Быйыл конкурс “Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Уңышҡа тәүге аҙым”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” һәм быйылғы йылдан ғына индерелгән “Башҡорт телендә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү педагогы” номинацияларында үтәсәк.
- Һәр конкурс - кешелә яңы таланттар асыуға һәм яңы һәләттәр үҙләштереүгә этәрә, бер-берең менән тәжрибәләр уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булып тора. Конкурсанттарҙың унда алған белеме баһалап бөткөһөҙ һәм ул бары тик ыңғай эмоциялар бирә. Шуға күрә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының йыл һайын үтеүенә шатмын. Конкурста республика кимәлендә район данын лайыҡлы яҡларлыҡ, көслө педагогтың еңеп сығыуын теләйем! - тине район Советы рәйесе Дилә Хәмзина.
Унан һуң Дилә Рәшит ҡыҙы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһармановаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен, Абҙаҡ мәктәбенең директор урынбаҫары Илүзә Баймөхәмәтоваға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһен тапшырҙы.
Мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Камалов конкурсанттарға изге теләктәрен еткергәс, конкурсанттар сәхнә түренә саҡырылды, уларға уҙған йылда үҙ номинацияларында еңеүсе булған коллегалары өгөт-нәсихәттәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Конкурсҡа 11 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.