Мәғариф
25 Сентября 2025, 11:52

“Шайморатов уйындары”ның зона этабы үтте

Йылдағыса сентябрҙә республикала Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кубогына “Йәйге Шайморатов уйындары”ның  зона этаптары үтә. Шундай спорт-патриотик ярыштарҙың береһе ҡалабыҙҙың 8-се мәктәбе базаһында ойошторолоп, 7 райондың һәм 3 ҡаланың 29 командаһын (203 уҡыусы)  йыйҙы.  

“Шайморатов уйындары”ның  зона этабы үтте“Шайморатов уйындары”ның  зона этабы үтте
“Шайморатов уйындары”ның зона этабы үтте

Патриотик йүнәлешле белем алған уҡыусыларҙы мәктәптең спорт залында дәүләт флагтарын индереү һәм гимн менән ҡаршы алдылар.  Йәш шайморатовсыларҙы, уларҙың етәкселәрен ҡунаҡтар - Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлегенең белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова,  район мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова тәбрикләп, командаларға еңеүҙәр теләне. 
Шайморатов кластарында патриотик тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен, Ватанды һаҡлауға тоғролоҡ тойғоһон, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу ил тарихына ихтирам тәрбиәләүҙе, башҡорт кавалеристарының героик ҡаҙаныштары миҫалында Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһон, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу һәм уларҙы тормошҡа ашырырға ынтылыу, уҡыусыларҙың әүҙем ял итеүен пропагандалау, үҙ-ара ярҙамлашыуҙы, берҙәмлекте, еңеүгә ынтылышты тәрбиәләү кеүек бурыс, маҡсаттарҙы күҙаллаған маҡсаты итеп ҡуйған ярыштарҙа командалар үҙҙәрен төрлө дисциплиналарҙа һынап ҡараны. Ярыштар сәмле барҙы. Командаларға эстафета,  өс туп менән йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, ваҡытҡа баскетбол тубын ҡулсаға индереү, турникта күтәрелеү, скакалка аша һикереү кеүек конкурстар тәҡдим ителде. Был мауыҡтырғыс ярыштың бөтә этаптары ла көсөргәнешле барҙы. Шайморатовсылар  тиҙлеген, етеҙлеген һәм зирәклеген, берҙәмлеген һәм командала эшләй белеүен күрһәтте.
Ярыштар уҡыусыларҙың йәшенә ҡарап баһаланды һәм һөҙөмтәләр буйынса V кластар араһында беренселекте Сибайҙың 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты  алһа, II һәм III урындарҙы Белорет ҡала лицей-интернаты һәм Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы шайморатовсылары яуланы. 
VI кластарҙан Бөрйән районының Әбделмәмбәт, Хәйбулла районының Аҡъяр һәм Учалы районының Алмаз Исхаҡов исемендәге (Уральск) мәктәптәре шайморатовсылары иң-иңдәре тип танылды.
Барый Абдрахманов исемендәге 1-се мәктәп (Межгорье), 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты (Сибай), Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының (Сибай) VII класс уҡыусылары призлы урындарҙы бүлеште. 
VIII класта белем алған уҡыусылар араһында I урынды Әбйәлилдең Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы, II - Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты, III урынды Межгорьеның 3-сө мәктәбе шайморатовсылары яуланы.  
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының, Йылайырҙың башҡорт гимназияһының, ҡаланың 21-се мәктәбенең IX класс уҡыусылары иң яҡшылары булды. 
Сибайҙың 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Марина Хилалова әйтеүенсә, белем усағы ярышҡа өс команда - V, VI һәм VII кластарҙы алып килгән. 
- “Шайморатов уйындары”ның бөгөнгө зона этабына көслө командалар йыйылған. Бына әле Учалы командаһының этаптарҙы нисек үтеүен күҙәтәбеҙ. Әммә ләкин беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, гимназияның өс Шайморатов класы ла көслө, тип иҫәпләйем. Ярыштарға ныҡлы әҙерләндек һәм еңеүгә лә иҫәп тотабыҙ. Өс командаға ла скакалка аша һикереү еңел бирелә. Баскетбол ҡулсаһы алыҫыраҡ булһа ла, сибайҙар бер нисә тапҡыр тупты индерҙе лә инде. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан турникта 7-8 тапҡыр күтәрелеүселәр ҙә булды. Быйыл Шайморатов класына ҡабул ителгән бишенселәр бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Бер нисә аҙна ғына әҙерлек, күнекмәләр үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, бирешмәнеләр. Ғөмүмән, “Шайморатов уйындары”ның ҡышҡы-йәйгеһендә лә ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Былтыр V кластар менән  Өфөнөң Совет майҙанында шайморатовсылар сафына ҡабул итеү тантанаһында ҡатнашҡайныҡ. Быйылғыһында ла теләп ҡатнашыр инек, - ти Марина Машалла ҡыҙы. 
Әйткәндәй, район-ҡалалағы биш “Шайморатов класы”ның районда урынлашҡан берҙән-бер Инйәр 2-се башҡорт мәктәбенең шайморатовсылары иң тәжрибәлеләрҙән, улар бер нисә  йыл рәттән уйындарҙа ҡатнаша. Йәйге уйындарҙа юғары уңыштарға әле өлгәшмәһәләр ҙә, уның ҡарауы, “Ҡышҡы Шайморатов уйындары - 2025” ярышында ҡатнашып, зона һәм республика этаптарында еңеүсе булды. 
- Быйыл да һөҙөмтәләрҙе яҡшыртыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, яҡшы әҙерләндек. Уйындарҙа ҡатнашыу бер яҡтан яуаплылыҡ өҫтәһә, икенсе яҡтан команда менән ярышыу сәмле бара, - ти Инйәр шайморатовсылары остазы Наил Иҙрисов.
Еңеүсе командалар 30 сентябрҙә Баҡалы районында үтәсәк “Йәйге Шайморатов уйындары”ның республика этабында ҡатнашасаҡ. Быйылғы “Йәйге Шайморатов уйындары”нда Белорет районы намыҫын ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы (өҫтәге һүрәт) шайморатовсылары яҡлай. Туғыҙынсыларҙы  зона этабында еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм “Йәйге Шайморатов уйындары”ның финалында уңыштар теләйбеҙ!
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас