

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Белорет районына эш сәфәре сиктәрендә производство предприятиеларында һәм социаль объекттарҙа булды.
Андрей Геннадьевич, тәү сиратта, 1961 йылда төҙөлгән ҡала лицей-интернатында булды. Ул уҡыу бинаһын, ятаҡты һәм ашхананы ҡараны, Шайморатов класы уҡыусылары менән аралашты.
Уҡыу йортонда мәғлүмәт-технология, социаль-гуманитар һәм филология йүнәлештәре буйынса профилле уҡытыу программалары тормошҡа ашырыла. Бында Белорет, Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил райондары уҡыусылары белем ала. Андрей Назаров был уҡыу йортоноң Урал аръяғы халҡы өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм бинаны капиталь ремонтлау кәрәклеген билдәләне, мәктәп һәм ятаҡ бинаһын төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләргә ҡушты. Ремонт өсөн федераль бюджеттан аҡса һорала.
Андрей Назаров Белорет лицей-интернаты полилингваль уҡыу йорто була ала, тигән тәҡдим индерҙе. Республика министрҙар кабинеты рәйесе уҡыу йортон Башҡортостандың 2026 йылға “Мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу” программаһына индерергә ҡушты.
- 8 йыллыҡ лицей-интернат булараҡ асылған уҡыу йортона 1961 йылдан алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Тәү сиратта бында ишек-тәҙрәләрҙе, иҙән түшәмен, электр үткәргестәрҙе, йылытыу системаһын яңыртыу талап ителә, шулай уҡ мебелдәрҙе яңыртырға кәрәк.
Әлеге көндә беҙҙә 253 уҡыусы иҫәпләнә. Белем биреү сифаты - 50 процент, юғары уҡыу йортона инеүселәр 98% тәшкил итә. Беҙҙә бик күпүҙенсәлекле, тырыш балалар уҡый. Күптәр ауылдарҙа мәктәп булмағанлыҡтан беҙгә килә һәм уларға яҡшы белем биреүҙән тыш, уңайлы йәшәү шарттары менән дә тәьмин итергә тейешбеҙ, - ти лицей-интернат директоры Нурия Шаһиморатова.