Мәғариф
26 Сентябрь 2025, 09:33

Йөрәгендә -  балалар йылмайыуы

Күптәр тәрбиәсе һөнәре бик ҡатмарлы түгел тип иҫәпләй: балалар менән уйнау, саф һауала йөрөү, һүрәт төшөрөү, китап уҡыу, йоҡларға һалыу...

Йөрәгендә -  балалар йылмайыуыЙөрәгендә -  балалар йылмайыуы
Йөрәгендә -  балалар йылмайыуы
  Әммә, төптән уйлап ҡараһаң, был тырыш һәм көндәлек хеҙмәт күп сабырлыҡ, көс, фиҙаҡәрлек талап итә. Кескәйҙәрҙең танып белеү һәләтен, ваҡ моторикаһын, телмәрҙе һәм социаль компетентлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән көндәлек дәрестәр һәм уйындар үткәреү,  тирә-яҡ донъяға, ижадҡа һәм сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға ярҙам иткән саралар, уйындар ойоштороу, ата-әсәләр һәм медицина персоналы менән аралашыу, конкрет баланы тәрбиәләүгә һәм үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү,  сабыйҙарҙың һаулығын күҙәтеү, төркөмдә санитар нормаларҙы үтәү һәм башҡа бихисап бурыстар улар иңенә һалынған. 
 
Һөнәри компетенцияларҙан тыш, тәрбиәсегә сабырлыҡ, изгелек, яуаплылыҡ, төрлө характерҙағы һәм темпераменттағы балалар менән уртаҡ тел табыу һәләте кеүек сифаттарға эйә булыу, балаларҙы яратыу мөһим. Инйәрҙең 1-се “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында күп йылдар тәрбиәсе булып эшләгән Гүзәлиә Данъянова, әле ҡасандыр үҙ аллы кейенә лә, ҡалаҡ тотоп ашай ҙа белмәгән, телдәре лә асылып бөтмәгән бәләкәстәрҙе күҙ йәштәре менән мәктәпкә оҙатҡанда, йөрәгенең бер өлөшө кителгәндәй тоя. Шул уҡ ваҡытта  кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙең ни тиклем яуаплы булыуын аңлай һәм балаларҙың шәхес булып формалашыуына индергән өлөшөнән ҙур ҡәнәғәтлек кисерә. 
 
Гүзәлиә Сәлих ҡыҙы  сығышы менән Әбйәлил районы Таштимер ауылынан. Урта мәктәптең IX класын тамамлағандан һуң ҡала педагогия колледжының “Социаль педагог” бүлегенә һынау тота. Ҡулына диплом алғас, юғары һөнәр алыу теләге менән ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” факультетына уҡырға инә. Ошо уҡ йылда Уҫманғәле ауылы егете Илшат Данъянов менән ғаилә ҡоралар һәм 2002 йылда Уҫманғәле мәктәбендә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай.
 
Декрет ялынан сыҡҡас, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн бүлек асыла һәм шунда тәрбиәсе булып эшләүен дауам итә. Һигеҙ йыл эшләгәс, күп кенә йәш ғаиләләр кеүек ҙур ҡалала йәшәү теләге, сифатлы белем һәм медицина хеҙмәттәре алыу мөмкинлеге, мәҙәни ял һәм ҡала инфраструктураһының уңайлылығы йәһәтенән Өфөгә күсергә ҡарар итәләр. Әммә ике йылдан һуң тыуған яҡтары, тыныслыҡ, һоҡланғыс тәбиғәт, ғәҙәти мөхит кире тарта һәм Уҫманғәлегә ҡайталар. 
 
Өсөнсөгә әсәй булыу бәхетен татып, эшкә сығыр мәл еткәс, 2020 йылда Инйәрҙең “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша һәм әлеге көнгә тиклем ошо урында эшләй. Шул осорҙа Мәскәү технология һәм идара итеү институтында  “Мәктәпкәсә белем биреү” программаһы буйынса белемен камиллаштыра.
 
Гүзәлиә Сәлих ҡыҙы бөгөнгө көндә  “Еләккәй” төркөмөн етәкләй. Төп ярҙамсыһы Зилә Йәғәфәрова һәм алмаш тәрбиәсеһе Миңлегөл Ғилманова менән бер-береһенә ярҙамлашып, кескәйҙәргә ғәжәйеп бала саҡ донъяһын асырға булышлыҡ итәләр. 
 
- Төркөмөбөҙҙә 2-3 йәшлек 20 бала иҫәпләнә. Ҡайһы берҙәре үҙ аллы кейемен сисеп, төймәләрен эләктерергә, ҡалаҡты нисек дөрөҫ тоторға йәки ҡулдарҙы нисек йыуырға ла белмәй әле. Был ғәҙәти күренеш, сөнки баҡсаға килгән сабыйҙарҙың йәше бәләкәй һәм күп күнекмәләр тап балалар баҡсаһында формалаша. Беҙҙең бурыс - балаларҙы бөтә кәрәкле нәмәләргә ябай, аңлайышлы итеп өйрәтеү, төп тормош күнекмәләрен үҙләштереү өсөн уңайлы шарттар, хәстәрлек һәм ярҙам атмосфераһын булдырыу. Көн һайын балаларыбыҙ үҙҙәренең асыштары һәм ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра, беҙгә ышаныс белдереп, шатлыҡтары, үҙҙәренең яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Беҙ уларҙың үҫеүен, үҫешеүен һәм үҙ аллыраҡ булыуын күҙәтәбеҙ. 
 
Һәр тәрбиәсе кеүек үк ошо кескәй генә сабыйҙарҙы мәктәпкә оҙатыу, хушлашыу еңел түгел. Был йылдар эсендә бер ғаиләгә әйләнәһең, бала саҡтың иң сағыу мәлдәрен бергә үткәрәһең. Уларҙың нисек үҫкәнен күрәһең, бергәләп уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар кисерәһең, тәүге еңеүҙәренә һәм яңы күнекмәләренә шатланаһың. Һәр сығарылыш балаһына биргән белем, тәрбиә уларға артабанғы тормошта ярҙам итер тигән өмөт һәм ышаныс менән хушлашабыҙ. Баҡсалағы тәүге көндәр, уйындар һәм байрамдар тураһында хәтирәләр уларҙың  күңелендә мәңге һаҡланырына ышанабыҙ. Ә һуңынан уларҙың мәктәптән ҡайтышлай урамда сәләмләүҙәре, йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуҙары үҙе бер бәхет. Быйыл шулай төркөмөмдәге сығарылыш ҡыҙын ата-әсәһе ҡалаға мәктәпкә кейендерергә алып барғас: “Юҡ, мин мәктәпкә бармайым, балалар баҡсаһына, Гүзәлиә Сәлиховнаға барам! - тип ҡырт киҫеп, үҙ һүҙен бирмәй ул. Атай-әсәйгә бер нәмә лә һатып алмайынса кире ҡайтып китергә тура килә, - ти йылмайып Гүзәлиә Сәлих ҡыҙы.
 
Гүзәлиә Данъянова эшендә балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе булһа, өйҙә уңған ҡатын, әсәй ҙә. Тормош иптәше Илшат Әхәт улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлкәй быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Электроника һәм наноэлектроника инженеры” факультетын тамамлап, һөнәре буйынса Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләп йөрөй. Улдары Данир Инйәрҙең 1-се мәктәбенең V класында, Солтан икенселә уҡый. Уңған, тырыш ғаилә һыйырын да тота, ҡош-ҡорт аҫрай, күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Гөл-сәскәләр үҫтерергә әүәҫ хужабикә ҡул эштәренә лә маһир. Уның белмәгән һөнәре, эшләмәгән эше юҡ. Бынан тыш йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша. Инйәр район Мәҙәниәт йортоноң “Йәмәлекәй” фольклор  ансамбленең актив ағзаһы ул. Ансамбль менән район-ҡалала, республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа сығыш яһайҙар. Мәҫәлән, 2022 йылда “Байыҡ” республика телевизион конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булалар, быйыл Хәйбулла районында үткән “Ҡорот-фест”а  район намыҫын яҡлап, фестиваль ҡунаҡтарына үҙҙәре эшләгән 20-нән ашыу төр ҡоротто тәҡдим иттеләр.
 
Ил, республика, район киләсәген хәл иткән мөһим сәйәси ваҡиғаларға ла битараф түгел Гүзәлиә Сәлих ҡыҙы. Уҫманғәле һайлау участкаһында рәйес булыуына - 7, ағза булып эшләүенә 15 йылдан ашыу.  
 
Бына шулай, Гүзәлиә Данъянованың тормоштағы төрлө ролдәрҙе гармониялы берләштереү һәләте, эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеген генә түгел, ә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу, уның үҫешенә үҙ өлөшөн индереү форсатын да бирә. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар сыҙамлыҡ, егәрлелек һәм маҡсатҡа ынтылыш өлгөһөн  күрһәтә, тирә-яҡтағыларға илһам сығанағы булып тора. 
 
Мәҡәләбеҙ геройына киләсәктә лә йөрәгенең балалар йылмайыуҙары, ата-әсәләрҙең рәхмәте һәм өлгәшкән уңыштары өсөн ғорурлыҡ менән тулы булыуын теләйбеҙ. Кескәй балаларға бәхетле, ышаныслы һәм донъяға яраҡлашып үҫергә ярҙам иткән шундай хәстәрлекле һәм иғтибарлы тәрбиәсе-остаздар күберәк булһын!
Автор:Расима Салихова
Читайте нас