Өҫтәүенә, ул ата-әсәләр алдында ҙур яуаплылыҡ тота, бала өсөн һәр яҡлап өлгө, әҙәплелек эталоны булыу талап ителә.
Һәр ата-әсә балаһын балалар баҡсаһына биргәндә, уны рәнйетмәүҙәрен, яратыуҙарын һәм хәстәрләүҙәрен, тәрбиәсенең игелекле, наҙлы һәм яуаплы булыуын теләй. Абҙаҡ ауылындағы “Аҡйондоҙ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Илзирә ӘХМӘТЙӘНОВА тап шундайҙарҙың береһе. Ул - кескәйҙәрҙең яратҡан остазы, ата-әсәләр алдында хөрмәт ҡаҙанған, бай тәжрибә, белем һәм ҙур педагогик оҫталыҡ туплаған белгес.
Илзирә Сыңғыҙ ҡыҙы Учалы районы Рәсүл ауылында алты балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килгән. Ағай-апайҙары араһында иркәләнеп кенә үҫһә лә, барлыҡ эштәргә өйрәнеп үҫә, бәләкәйҙән тырыш һәм егәрле була. Колхозда ғүмер буйы комбайнсы булып эшләгән атаһы Сыңғыҙ Ниғмәтйән улы бер аҙ үҙ һүҙле, ныҡышмал төпсөк ҡыҙының арҡаһынан яратып һөйгәндә гелән бәхет юрар булғандыр.
Ярты ғүмерен ауыл магазинында һатыусы, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы алдынғы һауынсы булып эшләгән әсәһе Лида Насип ҡыҙының төп ярҙамсыһы була ул. Фермаға барып һыйыр һауышһынмы, таҙалыҡ-тәртип булдырһынмы - ағай-апайҙарынан ҡалышмай эшләп үҫә, мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә тырыш ҡыҙ.
- Мин бала саҡтан балаларҙы шул тиклем яратам. Элек урамда китеп барған танышмы, таныш түгел баламы, ҡосаҡлап, яратып китә инем. Быны күргән әсәйем: “Шул тиклем дә бала йәнлеһең инде!” - ти торғайны. Ауыл мәктәбенең IX класын тамамлағас, әсәйемдәр уҡытыусы булыуымды теләһә лә, документтарымды Белорет педагогия колледжының тәрбиәселәр әҙерләү бүлегенә тапшырҙым һәм һис кенә лә үкенмәнем, - ти ул.
Ҡулына диплом алғас, Учалы районы Иманғол ауыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Өс йыл ярым эшләгәс, Абҙаҡ ауылы егете Рөстәм Таштимер улы менән ғаилә ҡоралар. Килен булып төшкәс, Абҙаҡ мәктәбендә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү төркөмөнә эшкә төшә. Бер нисә йылдан ауылда яңы мәктәп төҙөлә һәм ул саҡтағы директор Гөлшат Йомағужина балалар баҡсаһы йәшендәге кескәйҙәр өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы ике төркөм асҡас, Илзирә Әхмәтйәнова тәрбиәсе булып эшкә килә. Уның араһында мәктәп китапханаһында, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып та эшләй.
Кескәйҙәрҙең остазы эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улдары Илмир карьерҙа эшләһә, уртансылары Вилнур Мәскәүҙә уҡып йөрөй. Өйҙәге йорт эштәрендә төп ярҙамсылары - Сабина Абҙаҡ мәктәбенең VIII класында белем ала, яҡшы уҡыуҙан тыш, спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ғаилә башлығы Рөстәм Таштимер улы Эске эштәр министрлығы ветераны. Бөгөнгө көндә Абҙаҡтағы Александр Матросов исемендәге балалар лагерында хәүефһеҙлек буйынса белгес булып эшләй.
- Дүрт йыл элек ауылыбыҙҙа әллә ҡайҙан үҙенең матурлығы менән йәлеп итеп торған, ҙур, күркәм балалар баҡсаһы барлыҡҡа килде. Бөгөнгө көндә мин урта йәштәге “Етегән” төркөмөн етәкләйем, унда йәмғеһе 25 бала йөрөй.
Һөнәремдең төп сифаттарын тап мөхәббәт һәм изгелек тип иҫәпләйем. Һәр иртә балаларҙың йылмайыуынан башланыуын теләйем, уларҙың бала саҡ донъяһы матур, иҫтә ҡалырлыҡ хәтирәләргә бай, таҙа һәм наҙлы булһын өсөн бар тырышлығымды һалам.
Мин үҙ эшемде шул тиклем ныҡ яратам һәм тәрбиәсе һөнәрен ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшыһы тип иҫәпләйем. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше әсә булыуҙа. Балаларҙан яуап итеп ыңғай, ижади тәьҫораттар алам, улар янында үҙемде һәр ваҡыт йәш һәм энергиялы итеп тоям.
Был һөнәрҙә егерме биш йылдан ашыу эшләйем. Мин балаларға мөмкин тиклем күберәк белем, тәрбиә бирергә, уларҙы ҡыҙыҡлы формала тәҡдим итергә тырышам, ижади үҫешкә ҙур иғтибар бүләм. Сөнки хәҙерге балалар элеккегә ҡарағанда үҫешкән һәм уникаль, уларға яңы алымдар эҙләргә һәм тәрбиә процесында яңы ысулдар, методикалар һәм формалар ҡулланырға кәрәк.
Тәүге сығарылыш балаларына хәҙер 30 йәштәр тирәһе. Хәҙер инде уларҙың балаларын тәрбиәләйбеҙ. Ҡасандыр кескәй генә, йүнләп һөйләшә, йә үҙаллы ҡалаҡ тотоп ашай ҙа алмаған балаларҙың күҙ алдында буй еткереү, мәктәп юлында, йә урамда күргәндә, “Апай”, тиеп йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуҙары үҙе бер бәхет. Тимәк, мин үҙ булмышыма яҙылған һөнәр эйәһемендер, - ти Илзирә Сыңғыҙ ҡыҙы.
Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы МОНАСИПОВА, өлкән тәрбиәсе:
- Илзирә Сыңғыҙ ҡыҙы иң тәжрибәле тәрбиәселәребеҙҙең береһе. Ул үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, һәр бер нәмәне еренә еткереп эшләүе, һәр яҡлап алдынғы булыуы менән айырылып тора. Барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө персонаж булып кейенергә һәм сығыш яһарға әҙер. Быларҙан тыш, уның документтары ла һәр ваҡыт тәртиптә. Эйе, тәрбиәселәрҙең балаларҙы тәрбиәләүҙән тыш, башҡаларға күренмәгән бик күп документ эштәре бар. Уҡыу йылы башында уларҙың төркөмгә йыллыҡ тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлегенең календарь планы, перспектив-тематик эш пландары әҙер булырға тейеш. Бынан тыш, көн һайын үҙ төркөмө өсөн педагог эш программаһын яҙа, үткәрелгән сараларҙың сценарийын, приказын һәм башҡаларҙы туплай. Хатта ашау өсөн ташлама ҡаралған балаларҙың документтарын йыйыу, ата-әсәләрҙең белешмәләрен алыу өсөн генә лә әллә күпме ваҡыт талап ителә.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ тәрбиәселәрҙе, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәттәрендә сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ, тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә насип булһын!