“2024 йыл республиканың мәғариф өлкәһе өсөн ваҡиғаларға бай, һөҙөмтәле булды”, – тип билдәләне Илдар Марат улы. Ул тәү сиратта мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға туҡталды.
– Бынан алдағы йылдарҙа 140 мәктәпте ремонтлағайныҡ. Бөгөн 55 меңдән ашыу бала яңыртылған шарттарҙа белем һәм тәрбиә ала. 2025 – 2027 йылдарға РФ Мәғариф министрлығы республикабыҙҙағы тағы 88 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау буйынса исемлеккә индерҙе һәм ошо маҡсатта федераль бюджеттан 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, - тине министр.
Ул шулай уҡ балалар баҡсалары биналарын капиталь ремонтлау буйынса программаға старт бирелеүен яҡшы башланғыс булараҡ билдәләне. Әле исемлеккә республиканың 16 балалар баҡсаһы ингән, уларға 840 миллион һум федераль аҡса бүленә. Ә киләһе йылдан колледждарҙы, тәү сиратта уларҙың ятаҡтарын капиталь ремонтлау программаһы старт ала.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙың уҡыу корпустарын төҙөкләндереү, уларҙы кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү программаһына башланғыс биргәйне. Ошо нигеҙҙә ҙур эштәр башҡарылды. Әле федераль программаға ярашлы исемлеккә республиканың ете колледжы инеүгә өлгәште. Был бик яҡшы, етди һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеге бирҙе, - тине Илдар Мәүлетбирҙин. – Ғөмүмән, белем биреү тармағына ҡараған учреждениеларҙы капиталь ремонтлауға федераль аҡса йәлеп итеү йәһәтенән беҙ ил буйынса иң алдынғы өсәү араһында билдәләнәбеҙ, анығыраҡ итеп әйткәндә, икенсе урындабыҙ. Дөйөм алғанда, 2024 йылда республикабыҙҙың мәғариф тармағын үҫтереүгә федераль бюджеттан 15,4 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.
Әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе барышында уҡытыусыларға ярҙам һәм хәстәрлек йәһәтенән билдәләнгән саралар тураһында ла һүҙ барҙы. Белеүебеҙсә, төбәк етәксеһе педагогтарға шифахана-курорт дауалауына юлламалар бүлеү тураһында әйткәйне. Бынан тыш, беҙҙә, республика Башлығының тәҡдименә ярашлы, бихисап гранттар булдырылған. Илдар Марат улы ошолар тураһында ла ентекле аңлатма бирҙе.
– Уҡытыусыларға гранттар ярҙамы тураһында әйткәндә, бында тәүмаҡсат мәғариф тармағына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, әлегәсә эшләп йөрөгәндәрен дәртләндереү булғайны. 2019 йылдан, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән уҡытыусыларға гранттар бирелә башланы. Йыл һайын республиканың 150 уҡытыусыһы 690 мең һум күләмдә грант ярҙамы ала. Былтыр мәктәпкәсә белем биреү тармағы педагогтарының форумында тәрбиәселәр ҙә ошонлай ярҙам сараларына мохтаж булыуҙары хаҡында белдерҙе. Быйыл Башҡортостан Башлығы тарафынан мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына тәүге тапҡыр 75 грант тапшырылды. Уның суммаһы – 575 мең һум. Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам сарһы илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, – тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин.
Ә инде Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырып, 2025 йылдан йыл һайын меңләгән педагог республика шифаханаларында ял итеү мөмкинлегенә эйә була. Был хаҡта Указға ҡул ҡуйылған да инде.
– Уға ярашлы, уҡытыусыларҙы һайлап алыу, юлламаны тапшырыуға бәйле ҡағиҙәләр ҙә раҫланды. Шифахана-курорт дауалауына сертификаттың суммаһы 65 мең һум тәшкил итә. Әгәр ошо сумманан ҡиммәтлерәк дауалау һайларға йәки ялды оҙайлыраҡ итергә теләһәң, үҙеңдән өҫтәргә мөмкин. Уҡытыусыларҙы муниципалитеттар һайлай, бында эш һөҙөмтәләре, төрлө ҡаҙаныштар, әлбиттә, сәләмәтлек торошо иҫәпкә алына. Артабан исемлектәр республика кимәлендә ҡарала һәм раҫлана, – тип аңлатты мәғариф һәм фән министры.
Быйыл уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул итеү йәһәтенән дә ярайһы уҡ ҙур, етди эштәр башҡарылған. Быйыл Башҡортостан Башлығының ҡарарына ярашлы, маҡсатлы уҡырға ингән йәштәргә махсус стипендия булдырылды. Уның суммаһы – 10 мең һумға тиклем. Бының өсөн билдәле бер ауыл мәктәбенә белгес булараҡ ҡайтыу шарты менән килешеү төҙөп уҡырға инәһең һәм өҫтәмә стипендия алып уҡыйһың. Артабан инде килешеүгә ярашлы билдәләнгән белем усағында өс йыл эшләргә тейешһең.
Әңгәмә барышында Өфөлә төҙөләсәк Республика математика лицейы тураһында ла һүҙ барҙы. Белеүебеҙсә, был хаҡта Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдергәйне. Проект федераль ҡаҙна ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, башланғыс ил Президенты Владимир Путин тарафынан да хуплау тапты. “Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән һәләтле балалар өсөн уникаль белем биреү үҙәге ойошторабыҙ. Был мәктәпте тамамлаусылар тотош Рәсәйҙең ғорурлығы буласаҡ”, – тигәйне төбәгебеҙ етәксеһе.
– Федераль бюджетта сумма билдәләнде – 2,4 миллиард һум. Проекты әҙер, ул дәүләт экспертизаһын үтте. Төҙөлөш өсөн ер участкаһы һайланды. Киләһе йылда төҙөлөштө башлаясаҡбыҙ. Ул бик заманса, матур, үҙенсәлекле мәктәп буласаҡ. Был лицей республикабыҙ мәғариф системаһының визит картаһы, йәғни йөҙөн билдәләгән белем усағы булыр, тип ышанабыҙ, – тине Илдар Марат улы, яңы белем усағына ҡағылышлы эштәргә аңлатма биреп.
Әңгәмә барышында шулай уҡ “Профессионалитет” программаһы, уның йәштәргә һөнәр һайлауҙа, республикабыҙҙың иҡтисад тармаҡтарын, сәнәғәт предприятиеларын кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеүҙәге роле һәм әһәмиәте билдәләнде. Ошо нигеҙҙә республика колледждарының матди-техник базаһын нығытыу, уларҙағы лаборатория һәм оҫтаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барыла. Мәҫәлән, быйыл, республиканың алты колледжы 100 миллион һумлыҡ федераль гранттарға лайыҡ булған. Был суммаға Башҡортостан етәкселеге тағы 50-шәр миллион һум өҫтәгән. Киләһе йылда тағы биш колледжға ошондай ярҙам күрһәтеү бурысы тора.
ФЕКЕР
Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы, йәмәғәт лидеры Андрей ИВАНЮТА:
-Рәсәй Президенты Владимир Путин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә мәғариф ѳлкәһенә ҙур иғтибар һәм ярҙам күрһәтелә. Был аңлашыла ла, сѳнки беҙ киләсәгебеҙгә нигеҙ һалабыҙ. 2024 йылдың төп ваҡиғаларының береһе - реконструкциялауҙан һуң 800 урынлыҡ 8-се мәктәпте асыу. Хәҙер ул Урал аръяғындағы иң ҙур һәм заманса мәктәп.
Нижнее Селение биҫтәһендә 620 урынлыҡ мәктәп төҙөү мәсьәләһен хәл итә башланыҡ. Ер участкаһының сиктәре билдәләнде, артабан район балансына тапшырыу, ҡала төҙөлөшө планын алыу һәм мәктәпте проектлау өсөн кадастр иҫәбенә ҡуйыу кәрәк.
Дүрт йәш егетебеҙ Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. 2023 йылда бер генә уҡыусы ҡыҙ 100 балл йыя алды. Мәғариф буйынса уңыштарыбыҙ бик күп.
Мәктәп этабында Бѳтә Рәсәй олимпиадаһында 86 % уҡыусы ҡатнашты. Былтыр балаларҙың 46 проценты ғына ошо олимпиадала үҙ көсөн һынап ҡараны.
Шулай уҡ быйыл 8-се мәктәп янында спорт үҙәген төҙөү буйынса эштәр башланды. Йәнә ҡалабыҙ йәштәре, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн спорт залын ремонтлауҙы тамамланыҡ. Был зал Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 53-сө йорт адресы буйынса, 26-сы һөнәри лицейҙың элекке ятағының 1-се ҡатында урынлашҡан. Ремонт бағыусылар аҡсаһына башҡарылды, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса мәктәп уҡыусылары ѳсѳн спорт майҙансыҡтары тѳҙѳкләндерелә. Исмаҡай ауылында балалар өсөн уйын комплексы булдырылды. Инйәрҙең 1-се мәктәбендә спорт майҙансығы эшләнде.
2024 йылғы яңылыҡ - талантлы юғары класс уҡыусылары өсөн хакимиәттә практика үтеү. Һәр етәксегә үҙенең уҡыусыһы беркетелгән, ул беҙҙең эш менән таныша, ябай йөкләмәләрҙе үтәй. Шулай итеп, беҙ балаларға буласаҡ һөнәрен билдәләргә ярҙам итәбеҙ, ә үҙебеҙгә талантлы кадрҙарҙы ҡарайбыҙ.
Фото: тапшырыуҙан скриншот.