

Быйыл 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге район-ҡала балалары өсөн йәйге сәләмәтләндереү кампанияһын үткәреүгә республика бюджетынан 16 645 500 һум, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыуға бушлай путевкалар биреү өсөн 5 693 600 һум аҡса (2024 йыл менән сағыштырғанда 220 800 һумға күберәк) бүленгән.
Ағымдағы йылдың 2 июненә ҡарата 50 етем, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 65 бала Ҡалтасы районының “Салют” лагерына ял итергә барасаҡ, әлеге ваҡытта балаларҙың ата-әсәләренән, законлы вәкилдәренән ғаризалар ҡабул ителә. Бөгөнгө көнгә ҡабул ителгән ғаризалар һаны 76-ға еткән. Шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн йәйге каникул осоронда ял ойоштороу планлаштырылған: 11 бала Мәләүез районы Томансы ауылының "Дуҫлыҡ" балалар һауыҡтырыу комплексында сәләмәтлеген нығытты. Шулай уҡ июль һәм август айҙарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн өҫтәмә заездар планлаштырылған, 21 ғариза (2 июнгә ҡарата) ҡабул ителгән.
Ҡала-райондың 10 дөйөм белем биреү учреждениеһы - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт (55 урынлыҡ), 17-се гимназиялар (50), ҡаланың 8-се (80), 13-сө (45), 18-се (50), Абҙаҡ (40), Ломовка (30), Инйәрҙең 1-се (75), 2-се (50) мәктәптәре базаһында 21 көнлөк көндөҙгө лагерҙар эшләй. 15 көнлөк хеҙмәт һәм ял лагерҙары 18-се мәктәп һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында (15-әр урынлыҡ), Тирлән мәктәбендә (20) асылды.
2025 йылда көндөҙгө лагерҙар менән тәьмин ителгән балаларҙың дөйөм һаны 625 бала тәшкил итте, был 2024 йылға ҡарағанда 24 процентҡа күберәк (2024 йылда - 500 бала). Көндөҙгө йәйге лагерҙарҙа бер көн булыуҙың уртаса хаҡы 156 һум тәшкил итә.
Йәйге осорҙа муниципаль район биләмәһендә урынлашҡан 5 ҡала яны лагеры эшен дауам итә. Яңы Абҙаҡтағы “Тау шишмәһе” мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн һауыҡтырыу-белем биреү үҙәгендә - 2140, Абҙаҡтағы "Магнитогорск өмөтлө балалар өсөн предметтарҙы тәрән өйрәнеүсе мәктәп-интернат"ы - 4000, Тирлән янындағы Александр Матросов исемендәге балалар һауыҡтырыу үҙәге - 239, Сосновка янындағы “Бригантина" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - 560, Белорет компьютер мәктәбе базаһында “Урал төбәк эксперименталь уҡыу-ғилми комплексы” шәхси дөйөм белем биреү учреждениеһының профилле лагеры 400 баланы ҡабул итә.
2025 йылда йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы менән дөйөм тәьмин итеү 74% (9 950 бала) тәшкил итә, был 2024 йылға ҡарағанда 20%-ҡа күберәк (7960 бала). Миҫал өсөн, быйыл "Бригантина"ға путевка хаҡы 1 заездҡа 40 520 һумға тура килә, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр взносы 22 321 һум тәшкил итә, 2,3 һәм 4 заездарға буш урындар ҡалмай.
Шулай уҡ Белорет уҡыусыларының ата-әсәләре “Ирәндек” (Әбйәлил районы) һәм "Урал" күп профилле балалар шифаханаһы (Учалы районы) лагерҙарын һайлай, сөнки уларҙың хаҡы арзан һәм улар беҙҙең райондан йыраҡ түгел.
“Муниципалитетта балаларҙың тәүлек һәм йыл әйләнәһенә лагерҙарҙың булмауы, балаларҙың һәм ата-әсәләренең тормошоноң төрлө аспекттарына ҡағылған етди проб-
лема булып тора. Тәү сиратта, был йәйге ял һәм һауыҡтырыу мөмкинлектәрен сикләй. Күп кенә ғаиләләр, матди ҡыйынлыҡтар йәки логистик проблемалар арҡаһында, балаларын муниципалитет ситендәге лагерҙарға ебәрә алмай.
Бынан тыш, йыл әйләнәһенә лагерҙар булмауы дәрестән тыш эшмәкәрлек һәм өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу мөмкинлектәрен сикләй. Лагерҙар тематик сменалар, спорт саралары һәм ижади оҫтаханалар үткәреү өсөн майҙансыҡ булып хеҙмәт итә ала, был балаларҙың һәләттәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Баланы лагерға ебәреү мөмкинлеге булмағас, ата-әсәләр бала ҡарауҙың альтернатив варианттарын эҙләргә мәжбүр (төрлө ойошмалар ҡарамағындағы шәхси балалар лагерҙары: ҡаланың балалар үҫеш үҙәктәрендә, спорт секциялары, фитнес-үҙәктәр һәм матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәктәре), ҡайһы берҙә уларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе федераль, төбәк һәм муниципаль норматив акттарҙы үтәү йәһәтенән шик тыуҙыра (бинала, ҡорамалдарға, туҡланыуға, медицина хеҙмәтләндереүенә, кадрҙар составына талаптар).
Был проблеманы хәл итеү комплекслы ҡараш талап итә. Төрлө йәш төркөмдәренең ихтыяждарын һәм балаларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, тәүлек әйләнәһенә һәм йыл әйләнәһенә балалар лагерҙарын булдырыу һәм үҫтереү программаһын әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға кәрәк. Шулай уҡ путевкалар өсөн түләүҙә ярҙамға мохтаж булған ғаиләләр өсөн финанс ярҙамы механизмдарын булдырыу мөһим”, - тигәйне район мәғариф идаралығының уҡыусыларҙың тәрбиә, өҫтәмә белем, ял һәм һауыҡтарыу буйынса бүлек начальнигы Дарья Брюханова хакимиәттә үткән кәңәшмәлә.
Инйәрҙең 1-се мәктәбе базаһында урынлашҡан бындай лагерь 75 ҡыҙ һәм малайҙы саҡырып, 1 июндә үҙ ишектәрен асты. Уның тәүге көнө - йәйҙең башланыу билдәһе генә түгел, балаларҙың ҙур байрамы ла әле. Бында йөрөүсе II-VII класс уҡыусылары өсөн хәрәкәтле һәм интеллектуаль конкурс-бәйгеләргә бай булған уйын программаһы ойошторолоп үткәрелде.
Тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльза Бәшәрова әйтеүенсә, мәктәп базаһында “Баласаҡ иле” тип исемләнгән көндөҙгө ял лагеры үҙ ишектәрен асты. Бында һәр көн айырым тематикаға арнап, балалар өсөн ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итеп ойошторола. “Хәүефһеҙлек азбукаһы” отрядында “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре”, “Таныш булмаған кеше”, “Антитерроризм”, “Янғын хәүефһеҙлеге” һәм башҡа темалар буйынса ҡағиҙәләр менән таныша. Артабан уҡыусылар “Күңелле старттар”ҙа, төрлө спорт уйындарында, эстафетала ҡатнаша. Улар өсөн квест-уйындар ойошторола. Ижади оҫтаханала асфальтта төҫлө аҡбурҙар менән һүрәттәр төшөрөү балаларға оҡшай. Шулай уҡ уҡыусылар лагерҙа тәмле иртәнге һәм төшкө аш менән һыйлана. Төньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Инйәр район мәҙәниәт йорто, “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына экскурсияларға йөрөү, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу, фильмдар ҡарау, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу көндөҙгө лагерға йөрөүселәргә бик оҡшай.
Мәктәп базаһында, шулай уҡ, хеҙмәт лагеры ла эшләй. Уҡыусылар мәктәп алдындағы сәскәләргә һыу һибә, утай, йәиһә китапханасыға ярҙам итә.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.
Наил ШАКИРОВ фотолары.