Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында йылдың беренсе уҡыу аҙнаһы ғәҙәттәгесә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды, гимндар яңғыраны.
Тантаналы линейкала бөгөн Рәсәй матбуғаты көнө булып тороуын, әлеге ваҡытта илебеҙҙә 50 меңгә яҡын, республикабыбыҙҙа 1 меңгә яҡын традицион баҫма нәшер ителеүен һәм 200-ләгән электрон баҫма барлығы әйтеп үтелде, ҡыҫҡаса был датаның барлыҡҡа килеү тарихы бәйән ителде, республикабыбыҙҙа, районыбыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдарҙың исемдәре аталды. Унан һуң һүҙ мәктәп директоры Зилә Мингрәеваға бирелде.
- Бына, яңы 2025 йыл да килеп етте һәм беҙ өсөнсө сиреккә аяҡ баҫтыҡ. Һәр берегеҙгә тырышып уҡырға, уңыштарға ирешергә, гимназияның тормошонда ҡайнап йәшәргә һәм һуңғы ике сиректе тик яҡшы билдәләргә генә тамамлауығыҙҙы теләйем, - тине.
Унан һуң Зилә Рәхим ҡыҙы 9-10 ғинуарҙа үткән төбәк-ара олимпиадала гимназия данын республика кимәлендә яҡлап, юғары күрһәткестәргә ирешкән, Призер исеменә лайыҡ булған XI класс уҡыусыһы Зөлхизә Эниеваға (уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова) Диплом тапшырҙы. Робототехника буйынса олимпиадала I урын алған Искәндәр Таһировҡа, муайтай спорт төрө буйынса асыҡ турнирҙа II урынға лайыҡ булған Алан Сиражетдиновҡа, хәҙерге заман геройҙарына һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналған спорт көрәше - грэпплинг буйынса республика турнирында II урын яулаған Динислам Ғәлләмовҡа Дипломдар, миҙалдар тапшырҙы.
Тантаналы линейканан һуң уҡыусылар йәмғиәт ҡиммәттәренә арналған “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү” класс сәғәттәренә таралды.
I класс уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина класс сәғәтен Рәсәй матбуғаты көнө темаһына арнаны. Уҡыусыларҙан каникул ваҡытында ниндәй китап, гәзит, йәки журнал уҡыуҙары тураһында ҡыҙыҡһынғас, үҙе алдырған гәзит-журналдар - “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” һәм башҡа баҫмалар менән таныштырҙы. Унан һуң уҡыусыларға был байрамдың тарихы тураһында һөйләне, республикала һәм районда сыҡҡан гәзит-журналдар менән яҡындан таныштырҙы, “Аҡбуҙат” журналына байҡау яһаны, ниндәй баҫмалар барлығын белеүҙәрен һораны.
“Простоквашино” йәнһүрәтендәге өҙөктө күрһәтеп, почтальон Печкиндың ниндәй журнал килтереүен һорағас, бергәләп планеталағы иң боронғо балалар журналы “Мурзилка” менән таныштылар.
Рәсәй матбуғаты барлыҡҡа килеү тураһында видеоролик ҡарағандан һуң, Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы балаларға ни өсөн гәзит-журналдар барлыҡҡа килгән, ҡасан бересе гәзит донъя күргән, кем беренсе тапҡыр уны сығара башлаған, нимә ул гәзит-журналдар һәм уларҙа нимәләр бар кеүек төрлө һорауҙар бирҙе. Беренселәр һәр һорауға ихлас, береһенән-бере уҙышып яуап бирҙе. Ә иң һуңғы - электрон журналды йәки гәзитте уҡыуы еңелме, әллә баҫманымы тигән һорауға барыһы ла бер тауыштан ҡағыҙ вариантын хупланы.
Фәһемле лә, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла үткән дәрес бересенселәргә бик оҡшаны һәм улар китаптарға һаҡсыл булырға һәм киләсәктә гәзит-журналдарҙы уҡырға һүҙ бирҙе.
Әйткәндәй, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ата-әсәләре менән йыл да күмәртәләп милли матбуғатҡа яҙыла. Мәҫәлән, I класстар 23 дана “Аҡбуҙат”, II класстар 17 “Аҡбуҙат”, V кластар 15 “Аманат” журналына һәм VII класстан 8 бала “Йәншишмә” гәзитенә яҙылған. Бынан тыш башҡа гәзит-журналдарға ла яҙылыусылар байтаҡ.