Мәғариф
28 Август 2025, 10:16

Белоретта - август кәңәшмәһе

Бөгөн ҡаланың Мәҙәниәт һарайында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе үтте.

Белоретта - август кәңәшмәһеБелоретта - август кәңәшмәһе
Белоретта - август кәңәшмәһе

Күләмле форумдың темаһы булып, “Белорет районы мәғарифы: Ватанды һаҡлаусылар йылында традициялар, инновациялар һәм заман саҡырыуҙары” торҙо.

Сара барышында үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһау һәм алдағы уҡыу йылына стратегик маҡсаттар билдәләү өсөн мәғариф ойошмалары етәкселәре, район хакимиәте вәкилдәре, педагогик хеҙмәт ветерандары, абруйлы ҡунаҡтар һәм педагогтар йыйылды.

Пленар ултырыш башланыр алдынан Мәҙәниәт һарайы фойеһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн күләмле интерактив программа ойошторолдо. Үҙәк ваҡиға булып махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйыу акцияһы торҙо.

Ҡунаҡтар патриотик тәрбиә биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре фестивалендә ҡатнашты, унда райондың иң яҡшы тәжрибәләре тәҡдим ителде: беләҙектәр үреүҙән һәм хәрбиҙәр өсөн ҡоро душ әҙерләүҙән алып кадет һәм “Шайморатов” кластары эшенә тиклем бар ине. Айырыуса “Бала саҡ навигаторҙары”, “Рәсәй бөркөттәре” һәм “Беренселәр хәрәкәте” атрибутикаһы күргәҙмәләре ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ “Һаумы, мәктәп!” һәм “Иң яҡшыһы - балаларға” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тәҡдим ителде.

Кәңәшмәнең пленар өлөшө Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын тантаналы алып сығыу, дәүләт гимнары яңғырау һәм “Соты” педагогик марафонының зона этабында еңеүсе уҡытыусылар командаһының сығышынан башланды.

Видеояҙма менән сарала ҡатнашыусыларға Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министры Сергей Кравцов мөрәжәғәт иткәндән һуң, Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Алексей Пешков, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының финанс эшмәкәрлеге һәм планлаштырыу идаралығы начальнигы Руслан Ханнанов сығыш яһаны.

Артабан район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, мәғариф идаралығы начальнигы 1072 Копытова райондың мәғариф системаһын үҫтереү, проблемалар һәм перспективалар тураһындағы, махсус хәрби операция ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры, ҡала педагогия колледжы уҡытыусыһы Георгий Пьянков “Һөнәри кластарҙы үҫтереү перспективалары” тамаһына доклад менән сығыш яһаны, ҡаланың 8-се мәктәбенең тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Анна Фомина яңы тәрбиә фәлсәфәһе менән уртаҡлашты.

Сараның кульминацияһы булып, бер төркөм мәғәриф хеҙмәткәрҙәрен тантаналы бүләкләү торҙо. Район мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән педагогтар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары һәм ведомство наградалары менән билдәләнде. Шулай уҡ “Йыл уҡыусыһы” муниципаль конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Август кәңәшмәһе яңы уҡыу йылына юғары темп һәм аныҡ эш йүнәлешен билдәне, белем биреү традицияларын замана саҡырыуҙары һәм патриотик йүнәлештәр менән берләштерҙе.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас