Мәғариф
2 Сентябрь 2025, 12:41

Белем көнөндә - музейға сәйәхәт

Асы ауылындағы Арыҫлан  Мөбәрәков музейы экскурсиялар үткәреүҙән тыш, балалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Белем көнөндә - музейға сәйәхәтБелем көнөндә - музейға сәйәхәт
Белем көнөндә - музейға сәйәхәт

Быйыл I класҡа килгән уҡыусылар мәктәптән һуң Белем байрамын музейҙа дауам иттеләр.  Музей мөдире Сәлиха Солтанова балаларҙы 1 сентябрь байрамының тарихы менән таныштырҙы.                                                                                                               - Белем көнө, 1 сентябрь, Беренсе ҡыңғырау  - дәүләт көнө. Ул  СССР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 15 июнендәге “1 сентябрҙе халыҡ байрамы - Белем көнө тип иғлан итеү тураһында”ғы указы менән индерелә. Шулай уҡ был көн ҡайһы бер башҡа элекке союздаш дәүләттәрҙә лә рәсми көн булып тора, атап әйткәндә, РәсәйҙәУкраинала һәм Белоруссияла. Эш көнө булып һанала. Әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, тантаналы линейкалар  2 сентябрҙә үтә - был тик ҡәҙимге йыл шишәмбенән башланғанда йәки кәбисә йыл дүшәмбенән башланғанда ғына була. 1 сентябрь - Рәсәй уҡыусылары, студенттарың, уҡытыусылары һәм профессорҙарҙың күбеһе өсөн яңы уҡыу йылының башы.                                                                          Рәсәйҙә элек барлыҡ уҡыу йорттары ла уҡыу йылын 1 сентябрҙә башланмаған. Мәҫәлән, Петр I дәүерендә ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡыу август аҙағында, сентябрь уртаһында йәки октябрҙә башланған, ә ауыл грамота мәктәптәре 1 декабрҙән эшләй башлаған.[В.И. Даль үҙенең “Рус халҡының ышаныуҙары, ырымдары һәм күңел ҡырыһы хаҡында” әҫәренең “Һынамыштар” бүлегендә яҙғанса, Нух пәйғәмбәр  иҫкә алынған көндә балаларҙы мәктәпкә биргәндәр, “шулай иткәндә улар аҡыллыраҡ була” тип иҫәпләгәндәр. Хатта СССР-ҙа ла 1930 йылдар уртаһынаса уҡыу йылы башланыуы өсөн аныҡ көн булмаған. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1930 йылдың 14 авгусындағы ҡарары буйынса бары тик “8-10 йәшлек бөтә балалар ҙа көҙ мәктәпкә алынырға тейеш” тип билдәләнгән, - тип бәйән итте Сәлиха Мәүлит ҡыҙы.

Артабан балалар йомаҡтар систеләр, шулай уҡ  уларға әкиәт геройҙары менән “осрашыу” ҙа  бик оҡшаны.  Бәләкәс уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, шарҙар эсендә яҙылған эштәрҙе үтәне. Һуңынан уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Беренселәр тағы ла музейға килергә тигән ниәттә  таралышты.

Гөлнара Ғүмәрова.

 

Автор:
Читайте нас