Класташтарым менән шатланышып, уҡыу бөтөүенә ҡыуанып, тиҙерәк каникулға таралыштыҡ. Әммә бер аҙна ла үтеп өлгөрмәне, класташтарҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы, мәктәпте һағынып та өлгөрҙөк. Һағыштарҙы баҫыр сара ул – тәбиғәткә сығыу.
Шуны ғына һиҙгәндәй, класс етәксебеҙ Әлиә Марс ҡыҙы Саматова походҡа барыу тураһында иғлан эшләне. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ. V кластан тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә сығыу ҡаныбыҙға һеңгән шул. Хәтерләйем, беҙҙе, әле бәләкәс кенә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уҡытыусыбыҙ үҙенең тыуған ауылы Йөйәккә алып барғайны. Инйәр йылғаһында рәхәтләнеп һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, ямғырҙа ҡойоноп, арып–талһаҡ та рәхәтлек тойғоһо кисереп, ике көнлөк походта йөрөп ҡайтҡайныҡ. Ә ике йыл экскурсиялар менән генә сикләндек. Ә быйыл беҙ районыбыҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе – Исҡушты ауылы эргәһе “ташлы йылға”ға барҙыҡ.
Электричкала Берештамаҡ ауылына тиклем барғандан һуң, машинаға тейәлеп, Береш ауылына барып төштөк. Бәләкәс кенә ауыл булһа ла, үҙенең төҙөк, бейек, яңы өйҙәре менән һоҡландырҙы ул. Баҡсаларында йәшелсә–емеш үҫтерәләр, мал–тыуар, ҡош–ҡорт аҫырайҙар. Йөҙө ҡояштай балҡып торған, ҡунаҡсыл Сәкинә инәйҙең тәмле ҡоймаҡлы, ҡаймаҡлы сәйен, компотын һемереп, һыуһыныбыҙҙы ҡандырғандан һуң, артабан юлыбыҙҙы дауам иттек. Һәр беребеҙгә етерҙәй пицца ла бешереп ҡуйған әле ул. Рәхмәт төшкөрө.
Береш йылғаһы буйлап үргә табан елдерҙек. Бирйән тауҙары һырты беҙҙе ҡул болғап оҙата барҙы. Исҡушты менән Мулдаҡай ауылы эргәһендә "Йәй ташы" ла бар икән. Ҡоролоҡ башланһа йә, киреһенсә, ямғырҙар оҙаҡ яуһа, аҡһаҡалдар шул ташҡа май һөртөп, доға уҡып, теләк теләйҙәр тип һөйләне әсәйҙәребеҙ.
Ҡуҫағаҙы һәм Исҡушты йылғалары киҫешкән ерҙә беҙ һулға боролоп инеп киттек. Бишкәбән бесәнлеге үҙенең сәскәле, күбәләкле күренеше менән беҙҙе хайран итте. Бик үҙенсәлекле исемле Шарҡырауыҡ шишмәһе лә булған бында.
Алыҫта Исҡушты ауылы күренде. Уҡытыусыбыҙ һөйләүенсә, был ауыл элек ҙур булған, унда леспромхоз эшләгән. Урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә булған. Ауылдан алыҫ та түгел беҙҙе тәбиғәт мөғжизәһе –“ташлы йылға” көтә ине. Ундай йылғалар күп кенә ерҙә осрай, әлбиттә. Беҙҙең Ямантауҙа ла, Ирәмәлдә лә бар. Ә Исҡуштылағы үҙенсәлекле йылғаны тәү күреүебеҙ ҡыуандырҙы.
Уҡытыусыбыҙға, ата–әсәләребеҙгә йөҙ һорау яуҙырҙыҡ. Ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән тигән һорауға ошондай яуап алдыҡ. Миллион йылдар элек булған боҙлоҡ осоронан барлыҡҡа килгән икән ул!
Ләмәҙе йылғаһы буйына килеп урынлашып, палаткаларыбыҙҙы ҡороп бөтөр-бөтмәҫтән, көндөң эҫеһенә түҙә алмай, һыуға һикерештек. Эх, рәхәт тә һуң йылғала! Балыҡ кеүек сумышып, кемуҙарҙан йөҙөшөп, һыуҙан асығып килеп сығыуыбыҙға беҙҙең менән бергә барған әсәйҙәребеҙ "һә" тигәнсе тәмлекәстәрҙән өҫтәл йәйеп тә ҡуйған. Бешкән йомортҡалар, төрлө эслекле бөйөрөктәр, пицца, ҡоймаҡтар Гөрләүек шишмәһенең һалҡын һыуы менән ҡайнаған үләнле сәй – ошонан да тәмле ризыҡ бармы икән донъяла! Мәғрүр ҡая төбөн урап аҡҡан Ләмәҙе йылғаһы тағы ла үҙенә саҡырып алды. Ҡояш апай ҙа ҡаршы түгел, барығыҙ, рәхәтләнеп һыу ҡойоноғоҙ тигәндәй. Был юлы инде уҡытыусыбыҙ, әсәйҙәребеҙ ҙә беҙгә ҡушылғас, тағы ла күңеллерәк булып китте һыуҙа йөҙөүҙәре. Шулай, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Серәкәйҙәр безелдәшә башлаһа ла, бирешмәйбеҙ. Туп уйнап, усаҡ янында шешлек бешереп, сәйәхәтебеҙ таңғаса дауам итте. Иң мөһиме, бер кем дә телефон ҡосаҡлап ултырманы. Шулай булмай ни! Бәйләнеш булмаған ергә барҙыҡ бит. Булған хәлдә лә, телефон ҡайғыһы юҡ ине беҙҙә. Гөрләүек тауышы, ҡоштар һайрауы, усаҡ сытырлауы – үҙе бер илаһилыҡ бит!
Иртәгәһенә йоҡо туйғансы йоҡлап, яңынан Ләмәҙе йылғаһына сумыштыҡ. Төшкө ашты ашағандан һуң, машиналарға тейәлеп, Берештамаҡ ауылы эргәһендәге поезд туҡталышына күсендек. Ә унда эргәлә генә Инйәр йылғаһы аға. Поезд килгәнсе, бер нисә сәғәт ваҡыт булғас, походыбыҙ Инйәр йылғаһының яңы һауған һөттәй йылы тулҡындарында дауам итте. Шулай, арып -талып, рәхәтләнеп ял иттек беҙ июндең уртаһында.
Ошо походыбыҙҙы ойошторған синыф етәксебеҙгә, атайҙарыбыҙҙ – Айҙар, Ринат ағайҙарға, әсәйҙәребеҙ – Әлфиә, Альбина, Римма, Әлиә һәм Нәркәс апайҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Онотолмаҫ хәтирәләр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, иҫтәлекле мәлдәрҙе хәтер һандығына һалып, йәйге каникулдарҙы дауам итәбеҙ. Яңы уҡыу йылына көс–дәрт туплап килербеҙ.
Камила Динисламова,
Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусыһы.