Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль , 16:04

Камиллыҡҡа ынтылған педагогтар

Ҡаланың 8-се мәктәбендә муниципаль кимәлдәге “Йыл уҡытыусыһы - 2024” конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте.

Камиллыҡҡа ынтылған педагогтар
Камиллыҡҡа ынтылған педагогтар

Быйыл конкурстың “Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Уңышҡа тәүге аҙым”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияларында 22 педагог ҡатнашты.

Конкурс барышында педагогтар “Сферум” платформаһында дистанцион рәүештә “Методик оҫтахана”ла ҡатнашты, дәрестән тыш “Мөһим темалар тураһында һөйләшеү” тәрбиәүи дәрестәре, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе, “Педагогик эшмәкәрлек презентацияһы” менән сығыш яһаны. Тәрбиәселәр иһә ҡаланың 27-се, 19-сы балалар баҡсаларында “Балалар менән педагогик сара” үткәрҙе, “Өҫтәмә белем биреүҙә балаларҙы уҡытыуҙы һәм тәрбиәләүҙе ойоштороуҙың яңы формалары” тип аталған оҫталыҡ дәрестәрендә сығыш яһаны.

Конкурстың иң һуңғы этабында дистанцион этап һәм беренсе, икенсе тур йомғаҡтары буйынса үҙ номинацияларында иң күп балл йыйған ике педагог “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа педагогтың роле” темаһына матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Әйткәндәй, конкурста был беренсе тапҡыр уҙғарылды һәм бындай фекер алышыуҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында ҡатнашҡандар менән генә ойошторолоп килде. Конференцияла 17-се мәктәп уҡытыусыһы Иван Разин, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлназ Әхмәҙуллина, 1-се мәктәп уҡытыусыһы Мария Шерстнева, 10-сы мәктәп уҡытыусыһы Ирина Ибраһимова, Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Физәлиә Әхмәтйәнова, Үткәл мәктәбе уҡытыусыһы Нурсилә Йомағужина, 23-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Андреева, 25-се балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Динара Хөснөтдинова ҡатнашты. Улар жюри ағзаларының, коллегаларының, йәш хәбәрселәрҙең һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе, балалар менән ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ниндәй алымдар ҡулланыуҙарын, үткәрелгән саралар, ата-әсәләр менән ниндәй эшмәкәрлек алып барыуҙарын һөйләне. Дөйөм алғанда, конференция фекер алышыу, тәжрибәләр, педагогик асыштар менән бүлешеү майҙансығына әүерелде.

Шулай итеп, бер аҙна дауамында барған, район-ҡалабыҙҙың иң яҡшы һәм талантлы уҡытыусыларын, тәрбиәселәрен, өҫтәмә белем биреү педагогтарын асыҡларға ярҙам иткән, педагог һөнәренең имиджын күтәргән “Йыл уҡытыусыһы - 2024” конкурсын йомғаҡлар мәл етте. Был көндәрҙә конкурсанттар үҙҙәренең күп һанлы һәләттәрен тулыһынса асты, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтеү өсөн күп көс һалды, әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр уҙғарҙы. Жюри ағзаларына улар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы.

Тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район-ҡала ойошмаһы рәйесе Светлана Нестерова һәм башҡалар ҡатнашты.

“Был байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡан мәғариф идаралығы методистарына, жюри ағзаларына, конкурсанттарға һәм уларҙың көйәрмәндәре - мәктәп, балалар баҡсаһы, өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Конкурс сиктәрендә күңелдәр берләшә, оло йәштәге педагогтар менән йәштәр араһында бәйләнеш нығына һәм ул эшебеҙгә тик ыңғай яҡтан тәьҫир итә”, - тине Сулпан Мәүләүи ҡыҙы үҙ сығышында.

“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү педагогы Гөлиә Фазлыева ҡатнашыусы дипломына, Туризм үҙәге педагогы Галина Пиндюрина I урынға лайыҡ булды.

“Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында ҡаланың 9-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Тәнзилә Усманова һәм Лира Әҙелмырҙина (Тимер юл ауылының 1-се балалар баҡсаһы) - ҡатнашыусы дипломы, Вероника Лельгант (ҡаланың 14-се балалар
баҡсаһы) - III, Динара Хөснөтдинова (25-се башҡорт балалар баҡсаһы) - II, Светлана Андреева (23-сө балалар баҡсаһы) - I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде.

“Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында ҡаланың 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Яҡшыдәүләтова - III, Мария Шерстнева (ҡаланың 1-се мәктәбе) - II һәм Ирина Ибраһимова (ҡаланың 10-сы мәктәбе) I урынға лайыҡ булды.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында Тимер юл ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Элиза Әмирова ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнһә, Зөлфиә Хәтиуллина (Сермән мәктәбе) - III, Физәлиә Әхмәтйәнова - II, ә I урынды лайыҡлы рәүештә Үткәл мәктәбе уҡытыусыһы Нурсилә Йомағужина яуланы. Ул район-ҡала намыҫын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

Конкурстың төп номинацияһында 8 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны. Анастасия Токарева (Ломовка мәктәбе), Юлия Мальцева (ҡаланың 8-се мәктәбе), Аида Бикбаева (Сермән мәктәбе), Гүзәл Ғүмәрова (Инйәрҙең 1-се мәктәбе) ҡатнашыусы дипломдары менән билдәләнде. Сермән мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Иҙрисова - III, Шығай мәктәбе уҡытыусыһы Фәниә Зарипова II урынға лайыҡ булды. “Йыл уҡытыусыһы - 2024” конкурсының еңеүселәре тип Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлназ Әхмәҙуллина һәм ҡаланың 17-се гимназияһы уҡытыусыһы Иван Разин танылдылар. Ҡотлайбыҙ!

Нурсилә Фәтих ҡыҙы:
- “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль кимәлендә өсөнсө тапҡыр ҡатнашам: 2011 йылда номинацияла еңеүсе булдым, 2013 йылда был бәйге миңә юғары квалификация бирҙе.

Бик күп көс һәм ижади яҡтан эшләүҙе талап иткән конкурстан бик ҡәнәғәтмен. Был ысын мәғәнәһендә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булды, маһирҙарҙан-маһир коллегаларым менән көс һынашыу дәртләндерҙе, яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелергә теләк, дәрт, сәм уятты. Ысынлап та, был конкурс һөнәри кимәлемде генә түгел, күңел донъямды ла ифрат байытты. Шулай уҡ үҙ-үҙемде һынаным һәм ҡайһы яҡтан тағы ла нығыраҡ эшләргә кәрәклеген аңланым.

Конкурсты юғары кимәлдә ойоштороусыларға, миңә терәк булған ғаиләмә, Үткәлемә, коллегаларыма, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына ҙур рәхмәт. Гимназия уҡыусылары менән асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү бик фәһемле һәм күңелле булды.


Гөлназ Зиннур ҡыҙы:
- "Йыл уҡытыусыһы - 2024" конкурсында еңеүемә бик шатмын һәм тәүге урынды яулау минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Күрәһең, уҡыусыларымдың “Һеҙгә еңеү яулауығыҙҙы теләйбеҙ!” тигән теләктәре ҡабул булғандыр.

18 йылдан һуң конкурста йәнә ҡатнашырға йөрьәт иттем. Йәш саҡта бындай сараларҙа үҙеңде иркенерәк, ҡыйыуыраҡ тотаһың һәм ҡурҡыу хисе булмай. Хәҙер инде тәжрибәле уҡытыусы булараҡ үҙеңдең белемеңде, оҫталығыңды башҡалар алдында күрһәтеү тулҡынландыра, ныҡлап әҙерләнергә мәжбүрһең. Еңеү миңә еңел бирелмәне тип әйтә алам һәм мин был көндәрҙә үҙем өсөн бик күп асыштар яһаным, тәжрибә тупланым, үҙ белгәндәремде йәштәр менән уртаҡлаштым. Һәр этап һайын өҫкәрәк менеү ауырыраҡ булды, әммә бирешмәнем. Миңә ярҙам иткән, минең өсөн янып-көйгән коллегаларыма ҙур рәхмәтемде белдерәм!

Иван Александрович:
- Был конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнашам һәм ул башҡалары менән сағыштырғанда иң ауыры булды. Коллегаларыма - 17-се гимназия коллективына ҙур рәхмәт! Улар минең еңеүсе булыуым өсөн күп нәмә эшләнеләр һәм ошо команда менән бергә булыуым менән ғорурланам!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: