Быйыл конкурс “Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы”, “Уңышҡа тәүге аҙым”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” һәм быйылғы йылдан ғына индерелгән “Башҡорт телендә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү педагогы” номинацияларында үтте. Конкурста йәмғеһе 26 педагог ҡатнашты, уларҙы 28 жюри ағзаһы баһаланы.
Конкурсты асыу тантанаһы
- Һәр конкурс кешелә яңы таланттар асыуға һәм яңы һәләттәр үҙләштереүгә этәрә, бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булып тора. Конкурсанттарҙың унда алған тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ һәм ул бары тик ыңғай хис-тойғолар бирә. Шуға күрә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының йыл һайын үтеүенә шатмын. Конкурста республика кимәлендә район данын яҡларлыҡ лайыҡлы, көслө белемле педагогтың еңеп сығыуын теләйем, - тине район Советы рәйесе Дилә Хәмзина.
Унан һуң Дилә Рәшит ҡыҙы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһармановаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен, Абҙаҡ мәктәбенең директор урынбаҫары Илүзә Баймөхәмәтоваға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһен тапшырҙы.
Мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Камалов конкурсанттарға изге теләктәрен еткергәс, педагогтар сәхнә түренә саҡырылды, уларға уҙған йылда үҙ номинацияларында еңеүсе булған коллегалары кәңәштәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Йомғаҡлау тантанаһы
Шулай итеп, район-ҡалабыҙҙың иң һәләтле, көслө, талантлы уҡытыусыларын, тәрбиәселәрен, өҫтәмә белем биреү педагогтарын асыҡларға ярҙам иткән “Йыл уҡытыусыһы - 2025” конкурсын йомғаҡлар мәл етте.
Бер аҙнанан ашыу ваҡытта конкурсанттар үҙҙәренең күп һәләттәрен асты, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, яңы асыштар яһаны, яңы белем тупланы. Былар артында, әлбиттә, оҙайлы әҙерлек эштәре, эҙләнеүҙәр һәм йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ ята.
Тантаналы йомғаҡлау сараһында конкурсанттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Неля Польщикова, мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Лилиә Шаһимәрҙәнова, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының район-ҡала ойошмаһы рәйесе Светлана Нестерова тәбрикләне һәм лайыҡлы наградаларҙы тапшырҙы.
“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында Мәктәптән тыш эштәр үҙәге методисы Екатерина Малинина ҡатнашыусы дипломына, Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү педагогы Елена Ғәйназарова менән Мәктәптән тыш эштәр үҙәге педагогы Елена Разина - II, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге педагогы Ольга Родионова I урынға лайыҡ булды.
Быйыл беренсе тапҡыр булдырылған “Башҡорт телендә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү педагогы” номинацияһында ҡаланың 5-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Сөләймәнова - III, Абҙаҡ ауылының “Умка” балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Гөлгөнә Мансурова - II, ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Әпҡәдирова I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде.
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” номинацияһында ҡаланың 5-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Анастасия Добрынина - III, Светлана Борисова (ҡаланың 31-се балалар баҡсаһы) - II, Елена Прокопьева (ҡаланың 29-сы балалар баҡсаһы) I урынға лайыҡ булды.
“Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында Тимер юл ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Андрей Сычёв, Екатерина Губачёва (Олойылға мәктәбе), Юлия Попова (Тимер юл мәктәбе), Анастасия Попова (ҡаланың 21-се мәктәбе), Алһыу Ғәлиәхмәтова (ҡаланың 8-се мәктәбе), Вероника Бурлева (Тимер юл мәктәбе) ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнһә, ҡаланың 17-се гимназияһы уҡытыусыһы Екатерина Ишимова - III, Анастасия Попова (ҡаланың 21-се мәктәбе) - II, ә I урынды ҡаланың 13-сө мәктәбе уҡытыусыһы Лидия Родионова алды.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында Оло-йылға мәктәбе уҡытыусыһы Зәлиә Ғаззалова, лицей-интернат уҡытыусыһы Гөлдәр Хажина ҡатнашыусы дипломына, Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Баймөхәмәтова - III, ҡаланың 21-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Сәфәрғәлина II урынға лайыҡ булһа, Сермән мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Хәтиуллина абсолют еңеүсе исемен яуланы. Ул район-ҡала намыҫын рес-
публика конкурсында яҡлаясаҡ.
Конкурстың төп номинацияһы - “Йыл уҡытыусыһы - 2025”тә ҡаланың 8-се мәктәбе уҡытыусыһы Елена Сәғитова - III, ҡаланың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Аҙнабаева II дәрәжә призер тип табылһа, “Йыл уҡытыусыһы” исеменә Инйәрҙең 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Надежда Вдовкина лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Йомғаҡлау сараһын ҡаланың 14-се гимназияһы һәм Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең “Акварель” вокаль ансамбле (етәкселәре Ольга Родионова), чирлидинг буйынса “Резонанс” командаһы (етәкселәре Любовь Ручкина), Ҡаһарман мәктәбе уҡыусыһы Нургөл Ғиззәтуллина (етәксеһе Гөлсинә Ғәзизова), 17-се гимназия уҡытыусыһы Милана Йомағужина (етәксеһе Вера Данилова), Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Наза” ҡумыҙсылар ансамбле (етәкселәре Зилә Хажина), лицей-интернат уҡыусыһы Айһылыу Хамматова (етәксеһе Айһылыу Әғлиева) башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр, йырҙар һәм көйҙәр биҙәне, һәр сығыш дәртле алҡыштарға күмелде.
Сара һуңында ойоштороусылар конкурсты юғары кимәлдә, ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәреүҙә күп көс һалған мәктәпкә, гимназия коллективына, бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. Конкурста ҡатнашыусылар киләсәктә йыл һайын был конкурсты үткәреү кәрәклеген һәм уның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, артабан да тырышып эшләргә әллә күпме көс, дәрт һәм илһам алып таралышты.
Зөлфиә ХӘТИУЛЛИНА, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһы еңеүсеһе:
- Хеҙмәт юлымды тыуған ауылым Бирҙеғолда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башланым. Сермән мәктәбендә 2017 йылдан алып эшләйем. Мәғариф өлкәһендә дөйөм эш стажым 22 йылдан ашыу булһа ла, уҙған йылда ғына беренсе тапҡыр был конкурста ҡатнашырға йөрьәт иттем һәм алдағы йылға яҡшы сынығыу алдым тип әйтә алам. Сөнки быйыл конкурс барышында үҙемде тынысыраҡ тоттом, ҡайҙа, ниндәй ауырлыҡтар, һынауҙар буласағын алдан белдем. Төн йоҡламай конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттар артта ҡалды. Аҙна дауамында барған сара, ысын мәғәнәһендә, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына, тел һәм рухиәт байрамына әүерелде. Конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды. Айырыуса коллегаларым, мәктәбем алдында ҙур яуаплылыҡ тойҙом һәм был һынауҙы үтеп, еңеп сығыуыма шатмын. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсынан йылы тәьҫораттар ғына ҡалды һәм башҡаларҙы ла был мәртәбәле сарала киләсәктә үҙҙәрен һынап ҡарарға саҡырам.