке һәм тығыҙ булыуынбилдәләй. Бынан тыш, күп кенәҡыҙҙар кабиналарҙың уңайһыҙ булыуын белдерҙе. Һигеҙенселәр командаһы проектты эшләгәндә ошотеләктәрҙе иҫәпкә алырға тырышты.Ә күпселек үҫмер егеттәр спортформаһында булырға, бокс менәншөғөлләнергә һәм телефонда ултырырға түгел, ә күберәк спорт менәншөғөлләнергә хыяллана. Шуға күрәулар урам майҙансығынан тыш, лицейҙа тренажер залы йыһазландырырға тәҡдим итә.
IX “б” класы командаһы - Нурания Абдрахманова һәм ЛәйсәнҺарунова “Заман” мәктәп медиаүҙәге тәҡдим итте. Ҡыҙҙар фекеренсә, лицей-интернатта видеороликтар төшөрөү, презентацияларәҙерләү өсөн ҡорамалдары булғанзаманса медиаүҙәк булырға тейеш.Мәрйәм Ғарипова, Ғәзиз Фәтхуллин, Наҙгөл Йәһүҙина, ЛинараМансурова һәм Луиза Ғүмәрова составындағы дүртенсе төркөм белемусағы ашханаһын модернизациялаубуйынса “Сағыу ашхана” проектына ярашлы, уның интерьерын яңыртып, йәшел, ҡыҙыл һәм һарытөҫтәргә өҫтөнлөк бирергә тәҡдимитте.
V-IX класс уҡыусылары араһындапроекттарҙы яҡлағандан һуң, анкета үткәрелеп, уның һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе билдәләнәсәк. Артабан эшкә лицей-интернаттың административ корпусы ҡушыла, ул инвесторҙар эҙләү һәм проекты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләү менән шөғөлләнә. Анкета йомғаҡтарында күренеүенсә, лицей-интернат ятағынд адуш бүлмәләрен яҡшыртыу буйынса "Shower's power" проекты иң күптауыштар йыйып, еңеүсе булды.