Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь , 15:00

Күк-йыһандан йондоҙ эҙләп бирер

Бөгөн туған телде, үҙ халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү һәр кеше өсөн мөһим тигән фекер менән бәхәсләшеүселәр бик аҙ.

Күк-йыһандан йондоҙ эҙләп бирер
Күк-йыһандан йондоҙ эҙләп бирер

Туған тел, ата-бабаларыбыҙҙың аҡыллы йәшәү нигеҙҙәре, халҡыбыҙҙың күп жанрлы фольклоры - милли мәҙәниәттәрҙең һәм традицияларҙың йөкмәткеһен тәшкил иткән рухи ҡиммәттәр булып тора. Халыҡтың теле уның бөтә уй-теләктәрен, характерын, ынтылыштарын сағылдыра. Бөгөн туған телебеҙҙе юғалтһаҡ, милләтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы юғалтыуыбыҙҙы аңлайбыҙ… 
 
Үткәл мәктәбендә 23 йыл балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен төшөндөргән  Нурсилә ЙОМАҒУЖИНА үҙенең предметын уҡытыуға креатив ҡараш менән ҡарарға тырыша, әһәмиәтле һөҙөмтәләргә килтереүсе инновацион технологияларҙы индерә, заманса уҡытыу алымдарын ҡуллана. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә проблемалы, үҫешле уҡытыуҙы, шулай уҡ уйын мәлдәрен, проект эштәрен, тест заданиеларын ҡуллана. 

Нурсилә Фәтих ҡыҙы Башҡортостандың иң гүзәл райондарының береһе - Белорет районының тауҙар ҡосағында һыйынып ултырған йәмле Үткәл ауылында Әминә һәм Фәтих Мөхәмәтдиновтарҙың ғаиләһендә алтын көҙ миҙгелендә икенсе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс, Шығай ауылында урта белем алғас, Белорет педагогия колледжына уҡырға инә. Маҡсатлы, тырыш ҡыҙ был белем менән генә ҡәнәғәт ҡала алмай. Бала саҡтан уҡытыусы булам тигән хыялы уны артабан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына әйҙәй. 2001 йылда ҡулына башҡорт теле һәм әҙәбиәте, немец теле уҡытыусыһы дипломын алғас, Әбйәлил районында хеҙмәт юлын башлай. 2002 йылда яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған ауылына эшкә ҡайта.

Эшләү дәүерендә уҡыусылар менән дә, үҙе лә бик күп конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, эҙләнеү эштәре буйынса фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша әүҙем уҡытыусы. Уҡыусылары йыл һайын тиерлек башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика, хатта Рәсәй кимәлендә призлы урындар яулай, башҡорт теле буйынса IX класс уҡыусылары дәүләт имтиханы биреүҙе һайлап, юғары уңыштары менән ҡыуандырып тора. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙы ғына “Гагарин Кубогына”, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған “Аҡмулла” олимпиадаһында республика кимәлендә урындар яулаған, уҡыусылары миҙалдар һәм махсус бүләктәр алып һөйөнгән. Ә иң ҙур күрһәткестәре булып Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты үткәреп килгән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының Рәсәй кимәлендә призлы урын алыуҙары тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошо олимпиада һөҙөмтәһе буйынса уҡыусыһы Сәфинә Йомағужина Башҡортостан Республикаһы Башлығының премияһына лайыҡ булған. Быйыл ошо уҡ премияға уҡыусыһы Айзилә Шәғәлина документтар тапшырған. 

- Үҙем дә заман менән бергә атларға, уҡыу һәм тәрбиә процесында яңы технологияларҙы өйрәнергә, уларҙы уңышлы файҙаланырға тырышам, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, көсөмдө, белемемде һынайым, тәжрибә туплайым. 2011 йылда район кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабында  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” буйынса “Халыҡ педагогикаһын уңышлы файҙаланыу” номинацияһында еңеүсе,  2013 йылда ошо уҡ конкурста ҡатнашып, юғары категорияға эйә булдым. Быйыл иһә, еңеүсе булараҡ, республика кимәлендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бөтә республиканан йыйылған иң яҡшы 56 уҡытыусы араһында үҙ көсөңдө, тәжрибәңде күрһәтеү еңелдән булманы. II турҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән үтеп, диплом, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус призына лайыҡ булдым. Унан тыш, 2020 йылда “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсында еңеүсе булып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Грантына лайыҡ булдым. Әлбиттә, эшемдең һөҙөмтәләре район-ҡала Советының,  мәғариф бүлегенең Почет Грамоталары, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды. Уларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа - уҡыусыларының юғары уңыштары, тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы шәхес булып үҫеүҙәре, йылдар үткәс тә һине онотмай, ихтирамлы, иғтибарлы булыуҙарылыр тип уйлайым, - ти Нурсилә Фәтих ҡыҙы. 

Нурсилә Йомағужина эшендә генә түгел, ғаиләһендә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә тирә-яҡтағыларға өлгө булып тора. Тормош иптәше Сабир Һаҙый улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙҙары Гөлсинә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика бүлегендә III курста уҡып йөрөй, киләсәктә журналист буласаҡ. Уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе ҡыҙҙары бер рәттән “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Тау-тау хәбәр” тапшырыуында хәбәрсе булып та эшләй, республика баҫмаларында мәҡәләләре донъя күреп тора, университеттағы уңыштары өсөн Ҡара диңгеҙгә сәйәхәт менән нарыҡланған. Уртансы ҡыҙҙары  Сәфинә ҡала медицина колледжының III курсында белем алһа,  хужалыҡтағы төп ярҙамсылары Салауат Үткәл мәктәбенең IV класында уҡый. Балаларының һау-сәләмәт булыуы - улар өсөн иң ҙур бәхет. Һәр ҡыуаныстарын уртаҡлашып, уңыштарын хуплап, яҡшы тәрбиә бирергә, ныҡлы терәк-таяныс булырға тырышалар. Йомағужиндар күпләп мал аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, гөл-сәскәләргә күмелгән бөхтә, сынъяһау донъялары иһә был йортта уңған, тырыш кешеләр йәшәүе тураһында үҙе үк һөйләп тора.

Нурсилә Фәтих ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша - “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән бер генә саранан да ситтә тороп ҡалмаған, ауыл клубының “Умырзая” вокал һәм “Ләйсән” бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Республикала ауылдарҙы Интернет селтәренә тоташтырыу эше буйынса халыҡтан тауыш йыйған. 

- Татыу коллективыбыҙҙы Ринат Әшрәф улы Йылҡыбаев етәкләй. Уҡытыусыларҙың күбеһе юғары белемле һәм юғары категорияға эйә. Һәр береһе үҙ көстәрен, белемен, ваҡытын йәлләмәй, балаларға төплө белем бирергә ынтылып тора. Сәмләнеп, дәртләнеп эшләгән коллегаларым да төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уҡыусылар менән олимпиадаларҙа еңеү яулай, мәктәптән тыш сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр. 

Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эшебеҙҙә түҙемлек, рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф, тыңлаусан уҡыусылар, беҙҙе аңлап торған ата-әсәләр һәм һәр ваҡыт дәртле булып ҡалыуҙарын теләйем.

Тормоштағы уңыштарыма, бәхетле йәшәүемә, яратҡан эшем булыуына, иң тәү сиратта, атай-әсәйемә, ныҡлы тылым - ғаиләмдең һәр саҡ уҡытыусы эшенең еңел булмауын аңлап, таяныс булыуына, һәр башланғысымды хуплап торған коллективыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Барыһына шөкөр ҡылып йәшәүҙәргә ни етә! - ти Нурсилә Йомағужина.

Эйе, педагог һөнәре ҙур белем генә түгел, рухи көс, сыҙамлыҡ һәм хатта батырлыҡ та талап итә. Был ауырлыҡтарға ҡарамай, тормошта үҙҙәренә уҡытыусы хеҙмәтен һайлаған кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра. Үҙ эшенең оҫтаһы - Нурсилә Фәтих ҡыҙына алға ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырыу һәм үҙ идеяларын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр, юғары ҡаҙаныштар һәм уңыштар, ҙур бәхет теләйбеҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: