

Шулай уҡ 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж. Ремонт эштәренә контракттар төҙөлгән дә инде. Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау дәүләт программаһы сиктәрендә эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,174 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, шуның 1,9 миллиард һумы - федераль бюджеттан бүленәсәк.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль окрыгында - I, Рәсәйҙә федераль средстволар күләме буйынса III, шулай уҡ программа буйынса ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә II урынды алды - 6 мәктәп 2024 йылда төҙөлөп бөттө, тағы ла 25 учреждениела ремонт эштәре тамамлана.
Ике йыл эсендә модернизация программаһы буйынса бөтә Башҡортостан буйынса 140 мәктәпте тәртипкә килтерҙеләр - 2022 йылда - 63, 2023 йылда - 77, тип уртаҡлашты төбәк башлығы. Дөйөм алғанда уларҙа 37,6 мең бала уҡый.